Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Сентябрь , 11:15

“Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы эшләй

"Бындай программа федераль кимәлдә ҡарала ғына әле, илдең башҡа төбәктәрендә уның аналогтары юҡ"

“Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы эшләй

Республика хөкүмәтенең кисәге ултырышында ауыл еренә эшкә күскән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә аҡсалата ярҙам саралары раҫланды.

– Майҙа үткән “АРТ-Ҡоролтай” мәҙәни форумында республика Башлығы Радий Хәбиров “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программмаһын тормошҡа ашыра башлау тураһында иғлан иткәйне. Бындай программа федераль кимәлдә ҡарала ғына әле, илдең башҡа төбәктәрендә уның аналогтары юҡ. Шуға ла кадрҙарҙы ауыл еренә эшкә йәлеп итер өсөн уларға компенсация түләү тураһында хәл иттек, – тине премьер-министр Андрей Назаров. – Юғары һәм махсус урта белем алып сыҡҡан йәштәрҙе ауылда эшләргә йәлеп итергә кәрәк.

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйткәненсә, әле 360 мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ихтыяж бар. Айырыуса ауыл клубтары һәм балалар сәнғәт мәктәптәрендә кадрҙар етмәй. Шул уҡ ваҡытта пенсия йәшендәге хеҙмәткәрҙәр өстән бер өлөштө тәшкил итә.

– Муниципаль мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы 2021 йылда бер тапҡыр бирелә торған 500 мең һумлыҡ субсидияны күҙ уңында тота. Уны торлаҡ йә ер һатып алырға тотонорға була, – тип асыҡланы Әминә Шафиҡова. – Ярҙам мәҙәниәт өлкәһендә профилле һөнәри белеме булған 35 йәшкә тиклемге йәш белгестәргә тәғәйенләнә. Был – 2018 йылдан алып ауылда йәиһә 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалала эшләгән мәҙәни-ял учреждениеһы, китапхана, музей хеҙмәткәрҙәре, мәҙәни өлкәлә өҫтәмә белем биреү педагогтары.

 

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Равиля Гатауллина