Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Сентябрь , 12:42

Мәшһүр мәғрифәтсенең ғилем офоҡтары

Башҡорт тарихында төп фигураларҙың береһе.

Кешелек тарихында урын алған һәр халыҡтың үҙ милли фекере, мәҙәниәте үҫешенә генә түгел, бәлки, башҡа ҡәүемдәрҙең рухи тормошо үҫешенә лә йоғонто яһаған Руставели менән Ломоносовы, Шевченко менән Райнисы, Салауат менән Абайы, Аҡмулла менән Туҡайы, Горький менән Ғафурийы, Дәүләтшина менән Айытматовы, Кәрим менән Ғамзатовы... бар һәм буласаҡ. Һәр ҡәүем кешелек донъяһындағы үҙе бер визит карточкаһы булырҙай ошондай арҙаҡлы шәхестәре менән ғорурлана.

 

Мәғрур бейеклек

 

XIX быуаттың икенсе яртыһында ижад майҙанына килгән Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев (1841 – 1907) – башҡорт халҡының тап шундай ғорурлыҡ тойғоһо менән иҫкә алырлыҡ, өлгө итеп ҡуйырлыҡ арҙаҡлы улдарының береһе. Уның Башҡортостанда мәғрифәтсе­лек идеяларының ныҡлап тамыр йәйеүе дәүеренә тап килгән һәм башҡорт рухи мә­ҙәниәтенең эволюцияһы менән ғәжәп тығыҙ бәйләнгән ижады милли ижтимағи фекер һәм әҙәбиәт үҫеше тарихындағы ҡатмарлы бер этаптың ғилми, художестволы-эстетик, әхләҡи-этик, педагогик, фәлсәфәүи, иҡтисади һәм сәйәси ҡараштарын шаҡтай асыҡ һәм тулы сағылдырҙы. Башҡорт халҡының һөйләү телендә яҙма мәҙәниәтен тыуҙырыу, әҙәби әҫәрҙәр, ғилми хеҙмәттәр яҙыу юғарылығына тиклемге ауыр тарихи юлында М. Өмөтбаев төп фигураларҙың береһе булды. Уның йөкмәткеһе менән дә, формаһы йәһәтенән дә күп яҡлы ижад емештәре башҡорт халҡының XIX – ХХ быуат баштарындағы социаль-иҡтисади хәлен, көнкүрешен, тарихын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәте торошон, милли үҙаңы үҫешенең үҙенсәлеген күҙаллауҙа, ғөмүмән, совет осорона тиклемге башҡорт ижтимағи фекеренең, мәҙәниәтенең һәм әҙәбиәтенең традицияларын, үҫеш этаптарын һәм тенденцияларын асыҡлауҙа ҙур фәнни-ғәмәли әһәмиәткә эйә.

Башҡорт ижтимағи фекере, милли мәҙәниәте тарихында М. Өмөтбаев тыуған ер, патриотизм, ғилем, әхлаҡи-этик тәрбиә, мөхәббәт, социаль ғәҙелһеҙлеккә, милли-колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәш, дуҫлыҡ, иҡтисади һәм мәҙәни-әҙәби бәйләнештәр темаларын сағыу яҡтыртҡан мәғрифәтсе шағир (“Йомран иле”, “Шикәйәт”, “Ҡайыш илә Йүкә”, “Васыят вә нәсихәт”, “Һәр кемдең ҡалалыр бер йәдкәре”, “Бер ҡалала гүзәл күрҙем”, “Күңелем гөлдәй бөрө булмаҫ” һ. б.), публицист (“Йәмғиәт тәртиптәре”, “Халыҡ байыймы, әллә ярлыланамы?”, “Халыҡ мәғарифын юлға һалырға”, “Бөйөк шағир Александр Пушкин”, “Мәскәү хаҡында күңел мөһөрө” һ.б.) һәм тәржемәсе (“Баҡсаһарай фонтаны”, “Бәхетһеҙ ғишыҡ”, “Делибаш”, “Торба, балаҫ һәм алма хикәйәте” һ.б.) булараҡ ҡына түгел, мәғрифәтсе ғалим булараҡ та тәрән эҙ ҡалдырҙы. Уның күп яҡлы ғилми мираҫының ҙур өлөшөн башҡорт халҡының тарихына һәм этнографияһына арналған хеҙмәттәр тәшкил итә.

