

Китап яратыусылар, студенттар, мәктәп уҡыусылары менән осрашыу кисәләрендә, дуҫ-иштәр менән әңгәмәләшкәндә “Нимә ул сатира, юмор?”, “Улар ҡасан барлыҡҡа килгән?”, “Нисек таралған?”, “Сатира, юморҙың төп асылы нимәнән ғибәрәт?” һәм башҡа һорауҙар бирәләр. Уларҙы яуапһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышам. Ҡыҙыҡһыныусыларға мәғлүмәт бирер өсөн сетерекле һәм мөһим жанр хаҡында хәбәрҙар булыу зарур. Был китабымды уҡыусылар ҙа сатира, юморҙың асылына иғтибар итер, тигән фекер тыуҙы. Ҡыҫҡаса асыҡлыҡ индереү мәслихәт булыр.
Таш келәткә бикләһәң дә...
Көлөүҙең ике формаһы – сатира һәм юмор – үҙҙәренең төҫмөрләнеше менән бик борондан әкиәттәрҙә, көләмәстәрҙә, таҡмаҡтарҙа йәшәй. Ә бына әҙиптәрҙең әҫәрҙәрендә улар ҡасан, ни сәбәпле барлыҡҡа килгән?
XIX быуаттың урталарына тиклем суфый шағирҙар Т. Ялсығолов, Ә. Ҡарғалы, Һ. Сәлихов, Ш. Зәки, Ғ. Соҡоройҙар ижад иткән дини-мистик әҫәрҙәрҙә дини идеялар таратылған. Был суфый шағирҙарҙың поэзияһында шулай ҙа түрәләргә, муллаларға һирәк кенә тел тейгән, йәғни сатира сатҡылары саҡ ҡына һиҙелә биреп ҡалған.
Суфый шағирҙарҙан һуңғараҡ ижад иткән Мифтахетдин Аҡмулла – үҙ заманы өсөн тәрән уҡымышлы, алдынғы фекер эйәһе. Уның ижады мәҙәниәт, ғилем, әхлаҡ мәсьәләләрен күтәргән. Аҡмулланың вәғәз һәм өгөттәр формаһында яҙған шиғырҙары ҡомһоҙ байҙарға, эскерле бәндәләргә, ғәҙелһеҙлеккә, мәғрифәт юлын быуған әҙәмдәргә, йәбер-золомға ҡаршы булған. Ул юҡсылыҡта ыҙалап, бәхетһеҙ ғүмер кисергән ярлы-ябағаның һәм “күңеле ҡара, ауыҙы ала, ирене ялаҡ” муллаларҙың, “таштан ҡаты” байҙарҙың тормоштарын сағыштырып, тигеҙһеҙлекте социаль күҙлектән сығып баһалаған.
Бығаса суфый шағирҙарҙың ижадында саҡ-саҡ ҡына һиҙелгән сатира йүнәлеше сәсән шағир Аҡмулла әҫәрҙәрендә артабан үҫтерелә, социаль мотивтар һаман көсәйә бара. М. Аҡмулла, шулай итеп, М. Ғафури, Д. Юлтый, Ғ. Туҡай, Ш. Бабич һәм башҡа шағирҙарҙың ижадына ҙур йоғонто яһаған.
Аҡмулла шиғырҙары менән “аҙыҡланып” ижадҡа килгәндәрҙең иң әүҙеме – Шәйехзада Бабич. Үҙе иҫән саҡта уҡ легендар шәхескә әйләнгән егеттең егәрлелеге сатира һәм юмор өлкәһендә айырыуса ныҡ күренгән. “Көлкө ҡапсығы” тигән китабында:
Ҡайғы бөтһөн, көлдөрә бир,
көлкө баш,
Әйҙә, көлдөр ҙә халыҡтың
күңелен ас,
Һин ҡыҙыҡ һүҙҙәр һөйлә,
көлһөн халыҡ,
Шул ҡыҙыҡтан ғәйебене
күрһен халыҡ,
– тип яҙа.
Көлкө ярҙамында фаш ителгән етешһеҙлектәрҙе халыҡ аңлаһын тигән фекерен белдергән: ҡыҙыҡ һүҙҙәргә халыҡ көлә, әммә ҡыҙыҡтан ғәйепте, аламалыҡты күрә.
Көлкө тәьҫире бына ниндәй! Халыҡ әҙәпкә һыймаған эш-ҡылыҡтарҙы көлкө аша ҡабул итһә лә, мәғәнәһен йөрәгенә мәңге онотолмаҫлыҡ итеп һалып ҡуя. Көлкөнөң көсө хаҡындағы ошондай төплө, тәрән фекерҙе башҡорт әҙәбиәтендә йәш кенә Шәйехзада (1895 – 1919) тәүге булып әйтте. Һәм, ысынлап та, сатираны таш келәткә бикләһәң дә, ул диуарҙы емереп сыға.
Әҙәпкә ҡоролған мөнәсәбәттәр
Сатира белгесе Л. Лиходеев шулай яҙған: “...Сатира мәңге йәшәгән – әгәр уның тирәһендә шул тиклем бейейҙәр икән, тимәк, жанр бар. Урамда ниндәй социаль тормош булыуға ҡарамаҫтан, ул һәр саҡ йәшәгән. Сатириктарҙы аҫҡандар, керәндилдәр менән һыйлағандар, сәскә гөлләмәләренә күмгәндәр, әммә йышыраҡ үлтергәнсе туҡмағандар. Тик сатираны үлтерә, бөтөрә алмағандар. Сатираны тыйып ҡарағандар, ләкин ул бынан үткерләнә генә төшкән” (Лиходеев Л. Суть дела и смех // Вопросы литературы. 1987, № 11, 275-се бит.)
Шундай уҡ үткер фекер беҙҙең башҡорт әҙиптәрендә лә бар: “Сатира һәм юмор, бөтәһенән элек, йәмғиәттең әҙәбиәттәге көйҙөргөс ҡоралы. Ул ғына ла түгел, йәмғиәттең социаль-сәйәси, әхлаҡи-этик хис-тойғоһон, проблемаларын үткерләүсе, ҡыҫҡаһы, кешеләр аңын, улар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сафландырып яңыртыусы, прогресҡа әйҙәүсе көс ул”, – тип яҙғайны мәшһүр әҙибебеҙ Хәким Ғиләжев (Ғиләжев Х. Сатираның сатҡылары // Ағиҙел. 1983. № 11, 116-сы бит).
Ә бөйөк шағир А.С. Пушкиндың: “Закондар ҡылысы етмәгән урынға сатира ҡылысы барып етә”, – тигәнен күптәр һәйбәт белә.
Шулай итеп, сатира һәм юмор – ғәҙеллек өсөн иң һуғышсан жанр. Уның аяуһыҙ уҡтары эләккән йүнһеҙ әҙәмдәрҙең төрө бик күп: абруй-дәрәжәгә самаһыҙ ҡыҙыҡһыныусылар, аҫтыртындар, алдаҡсылар, ришүәтселәр, ғәйбәтселәр, көнсөлдәр, ике йөҙлөләр, рухи фәҡирҙәр, кеше араһын боҙоусылар, бурҙар, аҡса ҡолдары, ошаҡсылар һәм башҡалар. Яман ғәҙәтле бәндәләрҙең төрҙәре етмеш етегә етә, унан да артып китә. Улар хаҡында төрлө ысул ҡулланып яҙырға ла яҙырға, насарлыҡты фашларға.
Сатира һәм юмор мотлаҡ төрлө алымдар менән яҙыла. Ошо алымдарға саҡ ҡына туҡталғанда, мәслихәт булыр һымаҡ.
