

Иртәгә, 10 сентябрҙә, Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто Өфө халҡын, баш ҡала ҡунаҡтарын "Арт-квадрат" ҡала мәҙәни үҙәгендә үткәреләсәк интерактив сараларҙа ҡатнашырға саҡыра.
Адресын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 88-се йорт. Бында милли кейем элементтарын эшләргә өйрәнергә, милли стилдәге биҙәүестәр күргәҙмәһен ҡарарға, конкурстарҙа, флешмобтарҙа ҡатнашырға була, сәнғәт оҫталарының сығыштары ла ҡаралған.
Саралар көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана. Инеү ирекле.
Фото: "Башинформ".