Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Август 2021, 14:45

"Бар республика халҡы өсөн бүләк"

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханаға "Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре" белешмәһен тапшырҙы.

"Бар республика халҡы өсөн бүләк""Бар республика халҡы өсөн бүләк"
"Бар республика халҡы өсөн бүләк"

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханаға "Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре" белешмәһен тапшырҙы. Сара легендар комдивтың тыуыуына 122 йыл тулыу көнөнә арналды.

Китап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән "Башҡорт энциклопедияһы" ғилми нәшриәтенең дөйөм хеҙмәт емеше булып барлыҡҡа килде. Унда Башкавдивизияның 2700 яугире тураһында мәғлүмәттәр тупланған.

"Белешмә китапханабыҙҙа лайыҡлы урын алыр. Был беҙҙең өсөн генә түгел, ә бар республика халҡы өсөн бүләк, – ти Милли китапхана директоры Юлдаш Ураҡсин. – Батырҙарыбыҙҙы белергә, хәтерҙән сығармаҫҡа тейешбеҙ".

Милли китапхананан белешмә республика ҡала һәм райондарына тараласаҡ. Ю. Ураҡсин әйткәненсә, китапханала Рәсәй Геройы М. Шайморатовҡа арналған экспозиция ойошторасаҡтар.

Китапханаға тупраҡ һалынған һауыттар ҙа тапшырылды. Уларҙа – 1943 йылдың февралендә Шайморатов һәләк булған Штеровка ауылы тупрағы.

Милли китапхана шулай уҡ календарҙар һәм "Ағиҙел" журналының яңы һанын алды. Баҫмала Флүр Ғәлимовтың "Генерал Шайморатов" исемле тарихи романы баҫылған.

Бөгөн Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары легендар комдивтың ҡаһарманлығына тағы бер таң ҡалып, уның иҫтәлегенә баш эйә ала. 112-се Башкавдивизия һәм уның данлыҡлы командиры тураһындағы "Ат уйнатып алдан бара…" спектакле "Торатау" конгресс-холының амфитеатрында, асыҡ һауала күрһәтелә. Тамаша киске сәғәт 8-ҙә башлана. Спектакль тарихи документтарға нигеҙләнеп эшләнгән. Сценарий авторы – З. Бураҡаева, режиссеры – Х. Үтәшев.

Лотфулла Яҡупов фотоһы.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас