Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Сентябрь , 17:30

Белоретта “Ағиҙел” бард фестивале бара

"Беҙ райондың үҙенсәлеге булырҙай фестиваль ойоштороу тураһында күптән уйлана инек".

Белоретта “Ағиҙел” бард фестивале бара

Белорет районында Ағиҙел йылғаһы буйындағы биләмәлә “Ағиҙел-2021” I Асыҡ автор йыры фестивале башланды.

"Белорет районының үҙенсәлеге булырҙай фестиваль ойоштороу тураһында күптән уйлана инек. Элек беҙҙә “Урман микрофоны”, “Еләкле аккорд” үтә ине. Һуңғыһы ике йыл туҡтап ҡалды. Ҡатнашыусылар күп кенә була торғайны. Бард башҡарыусылар менән аралаштыҡ һәм ниндәйҙер яңы сара кәрәклеген аңланыҡ, - ти район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта. – Бер йыл элек әҙерлек башланыҡ: сараның атамаһын, урынын билдәләнек, ойоштороу комитеты төҙөнөк. Бағыусылар ҙа табылды. Шулай итеп, “Ағиҙел” барлыҡҡа килде. Әлбиттә, фестивалдең танылыу алыуын, үҫешеүен, билдәле һәм әлегә йәш бардтарҙы, ғөмүмән, автор йырын яратыусыларҙы бергә туплауын теләйем".

"Мин элегерәк үҙем дә гитарала уйнай торғайным. Кеше йыр башҡарған саҡта донъяуи мәшәҡәттәрҙән арына, шул мәлдең матурлығын тоя, - ти сараның ҡунағы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың вице-спикеры Эльвира Айытҡолова. – Әлеге ваҡытта кешеләр өсөн тәбиғәткә сығып, нимәнелер ҡарау ғына түгел, ваҡытты файҙалы уҙғарыу ҙа бик мөһим. Был фестивалде булдырғас, туристар өсөн картала тағы бер ҡыҙыҡлы урын барлыҡҡа килде. Туризм йәһәтенән бик ҙур мөмкинлектәргә эйә булған Белорет кеүек төбәктәр өсөн “Аҡ йылға” һымаҡ брендлы саралар мәҙәниәт, сәнғәт, туризм йәһәтенән генә түгел, иҡтисади күҙлектән дә – аҡса, төбәккә иғтибар йәлеп итеү буйынса ла бик мөһим. Бынан тыш, ошондай саралар грантҡа лайыҡ. Күреүегеҙсә, мөмкинлектәр, ә иң мөһиме – район етәкселегенең проектты үҫтерергә теләге бар".

Сараның тәүге көнө “Һаумы, фестиваль” концерты менән асылды. Ҡатнашыусылар алдында ҡунаҡтар – Юлий Ким (Мәскәү), Андрей Козловский (Мәскәү), Александр Вольдман (Һамар), "Чистая река" кантри-фолк төркөмө (Екатеринбург), "Без сомнения" триоһы (Түбәнге Тагил), Михаил Богуславский (Силәбе), Рәмил Баҙамшин (Өфө) һәм башҡалар сығыш яһаны.

Төп программа бөгөн, 4 сентябрҙә, үтә. Ул ике турҙа – тыңлау һәм конкурс концерты рәүешендә ойошторола. Өлкәндәр менән бер рәттән балалар коллективтары ла ҡатнаша. Бында ижади оҫтаханалар, спорт уйындары, сауҙа, ҡыҙыҡлы саралар ойошторолған. Фестивалдең төп өлөшөн ҡунаҡтарҙың, автор йыры клубтары ағзаларының, Башҡортостан, Урал һәм Волга буйы төбәктәре бардтарының сығыштары тәшкил итә. Сара иртәгә, 5 сентябрҙә, ябыла. Был көндә гала концерт һәм конкурс еңеүселәрен бүләкләү ҡаралған.

Фото: Белорет районы хакимиәте.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова