Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Сентябрь 2021, 17:00

Иглиндә – Милли кейем көнө саралары

Балтика ауылындағы күп функциялы клубҡа бер нисә быуын ауыл вәкилдәре белорус тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторған сараға йыйылған.

Иглиндә – Милли кейем көнө саралары
Иглиндә – Милли кейем көнө саралары

Бөгөн Башҡортостанда билдәләнгән Милли кейем көнө уңайынан Иглин районында ла мәғлүмәти программа ойошторолған. Балтика ауылындағы күп функциялы клубҡа бер нисә быуын ауыл вәкилдәре Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – белорус тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторған сараға йыйылған.

Мәктәп уҡыусылары белорус милли кейеме тарихы менән танышҡан, республикала йәшәгән төрлө халыҡтарҙың традицион кейеме тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ишетеп белгән. Милли-спорт эстафетаһы балаларға айырыуса оҡшаған. Бында тиҙлек кенә түгел, милли кейем элементтарын дөрөҫ итеп кейеү ҙә иҫәпләнгән.

Өлкән быуын вәкилдәре халыҡ кәсептәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткргән. Балалар ырғаҡ менән бәйләргә, балаҫ һуғырға, яман теш-күҙҙәрҙән һаҡлауға тәғәйенләнгән ҡурсаҡтар тегергә өйрәнгән.

“Сябры” белорус халыҡ йыры ансамбле вәкиле Лидия Салынова: “Балаларҙы үҙҙәренең ата-бабалары мәҙәниәте ҡыҙыҡһындырыуы – ҡыуаныслы күренеш. Уларҙы үҙ ҡулдары менән ни ҙә булһа эшләргә өйрәтә алыуыбыҙ ҡәнәғәтлек бирә. Милли рух менән һуғарылған, айырым бер көскә эйә булған әйберҙәр бит был. Бындай берҙәмләшеү тойғоһо һис ниндәй байлыҡҡа алыштырмай торған мәлдәр”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша.

Теләгәндәр челенджды видеоға төшөрөүҙә ҡатнаша алған, ә ҡыҙҙар, ихлас шатлана-шатлана, белорустарҙың милли кейемен кейеп ҡараған.

Мәғлүмәт, фото: Мәҙәниәт министрлығы сайты.

 

 

 

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: