

Ошо көндәрҙә Сочи ҡалаһында “Бәләкәй Мисс Рәсәй-2021” матурлыҡ бәйгеһе үтте. Унда илебеҙҙең бөтә төбәктәренән дә 2-нән 16 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар ҡатнашты.
Шуныһы ҡыуаныслы: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, был мәртәбәле бәйгелә еңеүсе һәм Гран-при хужаһы булып Белореттан Ева Евтеева танылған.
Ярыш бер нисә этапта үтә. Тәүгеһендә “Минең ҡалам” темаһына костюм күрһәтергә кәрәк була. Ева үҙенең ҡалаһын “Һыу башняһы” кейемендә күрһәтә. Тап ошо башня Белореттың төп иҫтәлекле урындарының береһе булып тора ла.
Икенсе этапта ҡыҙҙар милли костюмда үҙҙәре менән таныштырырға тейеш булған. Еваға Өфөлә махсус рус халыҡ кейеме теккәндәр, уның сағыу номерын бөтәһе лә яратып ҡабул иткән.
Өсөнсө этапта конкурсанттар ижади һәләттәрен күрһәткән. Ева художество гимнастикаһы менән шөғөлләнә икән. Иҙән бик тайғаҡ булһа ла, ҡыҙыҡай номерын бик яҡшы күрһәткән һәм шулай уҡ юғары баһаларға лайыҡ булған. Был номерҙы уға тренеры Юлиә Игошева әҙерләгән.
Ева 7-8 йәшлектәр араһында көс һынаша, уның менән бергә таж өсөн илдең 57 төбәгенән килгән иң көслө ҡыҙҙар көрәшә. Әммә бер кем дә уға етә алмай һәм Ева Гран-приға лайыҡ була. Уға дизайнер тажы, еңеүсе таҫмаһы, диплом, дизнайнер бал күлдәге һәм “Таланттар лигаһы” фестиваль хәрәкәтенең сертификаттарын бүләк итәләр. Шулай уҡ еңеүсе ҡыҙҙы промороликта төшөрәсәктәр һәм Рәсәйҙең таланттар базаһында урынлаштыралар.
Фото: Башинформ.