Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Сентябрь , 15:30

Башҡортостанда бөгөн – Милли кейем көнө

Һәр халыҡ үҙенең традициялары менән көслө. Милли кейем – донъя халыҡтары мәҙәниәтенең мөһим һәм айырылғыһыҙ өлөшө.

Башҡортостанда бөгөн – Милли кейем көнө

Донъяла барған глобалләшеү төрлө халыҡ, милләттәрҙең мәҙәни үҙенсәлеген юйыуға илтә. Шуға ла һәр халыҡтың милли-мәҙәни үҙенсәлектәрен бөгөнгө ысынбарлыҡҡа, социаль тормоштоң яңы формаларына яраҡлаштырыу, милләт бөтөнлөгөн, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау мөһим. Был үткән, хәҙер һәм бөгөнгө араһындағы бәйләнеште һаҡларға ярҙам итәсәк, тарихыбыҙҙы формалаштырасаҡ.

Һәр халыҡ үҙенең традициялары менән көслө. Милли кейем – донъя халыҡтары мәҙәниәтенең мөһим һәм айырылғыһыҙ өлөшө, биҙәү сәнғәтенең күп төрҙәре ҡатнашмаһы. Тап ошо мәлдәр был теманы бөгөн дә көнүҙәк итә.

Бөгөн Башҡортостанда иң матур, сағыу байрамдарҙың береһе – Милли кейем көнө билдәләнә. 2020 йылдан ул республика Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы йылына ике тапҡыр үткәрелә – апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында.

Байрам республикала йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә тағы бер күҙ һалырға булышлыҡ итә. Уның маҡсаты – Башҡортостан халыҡтарының милли мәҙәнәитен һаҡлау һәм үҫтереү.

Милли костюм – ул өҫ кейеме генә түгел, ә халыҡтың мәҙәниәте, тарихы, йолалары һәм көнкүреше сағылышы. Ул рухи-мәҙәни мираҫты һаҡарға ярҙам итә, шуның өсөн дә был көндө республиканың бар район-ҡалаларында, ауылдарында билдәләйҙәр.

Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә лә ҙур саралар программаһы ҡаралған. Милли кейем көнөндә тарихи-мәҙәни үҙәктәр әүҙем ҡатнаша. Башҡортостандың төрлө тарафтарында милли кейем күргәҙмәләре ойошторола, флэшмобтар, милли кейем элементтарын эшләргә, кейем тегергә өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтә.

Мәҙәниәттәр, милли колорит һәм традициялар ҡатнашмаһы – былар барыһы ла Милли кейем көнөнә ҡағыла. Байрам белем биреү учреждениеларында ла киң билдәләнә. Мәктәптәрҙә республика халыҡтарының милли кейеменә арналған берҙәм дәрестәр, флэшмобтар, конкурстар, презентациялар үтә. Дәрестәрҙә халыҡтарҙың мәҙәниәте, көнкүреше тураһында һөйләйҙәр, халыҡ бейеүҙәренең видеояҙмаһын ҡарайҙар, милли музыка ҡоралдарында уйналған көйҙәрҙе тыңлайҙар.

Мәктәптәрҙә бындай саралар үткәреү туған халыҡтың мәҙәниәте һәм традицияларына ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтерергә, тыуған яҡ менән ғорурланыу тойғоһо барлыҡҡа килеүгә, халыҡ оҫталары хеҙмәтенә хөрмәт тәрбиәләргә ярҙам итә.  

Фото: Башинформ.

Автор:Равиля Гатауллина