Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Сентябрь , 12:51

Балалар йөрәгенә юл

Барса ғәмәлгә күңелен асып һалған.

Балалар йөрәгенә юлды төрлө яҙыусы төрлөсә таба. Үҙенә генә хас үҙенсәлекле һуҡмаҡтан ышаныслы атлаған шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинова тураһында булыр бөгөн һүҙем. Әле яңы ғына “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан балалар өсөн “Һандуғас сере” исемле матур шиғырҙар китабы ошо хәҡиҡәтте, йәғни яҙыусының бала күңелен тәрән аңлай белеү һәләтен тағы ла бер тапҡыр раҫланы.

Рухи ынйылар

 

Китаптың баш һүҙендә бына нимә яҙа ул: “Ҡәҙерле уҡыусы­ларым! Бәхетле булыу өсөн күп кәрәкмәй. Бары һау-сәләмәт, аҡыл­лы, сабыр, уңған, тәртипле булыу, атай-әсәйеңде хөрмәт итеү, туған­дарыңды, дуҫ-иштәреңде ҡәҙерләү, тыуған ереңде яратыу ҙа етә.

Шиғырҙарым һеҙҙе нәҡ шундай булырға саҡыра ла инде. Китабымды башынан аҙағына тиклем уҡып сығырға тырышығыҙ. Үкенмәҫһегеҙ! Унан, һис һүҙһеҙ, тағы ла нығыраҡ дуҫлашып китербеҙ.

Һеҙгә арналған “Мин – ҡояшҡай”, “Бейеүсе болан”, “Фәрештә ҡанатында” исемле китаптарымды ысын күңелдән яратып ҡабул итеүегеҙгә әле һаман һөйөнөп бөтә алмайым. Яҙыусыны нәҡ ошо уҡыусы һөйөүе яңы үрҙәргә илтә лә инде. Киләсәктә лә шулай гелән бергә булайыҡ, ҡәҙерле кескәй дуҫым!”

Ысынлап та, барса ғаләмгә йө­рә­ген асып һалған автор менән мин дә килешәм. Шағирәнең педа­гог, ике балаға наҙлы әсәй, ейән­сәрҙәренә хәстәрлекле өләсәй булыуы, балалар психологияһын тәрән аңлауы ошондай фәлсәфәүи йөкмәткеле китап яҙыуға этәргес көс булғандыр. Нимәһе менән ҡә­ҙерле, нимәһе менән бөгөнгө әҙә­биәткә яңылыҡ индерә был китап?

Ислам дине нигеҙҙәрен өйрәтеү, кескәй балаларға дөрөҫ тәрбиә биреү, уларҙа бала саҡтан уҡ күркәм әхлаҡ сифаттары тәр­биәләү, матурлыҡҡа, изгелеккә, яҡшылыҡҡа өндәү маҡсатында яҙылған “Һандуғас сере” китабы. Уның тулыһынса дини тематикаға ҡоролоуы авторҙың ижадын тағы ла сағыулата, тағы ла баҙыҡлата төштө, тиер инем.

Авторҙың быға тиклем дә баҫылған “Бейеүсе болан”, “Фәрештә ҡанатында” тигән китаптарында дини мотивтар күренә башлағайны. Күрәһең, тулыһынса дини йөкмәткеле китап әҙерләү өсөн был үҙенә күрә әҙерлек осоро булғандыр. Әйткәндәй, әҙәбиә­тебеҙҙә балалар өсөн ошондай йөкмәткеле шиғырҙар бар ул. Уларҙы Гүзәл Ситдиҡова, Зөлфиә Ханнанова, Айһылыу Ғарифуллина ижадында күҙәтә ала инек. Әммә тулыһынса китап булып нәшер ителгәндәре әлегә юҡ ине.

Көн кеүек асыҡ: хәҙерге заманда ХХI быуаттың ауыр рухи сирҙәренән дини тәрбиә менән генә балаларҙы, йәштәрҙе ҡотҡарып алып ҡалып була, сөнки киләсәк алдында яуап тотаһы бар беҙҙең.