Ниндәй ҙә булһа берәй күренеш йәки кеше тураһында тыштан ҡарағанда ыңғай фекер әйтеп тә, асылда иһә уның насар холоҡ-фиғелен фашлауға нигеҙләнһә, был ирония тип атала. Ә иронияның – аҫтыртын көлөүҙең – иң юғары дәрәжәһе “сарказм”ға әйләнә. Сатирик характерҙағы күренештәрҙә ҡабартыу, шаштырыу алымын гротеск тип атайҙар. Ә инде гротеск алымы аныҡ дәлилдәр менән нығытылһа, быны фельетон тиҙәр. Фельетонда ла, сатирик һәм юмористик әҫәрҙә лә кешенең физик етешһеҙлегенән көлөргә ярамай. Был – әхлаҡһыҙлыҡ, тыйнаҡһыҙлыҡ, оятһыҙлыҡ. Әҫәрҙең бурысы – йәмғиәткә зыян килтереүсе рухи зәғифтәрҙән, залимдарҙан көлөү, уларҙың эш-ҡылыҡтарын аяуһыҙ фашлау, мыҫҡыл итеү.
Сатира, юморҙың төп һыҙаты – тормошсан йөкмәткелә. Көлдөрөү өсөн генә көсәнеп, артыҡ арзан, ялған ситуациялар уйлап сығарыу уҡыусыны ышандырмай. Сатира, юмор яҙыуҙы тик аҡыл өйрәтеү тип тә аңларға ярамай. “Әҙәпкә ғәҙәтләнһәң – әҙәм булырһың, яманға ғәҙәтләнһәң – әрәм булырһың” – боронғоларҙан ҡалған шул нәсихәтте иҫкә төшөрә жанр. Әҙәм булыу ҙа, әрәм булыу ҙа – һәр кемебеҙҙең холҡобоҙҙа, ҡылған эштәребеҙҙә, бүтәндәргә күрһәткән мөнәсәбәттәребеҙҙә.
Иҫемдә, “Һәнәк” журналы редакцияһында 1976 йылда машинистка булып эшләй башланым. Хаҡ Тәғәлә ғәҙел, изгелекле, тура һүҙле яҙыусылар менән бергә эшләү бәхетен бирҙе. Йәшләй генә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Сәғит Сафиуллин менән Нур Ғәлимов, һуғыш осоронда хеҙмәт армияһында тир түккән Рәйес Ғабдрахманов (балалар яҙыусыһы), күренекле шағир, драматург Әнғәм Атнабаев, етемлектең аяуһыҙлығын күреп үҫкән яҙыусы Хөснулла Түләкәев, ғәжәп һәләткә эйә сатирик рәссам Альфред Штабель менән бергә эшләү – яҙмышыма яҙған баһалап бөткөһөҙ бүләк, ырыҫ ул.
Әҙиптәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәре әҙәпкә, ихтирамға ҡоролғайны. Бер-береһенә үсләшеүҙәрен, кенә ҡыуыуҙарын, яманлашыуҙарын ишетмәнем, күрмәнем, һиҙмәнем.
Редакциялағы берҙәмлек бүтәндәрҙе лә ылыҡтырғандыр – беҙгә инмәгән әҙипте белмәйем. Бына, мәҫәлән, һәлмәк кенә баҫып, Сәләх Кулибай ағай килеп керә. Сәләмләшә лә төпкө бүлмәгә йүнәлә. Күп тә үтмәй, бүлмәне күтәрерҙәй итеп көлөшә башлайҙар. Тимәк, Сәләх ағай көләмәс һөйләй. Шуға иғтибар иттем: Сәләх ағай көләмәсен һөйләй, үҙе көлмәй, ҡәләмдәштәренең һаһылдашҡанын етди төҫ менән тыныс ҡына ҡарап тора. Ә бына Назар Нәжми ағай уның киреһе: тәүҙә үҙе рәхәтләнеп көлә, көләмәсен һөйләгәс, башҡаларға ҡушылып тағы көлә, хатта бүтәндәр туҡтағас та, һаһылдауын дауам итә.
Йәш көстәр килһен
Тимер Арыҫлан, Фәрит Иҫәнғолов, Миәссәр Басиров, тәүге сатирик роман “Дан туртаһы”ның авторы Ағиш Ғирфанов, Сулпан Иманғолов һәм башҡа арҙаҡлы яҙыусылар “Һәнәк”кә килеүҙе мәртәбә һанағандыр – редакция уларҙың төйәгенә әйләнгәйне. Эй, ғүмерҙең фанилығы... Бөгөн ошо әҙиптәрҙең береһе лә арабыҙҙа юҡ. Уйлаһаң, уйылып китерлек. Намыҫлы, ғәҙел, ярҙамсыл ағайҙарҙы хәтерләү генә лә миңә көс, сабырлыҡ бирә.
Эшемде бик яраттым. Сатира менән юморға башкөллө ғашиҡ булыуым үҙенсәлекле даирәлә үҫеүемдең дә һөҙөмтәһелер.
Инәйемдең (Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә әсәйҙе инәй тибеҙ) бер туғандары Фәтихә әбейем, Рәхимйән быуайым, Мөнирә апайым көләмәсләп һөйләргә ифрат маһир булды. Мин уларҙы бик ярата инем. Ә инәйем көлкө һүҙҙәргә рәхәтләнеп көлөр ине, әммә үҙе шаян һүҙҙәр менән һөйләшмәне.
“Көлөү ҡояшҡа тиң”, – тигән бит бөйөк әҙип Виктор Гюго. Юмор ҡыйын хәлдәрҙән, күңел төшөнкөлөгөнән аралай, кәйефте күтәрә. Шаян кешенең ғүмере оҙонораҡ, матурыраҡ, күңеллерәк, бәхетлерәк була.
Йәнә шуны әйтеү ҙә мөһим: сатира, юмор яҙыусы әҙип бүтәндәр күрмәгәнде күрә, башҡалар аңламағанды аңлай һәм һығымта яһай. Хәл-ваҡиғаларҙың сәбәбенә төшөнә һәм тетрәнә. Шулай булмаһа, тема тыумай, персонаждар барлыҡҡа килмәй. Сатира йөрәк әрнеүҙән илар урынға сараһыҙҙан көлөү бит ул. Тәү ҡарауға ябай ғына һымаҡ әҫәрҙе иғтибар менән уҡырға, сатирик нимә әйтергә теләгән, шуны аңларға, мәғәнәһенә төшөнөргә кәрәк. Әлбиттә, был жанрҙы аңлағандар бар, аңламағандар ҙа осрай. Һәр кемдең үҙ ҡәлбе, үҙенең булмышы, кимәле. Сатираны аңлар өсөн юғары белем генә етмәй. Ошо жанрҙа ижад итергә темалар биреп тә өйрәтеп булмай. Мотлаҡ Хоҙай биргән һәләт кәрәк.
Йәнә шул да иғтибарҙан ситтә ҡалмаһын: “аҡыллы” итеп яҙырға тырышып, ҡатмарлы, ҡоро һәм оҙон итеп һүрәтләү уҡыусыны тиҙ арыта, хатта ялҡытыуын беләм.
Башҡорт теле бай, һутлы, моңло. Әҫәрҙәрҙе халҡыбыҙҙың матур теле менән, мәҡәл-әйтемдәрҙе лә ҡулланып яҙыу ижад емешен байыта. Әлбиттә, “әсе әйтемдәр”ҙе сатира ярата. Әммә персонажды тәнҡитләйем, аяуһыҙ фашлайым тигән теләк көслө булһа ла, “тоҙло-боросло” һүҙҙәрҙе сама белеп ҡулланыу яҡшыраҡ. Сатира, юмор алағайымға көлдөрөү-көйҙөрөү түгел, ә файҙалы булһын тигән ниәт менән яҙыла. Иң мөһиме – ыҡсым әҫәрҙә ҙур, тәрән фекер әйтеү.
Сатира, юмор – үҙенсәлекле жанр, әлбиттә. Шуғалырмы, был жанрҙа эшләүсе нәфис заттар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Элек арҙаҡлы әҙибәләр Зәйнәп Биишева, Фәүзиә Рәхимғолова, тиңдәштәрем Зарема Әхмәтйәнова, Фәүзиә Юлдашбаеваларҙың исемдәре “Һәнәк” биттәрен гел йәмләп торҙо. Улар инде баҡыйлыҡта – йәндәре йәннәттә булһын.
Хәҙер ҙә сатира, юмор яҙыусы ҡатын-ҡыҙ бар ул барлыҡҡа, әммә ошо жанрға даими хеҙмәт итеүселәр юҡ кимәлендә. Күңел күҙҙәре үткер гүзәл заттар сатира, юмор жанрына күберәк ижтиһад итһендәр ине – йәмғиәтебеҙҙәге ғәҙелһеҙлектәргә беҙҙең зат йышыраҡ тарый. Һиҙгер бит ул ҡатын-ҡыҙ күңеле, ир-уҙамандар иғтибар итмәгән күренештәрҙе, хәл-ваҡиғаларҙы күрә, баһалай, самалай һәм ҡарашы формалаша, фекере тыуа. Теле лә дан: йән иретерлектәрен дә, йөрәк тетрәнерлек әселәрен дә әйтә.
Бөгөнгө тормошобоҙҙа ҡапма-ҡаршылыҡтар ҙа осрай һәм йәшәйешебеҙ сатирала көҙгөләге кеүек сағыла. Көнкүрешебеҙ ниндәй, юмор менән сатирабыҙ ҙа шундай. Нисек йәшәйбеҙ, шулай көләбеҙ, йәш аралаш көләбеҙ. Темаға ҡытлыҡ юҡ. Күрә бел дә башыңда тыуған фекерҙе аҡ ҡағыҙға төшөрә бир.
Был жанр – үс алыу, кенә ҡыуыу, ҡурҡытыу ҡоралы түгел, насар хәлдәргә төшмәгеҙ, яуызлыҡтар ҡылмағыҙ, кешеләрҙең рәнйешен алмағыҙ, тип кәңәш биреү, иҫкәртеү бит ул. Әҫәрҙәге персонаждарға үҙҙәрен йә бүтәндәрҙе оҡшатыу ҙа файҙаға. Сатира, юмор ғибрәт итеү һәм фәһем алыу өсөн яҙыла.
Ҡыҫҡаһы, ғүмер юлымды байҡайым да шатланам: ауырлыҡтарға, ғәҙелһеҙлектәргә тарыған саҡтарымда ла күңелем боҙға әйләнмәне, ғәйбәттәрҙән өҫтөн ҡала алдым. Миңә насарлыҡ ҡылған бәндәләргә үҙемдең әсенеү-әрнеүҙәремде белдереп, йөҙ йыртып йөрөмәнем. “Бөтәһе лә үтте. Быныһы ла үтер”, – тип үҙемде тынысландырам. Һәм үтә, артта ҡала, онотола. Тормошто яратам, ғәҙел кешеләрҙе хөрмәт итәм, ҡәләмдәштәремдең уңыш-табыштарына һөйөнәм. “Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр”, – тигән бөйөк яҙыусы Ф.М. Достоевский. Эйе, донъябыҙҙы матурлыҡ, изгелек, иман ҡотҡарыр. Амин.
Киләсәктә бик тә яуаплы һәм мөһим сатира, юмор жанрын үҫтереүгә йәш көстәр килһен. Башҡорт әҙәбиәтендә был жанр мотлаҡ сәскә атһын. Йәштәргә ҡыйыулыҡ теләйем.
Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА,
Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Нажиә Заһир ҡыҙы Игеҙйәнова 1946 йылдың 1 сентябрендә Ҡыйғы районының Абзай ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфөләге 1-се һөнәрселек-техник училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын туҡыусы булып башлай.
1988 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында ситтән тороп уҡып диплом ала. 1983 йылдан – БАССР, 1993 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1974 йылдан алып – “Һәнәк”, 1982 йылдан “Башҡортостан ҡыҙы” журналдары редакцияларында, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында эшләй. 1986–2002 йылдарҙа хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем “Ағиҙел” журналы редакцияһында хеҙмәт итә, 1991 йылдан башлап унда хаттар бүлеге мөдире була. 1998 йылда әҙибәгә “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Ошо көндәрҙә әҙибә күркәм юбилейын билдәләй. Нажиә Игеҙйәнованың “Таныш булайыҡ”, “Еҫле һабын”, “Исемем матур икән” (балалар өсөн), “Көндәш” һәм башҡа китаптары донъя күрә.