Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһында үтәсәк ҙур эшлекле форумға ни бары ике көн генә ҡалды. Ойоштороусылар һәм ҡала етәкселәре Бөтә Рәсәй күләмендәге ҙур сараға етди әҙерләнә, шул иҫәптән Сибай ҡалаһындағы урта һәм юғары белем биреү уҡыу йорттары ла.
Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжында халҡыбыҙың онотола килгән кәсептәренең береһе - туҡыу сәнғәте һәм кейеҙ баҫыуҙы пропагандалау, уны йәш быуынға өйрәтеү, республиканың иң оҫта кейеҙ һәм балаҫ һуғыу оҫталарын бер майҙанға йыйыу маҡсатында "Сибай кейеҙе" III төбәк-ара конкурсы үтә. Бәйгелә ҡатнашыусылар кейеҙҙән эшләгән әйберҙәренән күргәҙмәлә ҡатнаша һәм кейеҙ баҫыу буйынса ярыша.
Шулай уҡ тәүге тапҡыр туҡыу сәнғәте буйынса "Буй балаҫ" конкурсы ойошторола. Бында аҫалы һәм буй балаҫ, һуҡма шәл оҫталары көс һынашасаҡ.
Теләүселәр түбәндәге телефондар аша шылтырата ала : 2-46-32, 5-14-89, 937-308-90-22, 963-891-10-50, 9603834609 (Асия Султановна Гайнуллина).
Автор фотоһы.