Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
6 Сентябрь , 16:00

Милли кейем парадына килегеҙ!

Сара 10-11 сентябрҙә Сибай ҡалаһында үтәсәк "Урал аръяғы-2021" инвестиция һабантуйы сиктәрендә була.

Милли кейем парадына килегеҙ!

Хәбәр итеүебеҙсә, 10-11 сентябрҙә Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2021” III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтәсәк. Сара Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ҡатнашлығында ойошторола. Ҡатнашыусыларҙы, спикерҙарҙы, форум ҡунаҡтарын бай һәм эшлекле программа – сәнәғәт, эске туризм үҫеше, ауыл хужалығы, шулай уҡ башҡа йүнәлештәргә арналған стратегик сессиялар көтә. Сәйәсмәндәр, инвесторҙар, төбәк һәм федераль учреждениелар, Рәсәйҙең бизнес-структуралары вәкилдәре, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәренән тыш, инвестһабантуйҙа сит ил ҡунаҡтары ла ҡатнашасаҡ. 

Программаны ике аҙыҡ-түлек фестивале – Республика милли аш-һыу конкурс-фестивале һәм “ҠымыҙFEST” тулыландырасаҡ. Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбиров йыл һайын апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында Башҡортостанда Милли кейем көнө уҙғарыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйғайны. Республикабыҙҙа 160 милләт һәм  13 этник төркөм йәшәй.

Сибай ҡалаһындағы инвестһабантуйҙа үтәсәк Милли кейем байрамында башҡорт, рус, татар, чечен, болғар, украин, тажик һәм башҡа милләттәрҙең милли кейемдәрен күрергә мөмкин буласаҡ. Яҡынса 200-гә яҡын ҡатнашыусы төрлө сағыу кейемдәрҙә Үҙәк майҙандан Зәки Вәлиди урамына ҡарай юл алып, Таусылар проспекты тыҡрығынан "Бикбау" сауҙа үҙәгенә ҡарай юлланасаҡ. Артабан Үҙәк майҙанға туҡталып, фольклор, бейеү һәм йыр коллективтарының сағыу концертында ҡатнашасаҡ.

Милли кейем байрамында теләгән һәр кем ҡатнаша ала, тик уларҙың коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатҡан сертификаты йәиһә ПЦР-белешмәһе булыуы мотлаҡ. “Урал аръяғы-2021” III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында барлыҡ саралар "Роспотребнадзор"ҙың талаптарын теүәл үтәп ойоштороласаҡ.

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова