Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
31 Август 2021, 06:00

Яҙмыштарҙан көслөрәк

Миһырбанлы килен мәрхәмәтлек өләшә.

АвторАвтор
Фото:Автор

Был донъяға һәр кем үҙ яҙмышы менән килә. Берәүҙәр һынауҙарҙы күтәрә алмай, ауырлыҡтарға бирешеп, юғалып ҡала, икенселәр башҡаларға өлгө булып йәшәй бирә. Ҡарткиҫәк ауылында ғүмер итеүсе Флорида Мазһар ҡыҙы ла – нәҡ шундай көслө рухлы, сабыр, шәфҡәтле гүзәл зат.

 Улай ғына ла түгел, еңел бул­маған әлеге тормошта үҙ мәшә­ҡәтенә генә күмелеп ҡалмаған миһырбанлы килен, олоғайып, ауыр сиргә дусар булып, физик мөмкин­лектәре сикләнгән 87 йәшлек ҡәйнәһен, тыумыштан йөрөмәй, ятып ҡына торған уның 61 йәшлек ҡыҙын, ике йыл элек сирләп, аяҡһыҙ ҡалған аҡ әбейен (әсәһенең апаһын) үҙ тәрбиәһенә ала.

Флорида Упҡанкүл ауылында тыуып үҫә, урындағы мәктәптә белем ала. 1999 йылда Ҡарткиҫәк ауылы егете Әлфәрис Ниғмәтулла улына кейәүгә сығып, ошо ауылға килен булып төшә. Уларҙың ғаилә ҡороп, матур, етеш тормош көтөүҙәренә 22 йыл тулған.

Әҙәм балаһын яҙмыш төрлөсә һынай. Флорида Мазһар ҡыҙының да тормошо бәхет-шатлыҡтан ғына тормай. Сәләмәтлеге ҡаҡшаған­лыҡтан ул әсәлек бәхетенән мәхрүм була. Аллаһының тәҡдиренә буйһоноп, сабыр ҡанаттарын һындыр­майынса, ғаилә усағын һаҡлап, ҡорған донъяларын гөл-сәскәгә күмеп, кешеләргә мәрхәмәтлек өләшеп, алға табан йәшәргә көс ала. Ул бар күңел йылыһын, һөйөүен иренә һәм туғандарына бирә. Килен булып төшөүҙең тәүге көндәренән үк ҡәйнәһенең уң ҡулына әйләнә.

Иренең апаһы Сәриә тыумыштан ҡаты сиргә – церебраль фа­лижға – дусар була. Ул  һөйләшмәй, атламай, хатта үҙаллы ултыра ла алмай, ятып ҡына тора. Бына ошо хәлендә уны тәрбиәләргә — аша­тырға, йыуындырырға, кейемен алмаштырырға – Флорида ярҙам итә.

Туғыҙ йыл элек, ҡәйнәһе ауырый башлағас, икеһен дә үҙ йорттарына алып ҡайталар. Бына шулай ҡәйнәһен дә, Сәриә апаһын да бала урынына тәрбиәләп ҡарай килен кеше.

Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр. Бынан ике йыл элек Силәбелә йәшәгән аҡ әбейе Камал Мәхийән ҡыҙы Ғәйнуллина ла йығылып, аяғын һындыра. Оло кешенең, ул саҡта 83 йәш була, һөйәктәре дөрөҫ төҙәлмәй һәм ул аяҡһыҙ ҡала. Һәр кемгә мәрхәмәтле, оло йөрәкле Флорида уны ла барып алып ҡайта. Бына ике йыл Камал ағинәй ҙә уның тәрбиәһендә ғүмер кисерә.

– Беҙ Флоридаға ҡарап һоҡла­нып туя алмайбыҙ. Ул ысын мәғәнәһендә сабырлыҡ, мәрхәмәт­лелек өлгөһө. Бер үҙе оло йәштәге беренсе төркөм инвалид булған өс кешене ҡарай. Уларҙы шул тиклем яҡшы һәм таҙа итеп тәрбиәләй. Ҡасан ғына барып инһәң дә, өйө таҙа, бөхтә, балҡып тора. 2004 йылдан ул иман юлына баҫты. Динебеҙ ҡушҡанды үтәп, тыйғандан тыйылып, матур итеп бәрәкәтле донъя көтә, – тип маҡтап алды ауылдашы Әлфиә Харисова.

Эйе, шәфҡәтле булыу – барлыҡ күркәм ғәҙәттәрҙең башы, әҙәп­лелектең нигеҙе. Йөҙөнән ыңғай энергия, йылылыҡ бөркөлөп торған Флорида Мазһар ҡыҙы ла нәҡ шундай әҙәпле, шәфҡәтле гүзәл зат. Ниндәй генә ауыр хәлдәрҙе кисерһә лә, күңеле тупаҫланмаған, ҡат­маған, яҡшылыҡҡа ышанысын юғалтмаған ул. Киреһенсә, тор­мошҡа, матурлыҡҡа ғашиҡ булып, үҙе лә матурлыҡ тыуҙырып йәшәй. Баҡсаһында ла, өйөндә тәҙрә төптәрендә лә матур гөл-сәскәләр үҫтерә. Буш ваҡытында ҡул эштәренән йәм таба: бәйләй, тегә, сигә. Ауылда үткән төрлө сараларҙа ла ихлас ҡатнаша. Уның ҡул эштәрен күргәҙмәләргә лә ҡуялар. Тормош иптәше менән бергәләп күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Һыйыр һөтөнән эшкәртеп кенә лә әллә күпме ризыҡтар әҙерләй ул. Ҡаймағын, эремсеген, майын алдан уҡ һорап, килеп алалар.

Сабыр ҡанаттары шартлап һыныр мәлгә еткәндә, йәнәшәлә шундай көслө рухлы, түҙемле, уңған, мәрхәмәтле кешеләр бар­лығын иҫкә алырға кәрәк. Мәҡәләм геройы нәҡ шундайҙарҙан. Флорида Мазһар ҡыҙы һәр тыуған көнгә шатланып, тормошто яратып, ҡәҙерен белеп, матурлыҡ тыуҙырып, изге­лектәр ҡылып, үҙенә, яҡындарына яҡшылыҡ эшләүселәргә рәхмәтле булып, мәрхәмәтлек өләшеп йәшәй.

 

Наилә ИМАЕВА.

 

Асҡын районы.

Читайте нас