Уларҙа М. Өмөтбаев башҡорт халҡының килеп сығыуы, уның этник составы, теле, йәшәгән биләмәһе, ислам динен ҡабул итеүе, социаль-иҡтисади шарттар, ижтимағи мөнә­сәбәттәр кеүек ҡатмарлы мәсьәләләргә туҡтала, башҡорттарҙың быуаттар төпкөлө­нән килгән ғөрөф-ғәҙәттәре, йола-традициялары, аш-һыуы, кейем-һалымы, байрам-уйын­дары, халыҡ медицинаһы һәм педа­гогикаһы хаҡында ярайһы уҡ төплө мәғлү­мәттәр бирә (“Башҡорттар”, “Өфөнөң тарихына ҡағылышлы материалдар”, “Кесе Табын халҡының нәсәбнамәһе”, “Ағиҙел буйындағы ғөләмә вә мәшәйехтәр (ғалимдар һәм дин әһелдәре)”, “Башҡорт ҡорото”, “Башҡорт ҡурмасы”, “Тымау дауаһы” һ. б.).

Ул туған халҡы тормошондағы һанылышлы һәм ҙур әһәмиәткә эйә булған мәлдәрҙе яҡтыртыуға айырыуса иғтибар итә, мәҫәлән, башҡорт ғалимдары араһында беренселәрҙән булып Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының характеры һәм шарттары хаҡындағы проблемаға асыҡлыҡ индерә. Башҡорт халҡының был дәүләт составына инеүен тарихсы ирекле һәм прогрессив акт, уның тарихындағы “аҡ көндәр” тип баһалай. Шул уҡ ваҡытта тарихи дөрөҫлөккә тоғро ғалим башҡорттарҙың рустарға ҡушылыуы актының кире яҡтарын да ситләтеп үтмәй, төбәкте аяуһыҙ колонизациялау күренештәрен халҡы тарихындағы “ҡара көндәр” тип атай, уларҙы ҡырҡа тәнҡитләп сыға (“Башҡорт халҡының аҡ һәм ҡара көндәре”, “1755 йылғы башҡорттар фетнәһе хаҡында”, “Кесе Табын халҡының бабалары һәм унан айырылған Йомран-Табын ере” һ.б.).

 

Беҙ уға бурыслы

 

М. Өмөтбаевтың тарихи-этнографик хеҙмәттәре башҡорт халҡының үткәнен, матди һәм рухи мәҙәниәтен, төрлө дини леген­даларға, мифологияға һуҡырҙарса эйәреп китмәйенсә, уға ҡағылышлы көнсығыш һәм көнбайыш, бигерәк тә рус яҙма сығанаҡтарын автохтон характерҙағы материалдар – фольклор, ауыҙ-тел әҙәбиәте әҫәрҙәре, шәжәрәләр, башҡорт һәм татар ғалим-яҙыусыларының тарихи-әҙәби яҙмалары менән синтезлап һәм координациялап, фәнни нигеҙҙә яҡтыртырға ынтылыуы менән айырылып тора.

Ғалим бигерәк тә фольклорға иғтибар итә, уның йөҙөндә туған халҡы тарихының ташҡа баҫылмаған китабын күреп, хеҙ­мәттәрендә мөмкин тиклем күберәк файҙа­ланырға тырыша. Шуның менән бер рәттән ул тәүарихтарҙы, айырыуса шәжәрәләрҙе өйрәнеүгә ныҡлы иғтибар бүлә, асылда башҡорт милли историографияһы формалаша башлаған осорҙа уларҙы тәүгеләрҙән булып фәнни өйрәнеү объектына әүерел­дерә. Кесе һәм Кәлсер Табын ырыуҙары, Әйле ҡәбиләһе шәжәрәләренең баҫма рәүештә донъя күреүе һәм ғилми әйләнешкә кереүе менән беҙ уға бурыслы.

М. Өмөтбаев туған халҡын башҡа ҡәүемдәрҙең тарихы, матди һәм рухи мәҙәниәте менән таныштырыуға ла ҙур иғтибар бүлә. Уның яҙмалары араһында туғандаш рус, күп кенә төрки халыҡтарының, алыҫ Египет һәм Рим ерҙәренең тарихына, мәҙәниәтенә бәйле ҡыҙыҡлы материалдарҙы осратырға мөмкин (“Башҡорттар һәм торғаут ҡалмыҡтары хаҡында бер нисә һүҙ”, “Аҡташ хан”, “Ром ҡалаһы хаҡында”, “Фирғәүендәр хаҡында хәбәр”).

Ошондай киң ҡарашлы мәғрифәтсенең тарихи-этнографик эшмәкәрлеге хаҡында һүҙ алып барғанда, уның мөһим бер фекерен билдәләү урынлы булыр. Урындағы тарихи әҙәбиәттә башҡорт халҡы хаҡында етди тикшеренеүҙәрҙең булмауын, “йортобоҙҙо сит йорт халҡы яҙған”лығын күрһәтеп, тарихсы ғалим был күренештең сәбәбен субъектив мәлдәргә генә (янғындарға, һуғыш­тарға, ихтилалдарға, миссионерҙар эшмә­кәрлектәренә һ.б.) ҡайтарып ҡалдырмай, бәлки, уның төрлө яҡлап, шул иҫәптән рухи-мәҙәни йәһәттән, үҫеүенә стимул биреүсе иң мөһим шарт булған үҙаллы дәүләт ҡоролошоноң булмауы менән дә аңлата.

М. Өмөтбаевтың ғилми маһирлығы педагогикаға һәм башҡа төр фәндәргә ҡағылышлы хеҙмәттәрендә лә асыҡ күренә. Үҙенең уҡыу-уҡытыу, тәрбиә һәм әхлаҡ мәсьәләләренә арналған яҙмаларында ул йыш ҡына К. Ушинский, Л. Толстой, Я.А. Коменский кеүек күренекле педагогтарҙың фекерҙәренә таяна, балаларға кесе йәштән үк тәрбиә һәм белем биреү мәсьәләһен күтәреп сыға, математика, астрономия, география, зоология кеүек фәндәрҙең асылы хаҡындағы айырым фекерҙәре менән уртаҡлаша, уларҙың ҡайһы берҙәрен, мәҫәлән, математиканы әсә телендә уҡытыу буйынса методик тәҡдимдәрен индерә, шуға ярашлы терминдарҙы булдыра (“Башҡорт лөғәтенсә (теленсә) балаларға һан күрһәтеү”).

Ғөмүмән, М. Өмөтбаевҡа Ер шарындағы, ул үҙе әйткәнсә, “әҙәмдәрҙең дәүләтенә үҫеш биреүсе” төрлө хәл-күренештәр, фәнни-техник яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһыныу хас  (“Ғәжәйеп ҙур мәхлүктәр”, “Ҙур ағастар”, “Европа халҡының һүҙҙәре”, “Ғилми хикмәт хаҡында”, “Румия менән йыл эсендә булған ваҡиғалар” һ.б.), тарих һәм география карталары төҙөй. Уның ҡулъяҙмалары араһында нотаға һалынған йырҙы ла осратырға була.

 

Аҫаба башҡорт нимәне белергә тейеш?

 

М. Өмөтбаев бигерәк тә филология өлкәһендә ҙур эш башҡара, үҙен фольклорсы, әҙәбиәт һәм тел белгесе итеп таныта. Ауыҙ-тел әҙәбиәтендә ғалим ижтимағи тормошто алға әйҙәгән көстәрҙең береһен күрә, айырым өлгөләрен баҫма рәүештә халыҡтың үҙенә ҡайтарып биреү юлы менән уның рухи донъяһына йоғонто яһарға мөмкин тип иҫәпләй, уларҙа халыҡты ағартыу сығанағын, ташҡа баҫылмаған әхлаҡ нормаларын, халыҡ педагогикаһы нигеҙҙәрен күрә. Шуға ла уларҙы йыйып, әсә телендә генә түгел, киң йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында рус телендә лә баҫтырып сығарыуға ҙур иғтибар бүлә (“Боронғо башҡорттарҙың өләңдәре. Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Өфө губернаһы мосолман­дарының ырымдары, хөрәфәттәре, мәҡәл-әйтемдәре һәм хикмәтле һүҙҙәре”, “Риүә­йәттәр, легендалар”). Шул уҡ ваҡытта ул башҡорттарҙы башҡа халыҡтарҙың һүҙ сәнғәте менән таныштырыуға ла ҙур әһәмиәт бирә (“Татар хакимдарының һүҙҙәре”, “Ғәрәп халҡының аҡыллы һүҙҙәре”). “Башҡорттар” тигән һәм Өфө ҡалаһы башлығы С. Волковҡа тапшырған яҙмаларында инде ғалим туған халҡының ауыҙ-тел ижадына һәм әҙәбиәтенә дөйөм күҙәтеүҙәр яһай, уларҙың айырым төрҙәренә характеристика бирә.

Борондан килгән йола буйынса, “аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ”, тәүгеһе – үҙ ырыуыңдың тарихын, шәжәрәһен белеү, икенсеһе – йондоҙҙарҙың серенә төшөнөү, шуның буйынса эш итә белеү, өсөнсөһө – халыҡтың ауыҙ-тел ижадын белеү. Башҡорт фольклоры һәм әҙәбиәтенең үткәненә экскурс яһап, ғалим төбәктә ныҡ үҫешкән фольклор, уның эпос, ҡобайыр, йыр кеүек жанрҙары менән бер ҡатарҙан яҙма әҙәби әҫәрҙәрҙең дә ярайһы уҡ таралған булыуын билдәләй. Фольклорҙың иң боронғо үҫеш дәүерен ул “эпос дәүере” тип атай, шуның менән эпосты һүҙ сәнғәтендәге иң боронғо жанр тип иҫәпләүен күрһәтә.

Ә яҙма әҙәби әҫәрҙәр араһында ғалим Болғар дәүләте осоронда “талантлы шағир тарафынан төрки телендә шиғыр менән яҙылған” һәм “башҡорттар... ҡәнәғәтләнеп уҡыған” “Йософ вә Зөләйха”, “Ҡиссаи Сәйфелмөлөк”, “Таһир-Зөһрә” кеүек донъяуи йәки ярым дини характерлы әҫәрҙәрҙең айырылып тороуын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урта быуаттарҙа бындай әҫәрҙәрҙәге “нурҙар”ҙың халыҡ күңеленә үтеп кереүен изге кешеләр, батшалар һәм хәлифәләр тураһындағы “фарсы һәм ғәрәп тәржемәләре”, Мәккәгә йөрөй башлаған муллалар”, суфый шағирҙар әҫәрҙәре ҡаплай башлауын һыҙыҡ өҫтөнә ала, башҡорт әҙәбиәте тарихында фольклор менән әҙәбиәт традицияларын үҙенсәлекле берләштергән сәсән-шағирҙар ижадының да ҙур урын тотоуын билдәләп үтә. Уның хеҙмәттәрендә Т. Ялсығолов, Ә. Ҡарғалы, Һ. Сәлихов ише суфый, Х. Жданов, М. Аҡмулла кеүек сәсән-шағирҙарҙың тормошо һәм ижады хаҡында ҡиммәтле мәғлүмәттәр осрай. М. Аҡмулла һәм уның мәғрифәтсел шиғриәте йөҙөндә ул үҙенең фекерҙәшен күрә, уны “мәшһүр шағир” тип атай, уның төрмәлә яҙған шиғырҙарын XIX быуат башҡорт шиғриәтенең иң яҡшы өлгөләре тип иҫәпләй.

Ысын мәғәнәһендә демократ мәғрифәтсе М. Өмөтбаев тел ғилеме өлкәһендә айырыу­са ҙур эшмәкәрлек күрһәтә (“Татар нәхүһенең мохтасары” (“Ҡыҫҡаса татар грамматикаһы”), “Фарсыса-русса һүҙлек”, “Фарсыса-татарса-русса һүҙлек”, “Диларасбикә исеменең килеп сығыу тарихы хаҡында” һ.б.). Ғалим әллә нисәмә быуаттар буйы халыҡтың ауыҙ-тел ижады, аралашыу теленән айырмалы рәүештә йәшәп килгән иҫке яҙма әҙәби тел төркиҙе демократлаштырмай, һәр кемгә аңлайышлы дөйөм ҡулланырлыҡ телгә әүерелдермәй тороп, халыҡты төрлө фән нигеҙҙәре менән таныштырыу, аң-белемле итеү, уның мәҙәниәтен һәм әҙәбиәтен йылдамыраҡ үҫтереү мөмкин түгел тигән ҡараштан сығып, уны реформалау буйынса ең һыҙғанып эшләй.

Асылда М. Өмөтбаев башҡорттарҙың үҙаллы халыҡ булыуын яҡлап, хеҙмәт­тәрендә “башҡорт лөғәте”, “башҡорт халҡы” тигән төшөнсәләрҙе тәүләп киң ҡулланған, башҡорт теленең әҙәбиәт һәм фән теле була алыуына ныҡлап баҫым яһаған, ғөмүмән, күп яҡлы эшмәкәрлеге менән совет осорона тиклемге Башҡортостанда фәнни фекерҙәрҙе демократлаштырыуға һәм үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән ысын патриот ғалим булды.

 

- Ғиниәтулла ҠУНАФИН,

профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.