Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Август 2021, 10:15

Кинолабораторияның исем туйы була

Төбәктең Кинематографистар союзы Өфөлә “Башҡортостандың йәш киноһы” кинолабораторияһы” проектының исем туйын үткәрә. Башланғыс республика Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

Кинолабораторияның исем туйы булаКинолабораторияның исем туйы була
Кинолабораторияның исем туйы була

Төбәктең Кинематографистар союзы Рәсәй киноһы көнөндә Өфөлә “Башҡортостандың йәш киноһы” кинолабораторияһы” проектының исем туйын үткәрә. Башланғыс республика Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

Кинолаборатория проекты төбәктә был сәнғәт төрөн үҫтереү өсөн мөһим булған бер нисә йүнәлеште үҙ эсенә ала. Уны атҡарырға биш миллион һум тирәһе аҡса бүленгән.

Проект өс этаптан тора: “Ҡарлуғас” белемде үҫтереү онлайн-кинолабораторияһы; шул уҡ исемдәге Бөтә Рәсәй воркшоп-кинофестивале – унда илдән 150-ләп йәш кино эшмәкәре ҡатнашыры көтөлә; Башҡортостан дебютанттар питчингы.

“Башҡортостандың йәш киноһы” проектының презентацияһы Өфөләге Ике фонтан майҙанында 27 августа киске сәғәт 7-лә башлана. Унда теләгән бар кеше килә ала. Исем туйында беҙҙең кинематографистарҙың ҡыҫҡа метражлы дебют фильмдарын – Динара Әбдрәшитованың “Гильза”һын, Вадим Ғәлиуллиндың “Террорист” әҫәрен һәм Рәмил Ғабдулхаҡовтың “Инеш” фильмын ҡарарға мөмкин. Һуңғы аталған кино “Ер һүҙе – онлайн” проектына ярашлы республиканың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды грантына төшөрөлгән. Презентация ваҡытында шулай уҡ А. Асҡаровтың “Йыл ғаиләһе” комедияһының трейлерын да күрергә була.

Сараға килгән тамашасылар проектты ойоштороусыларға, алдынғы кино эшмәкәрҙәренә һорауҙар бирә, киновикторинала һәм Өфө режиссерҙары базаһы өсөн үткәрелгән кастингта ҡатнаша ала.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас