

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев оло юбилейын – 80 йәшен – билдәләй. Күренекле әҙипте ғүмер байрамы менән тәбрикләп, уға оҙаҡ йылдарға етерлек һаулыҡ, ижади ҡомар, бәхетле ғүмер теләйбеҙ! Ә гәзитебеҙҙең дуҫтарына шағирҙың ижад емештәрен тәҡдим итәбеҙ.
Хәйбулла
Ул далалар иркенлеге, ҡырҙарының киңлеге!..
Еренең киңлеге менән бер дәүләткә тиңлеге.
Ул күк әрем, юшан еҫе, бал ташыған күстәре...
Убаларҙа аҡ ҡылғандар – сал тарихтың сәстәре.
Ул Һаҡмары – көмөш йүгән урманда айыуҙарға,
Таналығы – ебәк ҡороҡ баш бирмәҫ айғырҙарға.
Ул тәбиғәт ҡырыҫлығы – кешеләре йөҙөндә,
Шишмәләр сыңы – ҡурайҙа, шоңҡар ҡараш – күҙендә.
Көнгә ҡарап, айға бағып, афәттәрҙән өтөлөп,
Йәшәһә лә иманына һаҡлай алған өмөтөн.
Ул халҡының ихласлығы, йомартлығы, әҙәбе –
Барыһы ла үҙ еренән һеңгән-күскән ғәҙәте.
Иген иле, тип, даланы әйтмәйҙәр бит тикмәгә,
Өҫтәлдәрҙә иң тос өлөш – хәйбуллалар икмәге.
Тупраҡ – зиннәт кенә түгел, алтын – ерҙең аҫты ла,
Мәғдәнен ала белгәнгә ҡуйынын ер асты ла...
«Ул әкиәт донъяһымы? Шағир хыялбай була...» –
Тиһәләр ҙә беҙгә ожмах – Йән төйәгем, Хәйбулла!..
Башҡортостан – аҡ тирмәләр иле
Башҡортостан – аҡ тирмәләр иле,
Бар Ватанға тора күренеп.
Яҡты моңға,
Наҙ-һағышҡа тулы
Аҡ тирмәле халҡым күңеле.
Мең ғазаплы халҡым,
Күпме ялҡын
Йөрәгеңде өтөп ҡупҡанда,
Аҡ тирмәңде, аманатың итеп,
Һаҡлағанһың, ҡалҡып ҡалҡандай!
Күтәргәнһең ерҙә аҡ тирмәңде –
Өмөтөңдө – ҡорап йөҙ йөйҙән.
Йөрәк майың һыҙып яҡтыртҡанһың
Юлдарыңды ҡара төндәрҙә.
Аҡ кейеҙҙән булған өсөн генә
Әйтмәгәндәр бит аҡ тирмә тип,
Биләү итеп башҡорт аҡ күңелен,
Хаҡ яҙмышын тапҡан тирбәтеп...
Күккә ашҡан мәғрур күк Уралдан
Алған башҡорт сая ғорурлыҡ,
Быуат-быуат яуға күтәрелгән
Даулап ирек, яҡлап хозурлыҡ.
Уралына тамыр йәйгәнгә лә
Йәшәмәгән халҡым төңөлөп,
Аҡ тирмәне күргән хыялында
Һәм бағлаған уға өмөтөн.
Урал батыр кейгән еләнкәйҙең
Сабыуына баҫҡан аҡыҡтай
Баҙрап ята бөгөн ауылдарым,
Тәҙрә асып иман-хаҡлыҡҡа...
Аҡ тирмә – ул беҙгә дәүернамә,
Күңелдәрҙе нурлар аҡ китап.
Намыҫына кер ҡунмаған халыҡ
Тарихына бирер хаҡ хисап.
(Күренекле әҙип менән йөкмәткеле әңгәмәне гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ).