Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Сентябрь , 17:00

Башҡортостанда “Пушкин картаһы” эшләй башланы

“Пушкин картаһы” – ул өс мең һум һалынған электрон карта. Аҡсаны мәҙәни сараларға барыу өсөн тотонорға мөмкин.

Башҡортостанда “Пушкин картаһы” эшләй башланы

Белем көнөндә Рәсәйҙә өр-яңы федераль проект – “Пушкин картаһы” – старт алды. Ул дәүләт етәксеһе В.В. Путиндың башланғысы менән бойомға ашырыла.

“Пушкин картаһы” – ул өс мең һум һалынған электрон иҫәп. Аҡсаны мәҙәни сараларға барыу өсөн тотонорға мөмкин. Картаға “Госуслуги” порталында һәм “Госуслуги.Культура” мобиль ҡушымтаһында теркәлгән 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге (23 йәше тулмаған) йәштәр эйә була ала.

Бөгөн ойошторолған матбуғат конференцияһында республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова “Пушкин картаһы”, уны ҡулланыу шарттары, был программаға ҡушылған мәҙәниәт учреждениелары тураһында һөйләп ишеттерҙе. Конференцияла Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры етәксеһе Илмар Әлмөхәмәтов, Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры Айҙар Зөбәйҙуллин, республиканың Милли музейы директоры Альбина Ярмуллина ла ҡатнашты.

Шулай итеп, картаны тик мәҙәни сараларға, йәғни музей, театр, филармония, консерватория, галереяларға һәм башҡа мәҙәниәт усаҡтарына билет һатып алыуға ғына ҡулланырға мөмкин. Тағы бер мөһим нәмә: “Пушкин картаһы”на өҫтәп аҡса һалып булмай, иҫәпте дәүләт йылына бер тапҡыр ғына тулыландыра.

Проектҡа Башҡортостандан 21 дәүләт мәҙәниәт учреждениеһы ҡушылған, араларында – 17 театр-концерт ойошмаһы һәм филиалдары менән бергә 4 музей. Улар әле алда аталған порталда мәҙәни ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт ҡуйыу йәһәтенән әүҙем эшләй.

Әминә Шафиҡова әйткәнсә, әле проектта – 315 сара: спектаклдәр, концерттар, күргәҙмәләр, мәҙәни-мәғрифәти саралар, һәм был һан көндән-көн үҫә барасаҡ.

Башҡортостанда Эксперттар советы төҙөлгән, ул теге йәки был мәҙәни сараның “Пушкин картаһы”нда ҡатнашыу-ҡатнашмауын билдәләй. Хуплау тапҡан хәлдә мәҙәни сара тураһында мәғлүмәт билеттар системаһына урынлаштырыла, ә тулы мәғлүмәт "Культура.рф" порталындағы “Пушкин картаһы” афишаһына, “Госуслуги.Культура” мобиль ҡушымтаһына ҡуйыла. Ошо ваҡыттан алып спектакль, концерт һ.б. тамашаларҙы карта буйынса килеп ҡарарға була.

Шуныһын да белеү кәрәк: картаны бөтә Рәсәйҙә файҙаланырға ярай. Анығыраҡ әйткәндә, йәш кеше илдең икенсе бер төбәгендә сәйәхәттә булғанда ла ошо карталағы аҡсаны мәҙәниәт менән танышыуға тотона ала. “Госуслуги.Культура” ҡушымтаһы, кешенең әлеге мәлдә ҡайҙа булғанына ҡарап, эргәләге мәҙәниәт учреждениелары тураһында мәғлүмәт еткерәсәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, “Пушкин картаһы”на ҡушылған мәҙәниәт ойошмаларының теләгәненә барып, үҙең өсөн мәҙәни ял уҙғарырға мөмкин.

Картаға һалынған өс мең һум аҡсаны йыл аҙағына тиклем тотоноп бөтөргә кәрәк, йәғни ҡалған сумма икенсе йылға күсмәй, “яныуы” мөмкин.

Яңы ярҙам сараһы 14 – 22 йәшлек йәштәрҙе илебеҙҙең бай мәҙәни мираҫына күберәк йәлеп итер, тигән өмөт бар.

 

Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы.  

 

Автор:Равиля Гатауллина