Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Сентябрь 2021, 21:00

Милли байрам һәр кемдең күңеленә яҡын

Бөгөн республиканың барлыҡ белем биреү учреждениеларында Милли кейем көнөнә арналған саралар үтте.

Милли байрам һәр кемдең күңеленә яҡын
Милли байрам һәр кемдең күңеленә яҡын

Бөгөн республиканың барлыҡ белем биреү учреждениеларында Милли кейем көнөнә арналған саралар үтте: "Милли кейем – халҡым мираҫы" тигән берҙәм дәрес, һүрәттәр, фотолар, видеоҡотлауҙар конкурстары, бейеү флешмобтары, оҫталыҡ дәрестәре, виртуаль экскурсиялар, квест-уйындар, дискуссиялар һ.б.

Төп идея – республикала йәшәгән бар халыҡтарҙың милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү.

Байрамды үткәреү дуҫлыҡ һәм үҙ-ара татыулыҡ билдәһенә әйләнде. Дәрестәрҙә милли кейем тураһында тыңлап, оҫталыҡ һабаҡтарында уның элементтарын эшләргә өйрәнгән балаларҙа халыҡтың йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә, тарихына ҡыҙыҡһыныу арта. Улар бер-береһен аңларға, башҡа милләт вәкилдәрен хөрмәт итергә өйрәнә.

Милли кейем халыҡтың үҙенсәлеген сағылдыра. Һуңғы йылдарҙа көндәлек кейемгә милли элементтар өҫтәү, милли биҙәүестәр тағыу модаға инде. Йәштәр ҙә быға ихлас ҡушылды.

Аҙна дауамында барған сараларҙы балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә күтәреп алды. Ҡатнашыусылар милли кейем кейеп, биҙәүестәр тағып төшкән фотоһүрәттәрен социаль селтәрҙәргә ҡуйҙы.

Планлаштырылған бар саралар бик яҡшы кимәлдә ойошторолдо. Милли кейем көнө йәш быуынға халыҡ мәҙәниәтенең оло ҡиммәт һәм байлыҡ икәнен аңларға ярҙам итә - шуныһы бәхәсһеҙ.

Фото: "Бәйләнештә".

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: