Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Сентябрь 2021, 18:35

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла ҡатнашты

Сибай ҡалаһында үткән “Урал аръяғы-2021” III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында Милли кейем көнө уңайынан парад булды.

Сарала мәктәпкәсә учреждениеларҙан алып ҡаланың барлыҡ уҡыу йорттары, ойошмалар ҡатнашты. Кескәйҙәр менән бер рәттән төрлө милләт кейемендәге уҡыусылар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, студенттар, ағинәйҙәр, шулай уҡ мәҙәниәт һәм башҡа тармаҡ хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Парадта Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың да булыуы сараның бәҫен, мәртәбәһен арттырҙы.

Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбиров йыл һайын апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында Милли кейем көнө уҙғарыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйғайны. Башҡортостанда 160 милләт һәм 13 этник төркөм йәшәй. Байрам республика халыҡтарының йолаларына, тарихына, мәҙәниәтенә иғтибарҙы арттырыуға булышлыҡ итә. Маҡсат тап шул – Башҡортостандағы төрлө милләт вәкилдәренең рухи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү.

Фотолар: Рәмзиә Кәримова һәм Гөлсинә Ишморатова.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: