Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
6 Сентябрь , 15:00

Ә һиндә "Пушкин картаһы" бармы?

Йәштәр, әүҙемләшегеҙ! Программа эшләй башланы, мәҙәниәт учреждениелары һеҙҙе көтә. 

Ә һиндә "Пушкин картаһы" бармы?

Бөтә илдәге кеүек үк, Башҡортостанда ла “Пушкин картаһы” программаһы эшләй башланы. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, бөгөнгә ҡарата уны 15 мең самаһы йәш кеше теркәгән дә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған был мәҙәни проектты популярлаштырырға ҡушты.

– Бик яҡшы проект, беҙҙең йәштәр мәҙәни яҡтан үҫешерегә тейеш. Бында район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ла ҡушылһын, быға арнап брифинг ойошторорға, уның тураһында күберәк һөйләргә, йәштәргә белдерергә кәрәк, – тине Радий Фәрит улы.

Әминә Шафиҡова йәнә бер тапҡыр был карта менән нисек файҙаланып булыуы тураһында һөйләне.

Ул 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге кешеләргә бирелә. 1 сентябрҙән алып “Пушкин картаһы”н ала башларға була. Картала өс мең һум аҡса ята. Уның буйынса быйыл карта хужаһы бөтә Рәсәй буйынса мәҙәни сараларҙа ҡатнаша ала. Киләһе йылда был сумма биш мең һум буласаҡ. Аҡсаны мәҙәни ял өсөн файҙаланырға ярай тинек. Уға ярашлы музей, театр, галерия, филармония, консерватория һәм башҡа мәҙәни учреждениеларға билет һатып алырға мөмкин.

– Башҡортостанда был проектта 350 меңдән ашыу кеше ҡатнашыусы була ала. Йәштәр хәҙер билет хаҡы тураһында уйланмай ғына театр, филармониялар һәм музейҙарға бара ала. Беҙ быға бик шатбыҙ. Мәҙәниәт учреждениелары өсөн был проектта ҡатнашыу – ҙур яуаплылыҡ, сөнки уларға йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн яңы, заманса проекттар уйлап табырға, үҫеш өсөн яңы идеялар эҙләргә тура киләсәк, – тине Әминә Шәфиҡова. – Йәштәр был идеяны бик ыңғай ҡабул итте. “Пушкин картаһы” программаһы эшләй башлау менән республиканың мәҙәни учреждениеларына билеттар алынды. Күптәр программала әүҙем ҡатнашыр һәм сараларға ихлас йөрөр тип ышанабыҙ.

Фото: media-zvezda.ru

Автор:Альфия Мингалиева