Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Сентябрь , 18:00

"Беҙ Вәсилә менән туғыҙ йыл йәшәп өлгөрҙөк..."

Вәсилә Фәттәхованың ире йырсы менән үткән тормошо, унһыҙ хәҙер нисек йәшәүҙәре, балаларының хәле, инвалид ҡыҙын кем тәрбиәләүе тураһында һөйләне. 

"Беҙ Вәсилә менән туғыҙ йыл йәшәп өлгөрҙөк..."

Күптәребеҙҙең күңелендә Вәсилә Фәттәхова яратҡан йырсы булып һаҡланып ҡалды. Берәүҙәр уны моңло тауышы, матур йырҙары өсөн яҡын күрһә, икенселәрҙе был донъянан шул тиклем иртә китеүе әсендерә. Нисек кенә булмаһын, иң ауыры – уның ғаиләһенә, ире менән балаларына.

Вәсиләнең ире, продюсер Илгиз Әбдрәҡипов ваҡыты-ваҡыты менән ҡатыны, унһыҙ үҫеп килгән балалары тураһында һөйләп тора. Был юлы ул “Матбуғат.ру” баҫмаһына интервью биргән. Унан һеҙгә бер өҙөк тәҡдим итәбеҙ.

"Балаларығыҙ, үҙегеҙ ниндәй хәлдә?" тигән һорауға ул былай тип яуап биргән:

– Улым Кәримгә 10 йәш тулды. Ҙур булғас, әсәһенең юҡлығын аңлай. Камилаға әле биш йәш. Ул, белеүегеҙсә, тыумыштан инвалид, һәр саҡ ята. Ни бары 900 грамлыҡ булып тыуғайны, мейеһенә ҡан һауғайны.

Билдәле булыуынса, инвалид баланы ирҙең ата-әсәһе ҡарай.

– Атай-әсәйем булмаһа, нимә эшләр инем икән? Уларға ғүмерем буйы рәхмәтлемен. Айырыуса әсәйем Камила янынан китмәй. Ҡыҙ балаға әсәй кәрәк шул. Ул ауыр һөйләшә, әммә беҙҙе аңлай. Дауалауға алып барып торабыҙ, Ҡазанға ла, Мәскәүгә лә йөрөтәбеҙ. Камиланың сирҙәре байтаҡ, улар башлыса неврологияға бәйле. Тик был турала һөйләгем килмәй, ауыр, аңлап ҡабул итегеҙ... – ти ир.

– Вәсилә Фәттәхова ғәҙәти тормошта ниндәй ине?

– Беҙ бергә туғыҙ йыл йәшәп өлгөрҙөк. Ярты йыл осрашып йөрөгәс, ғаилә ҡорҙоҡ. Вәсилә асыҡ, йомарт, тәртипле, ғаиләһе тип үлә яҙып торған ысын ҡатын-ҡыҙ ине. Ул бөтә кешегә ҡарата ла шундай булды, асыу һаҡламаны. Башҡа ҡалаларға концерт йә банкеттарға китер алдынан минең менән һөйләшә торғайны. Минән башҡа сығып киткеһе килмәне. Үҙемдең дә эшем бар, тик бергә барырға яйын таба инем. Кәрим тыуғас, уны ла ҡалдырманыҡ, бергә йөрөттөк. Ижад беҙҙең өсөн беренсе урында булды. Бәхетле ваҡыттарыбыҙ тураһында һөйләргә генә ҡалды...

Ир ҡатынын ошоға тиклем аҙ ғына ваҡытҡа ла онота алмауы, әле һаман яратыуы тураһында ла әйткән.

 

Фото: "Инстаграм".  

Автор:Альфия Мингалиева