Шағирәнең үҙенең дә диндар шәхес булыуы, һис һүҙһеҙ, күңел нескәлектәрен асып һалыуға тос өлөш индерә. Ҡоро дидактикаға ҡоролмаған, балалар теле менән ихлас һәм йылы итеп яҙылған һәр шиғырын уҡыған һайын уҡығы килә, улар тиҙ ятлана, тиҙ хәтерҙә ҡала. Хәҙерге яңы технологиялар заманында нәҡ ошолай итеп яҙмаһаң, әҫәрҙәреңдең китап кәштәһендә саңға батып ятыуы, аҙаҡтан бөтөнләй онотолоуы ла бик ихтимал икәнлеген онотмайыҡ.

“Һандуғас сере” исемле шиғырға күҙ һалайыҡ. Ошо илаһи ҡоштоң сихри тауышындағы серҙе аңлар өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәклеге олатай кәңәштәре менән ябай ғына итеп бирелгән. Күңел ялҡытып, баланы биҙрәтеп нотоҡ уҡыу юҡ бында.

Ниндәй генә шиғырҙы алһаң да, һәр береһендә шағирәнең күңел ынйылары һибелеп ята, һәр береһендә иман нуры бөркөлә. Олатай-өләсәйҙең яғымлы теле  изге йөрәге менән һуғарылған һәр шиғыр. Был ил шундай серле, шундай бәхетле. Хатта үҙең ҡайһы бер мәлдәрҙә балаға әйләнеп киткәндәй булаһың.

 

Иман байлығы

 

Лирик герой – аҡыллы, инсафлы һәм егәрле бала. Уның ҡайһы саҡта балалығы менән яһалған шуҡлыҡ­тары ҡаты итеп тәнҡитләүгә тотолмай, ә еңелсә генә юмор менән ошо сифаттың насар икәнлеге аңлатыла. (Мәҫәлән, “Хәйлә”, “Илаҡ”, “Әлдә Гөлгөнәмен” шиғырҙары).

Лирик герой олатай-өләсәһенә алмашҡа үҫә: намаҙға баҫҡан, матур итеп доға ҡыла белә. Барса күркәм сифаттар унда. Ни өсөнмө? Сөнки үҙенең тормош юлы, әйткән һүҙҙәре, ҡылған эштәре, ғәмәлдәре, холҡо менән өлгө булырҙай аҫыл заттар – олатай менән өләсәйҙәре янында. “Олатай-өләсәй мәктәбе”н үткән балаларҙа өмөт бар. Уларҙың киләсәге яҡты!

Диндар кеше булып йәшәүҙең үҙенең талаптары: һин күркәм сифатлы, күркәм холоҡло булырға тейешһең. Аллаһ Тәғәләгә, уның пәйғәмбәрҙәренә, фәрештәләренә, Китаптарына, Әхирәт көнөнә, Тәҡ­диргә ышанырға тейешһең. Юҡҡа ғынамы ни бәләкәй саҡта ололар, беҙҙең арҡабыҙҙан тупылдатып һөйөп:

– Иман байлығы бирһен һеҙгә Раббыбыҙ! – тип теләмәгәндәр.

“Һандуғас сере” ябай ғына китап түгел. Ул йәш балаларҙы рухи яҡтан бай итеп тәрбиәләүҙә, дини яҡтан мәғлүмәтле итеүҙә, Вата­ныбыҙға файҙалы кеше булыуҙа ярҙам итәсәк, үҙенең ҙур өлөшөн индерәсәк әле. Уны дини дәреслек формаһында ла ҡабул итеп була, минеңсә.

“Оло бурыс”, “Вәғәз һөйләгәндә”, “Бөгөн – Йома!”, “Аллаһ тәҡдире”, “Әлхәмдүлилләһ!”, “Хаж ҡылайыҡ!” шиғырҙары, исемдәренән үк күре­неүенсә, изге һәм хәйерле ғәмәлдәргә өндәгән шиғырҙар.

“Намаҙ” тигән шиғырына күҙ һалайыҡ:

Ҡурсаҡтарым менән бергә

Уҡып алайым намаҙ.

Көтөп торор бер яҡ ситтә

Тәтәй машинам “КамАЗ”.

Ул бит намаҙ уҡый белмәй,

Ул бит бары машина.

Икәүләп барырбыҙ, ярай,

Бөгөн ҡунаҡ ашына.

Барыһын да теҙеп һалдым

Иҙәндәге балаҫҡа.

Минең арттан ҡабатларҙар,

Үрелмәҫтәр ҡаласҡа.

Хас та оло кеше кеүек,

Сәждәлә эйеп башты,

Доғалар ҡылғас ысын итеп,

Доғабыҙ күккә ашты.

Күмәкләшеп намаҙ уҡыу

Күңелле икән ҡалай!

Хәҙрәт булдым!

Түгел инде

Уйнап йөрөгән малай.

Атай, әсәй, өләсәйем

Шатлана ҡарап беҙгә.

Ғүмер теләйбеҙ уларға,

Тыныслыҡ илебеҙгә.

Йырлап торған шиғыр! Афарин, Рәшиҙә!

 

Оҙон ғүмерле булыр

 

“Ҡыңғырау сәскә” шиғырына күҙ йүгертһәк, Ислам менән Илһам тигән матур исемле малайҙарға өләсәйҙең биргән дини һабағы ҡыңғырау сәскәһе сыңлаған кеүек итеп һүрәтләнелә. Һоҡланғыс образ тапҡан шағирә.

Сал тәбиғәтебеҙгә һөйөү уятҡан шиғырҙарҙы уҡығанда күңелгә яҙ ипкене тарала. “Рәүҙәк буйында”, “Сыйырсыҡлы бүләк”, “Ысыҡ”, “Кәзә һаҡалы”, “Рәхмәт ишетермен”, “Торналар ҡайтҡанда”, “Ҡояш апай” шиғырҙарында ғәзиз тыуған еребеҙгә һөйөү данлана. Бөҙрә һүҙҙәр менән түгел, ә уны өҙөлөп яратыу аша тасуирланған ул, сөнки ошонда һин донъяға килгәнһең, атай-әсәйең, олатай-өләсәйең тыуған. Ошо ерҙә быуындан-быуынға күсеп башҡорт халҡы йәшәй, уның теле йәшәй! Һәм киләсәктә лә йәшәйәсәк! Китапта шулай уҡ дини тәрбиә менән бергә хеҙмәт тәрбиәһенең дә үрелеп барыуы – һөйөнөслө күренеш.

“Атайым сере”, “Бесәнсе малай”, “Рәхмәт ҡошо”, “Ҡар яуғас”, “Инәй шатлығы” шиғырҙарында кескәй балалар ата-әсәләренең уң ҡулы итеп тасуирлана. “Шулай булырға кәрәк!”, “Тегеләй ит!”, “Былай ит!” тигән фармандарҙы осратмаҫһың шиғырҙарҙа.

Ололар – балаларға өлгө, сабыйҙар – ололарҙың тере күсермәһе.

“Табип булам” тигән шиғырҙа, олатаһы ауырып киткәс, иптәштәре менән бергә еләккә барыуҙан баш тартып, оло кеше янында доғалар ҡылып ултырған намыҫлы малайға һоҡланмау мөмкин түгел! Һәр кемдең ябай ғына көндәлек тормошонда осрай торған хәл, әммә ул автор тарафынан поэтик юғарылыҡҡа күтәрелгән.

Рәшиҙә Шәмсетдинованың “Һандуғас сере” тигән китабы балаларға диндең асылын мауыҡтырғыс итеп аңлатыусы ярҙамсы булып тора. Китаптың рәссамы Азамат Ғариповтың сағыу һүрәттәре, Римма Зәйтүнованың мөхәррирләүе – барыһы ла ошо маҡтаулы хеҙмәткә үҙ өлөшөн индергән.

Ышанып әйтә алам: күптәрегеҙ был китапты балаларығыҙға, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә бүләк итәсәк­һегеҙ. Уларҙы киләсәктә бик бәхетле итеп күргегеҙ киләлер бит?!

Мин дә алдым һәм мәктәптә уҡыған ҡыҙыма бүләк иттем. Уның һөйөнгәнен күреп, үҙем дә ихлас шатланып ҡуйҙым. Тимәк, авторҙың был китабы оҙон ғүмерле һәм ҡояшлы буласаҡ!

 

- Римма ҒӘЛИМОВА,

шағирә, журналист.

 

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.