Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Сентябрь , 23:30

"Сәнғәт ышаныс менән йәшәргә ярҙам итә"

Өфөләге Салауат Юлаев майҙанында “Юғары музыка көндәре” проектының һуңғы, һигеҙенсе, концерты булды.

"Сәнғәт ышаныс менән йәшәргә ярҙам итә"

Бөгөнгө көҙгө кис, әйтерһең, заказ буйынса, тыныс һәм йылы булды. Сентябрь бер көнгә генә йәйҙе ҡайтарҙы ла матур йырҙар менән баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарының күңелен күтәрҙе.

Өфөлә Салауат Юлаев майҙанында “Юғары музыка көндәре” проектының һуңғы, һигеҙенсе, концерты булды. Был көндәр эсендә проект Салауат, Нефтекама, Мәләүез, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Күмертау ҡалаларында тормошҡа ашырылды. Майҙансыҡтарҙа билдәле сәхнә оҫталары сығыш яһаны.

Бөгөн Өфөләге программаны илдең танылған киноактеры, төп гардемарины, Рәсәйҙең халыҡ артисы Дмитрий Харатьян алып барҙы.

“Тик юғары сәнғәт кенә кешеләрҙә ысын хистәр тыуҙыра, тормошта лайыҡлы, ышаныс менән йәшәргә ярҙам итә. Сәнғәттең төп маҡсаттарының береһе – өмөт бүләк итеү. Бөйөк философ Ницше әйтеүенсә, “Сәнғәт кешеләргә ысынбарлыҡтан үлмәҫ өсөн бирелгән”. Бик дөрөҫ һүҙҙәр, сөнки классик сәнғәт кешеләрҙә иң изге, гуманлы хистәр уята”, – тине Дмитрий Харатьян “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына.

“Радий Фәрит улы Хәбиров бер нисә йыл элек мин йәшәгән, бала сағым, йәшлегем үткән ҡалаға етәкселек итә ине, - тине актер. - Мин үҙемдең ҡалам – Мәскәү өлкәһенең баш ҡалаһы Красногорскиҙың патриоты. Радий Фәрит улы уның өсөн бик күпте эшләне, әле һаман яҡшы һүҙҙәр менән хәтерләйҙәр үҙен. Халыҡҡа ысынлап хеҙмәт иткән кеше ул".

Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асҡар Абдразаҡов, Эльвира Фатихова, Лариса Әхмәтова, “Каруанһарай” төркөмө солисы Вилдан Яруллин яратҡан йырҙарын башҡарҙы, тамашасылар уларға ихлас ҡушылды.

“Халыҡ эстрада-классик музыканы һағынған. Беҙ мөхәббәт, бәхет, тыуған яҡтың матурлығы тураһында йырлайбыҙ. “Юғары музыка көндәре” тигән матур лозунг аҫтында үткән проекттар яҡшы һөҙөмтә бирә. Миңә Рәсәйҙә күп тапҡыр үткәрелгән был фестивалде яңыртыу мөмкин булды. Хәҙер ул йыл һайын Башҡортостанда ла, Рәсәйҙә лә үтәсәк”, – тине Асҡар Абдразаҡов.  

Атҡаҙанған артист Владимир Копытов белдереүенсә, проект өсөн махсус рәүештә совет эстрада музыкаһының иң яҡшы өлгөләренән торған репертуар һайланған.

“Өфөнән тыш, мин Ишембай һәм Күмертау ҡалаларында сығыш яһаным. 60-сы, 70-се һәм 80-се йылдарҙағы совет эстрадаһы – ул классика. Концерттан һуң кешеләр яныбыҙға килә лә: "Артистар хәҙер башлыса фонограммаға йырлай, ә беҙ тере тауыштарҙы һағындыҡ. Йышыраҡ килегеҙ, ошоноң кеүек сифатлы, һәйбәт һәм изге концерттар бирегеҙ", - тип һорай”, – ти Владимир Копытов.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, вуртуоз ҡурайсы Азат Биксурин өс көн элек көпшәнән ҡурай эшләгән һәм уны Дмитрий Харатьянға бүләк иткән. Актер Өфөгә сираттағы тапҡыр килгәнендә бер нисә нота булһа ла уйнарға өйрәнергә вәғәҙә биргән.

Үҙенең сығышында Дмитрий Харатьян йыйылған кешеләрҙе сәхнәгә саҡырып, улар менән бергә йырҙарын башҡарҙы. Мөхәббәт тураһындағы билдәле лирик романсты ул Өфө ҡыҙы Анисья менән, “Не вешать нос, гардемарины” кинохитын Виталий һәм Руслан менән бергә йырланы. Актер белдереүенсә, яңыраҡ “Гардемариндар, алға!” сериалының дауамы төшөрөлөп бөткән. Ул премьера менән Башҡортостанға килергә вәғәҙә итте.

Кисә дауамында өфөләргә Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Касимов идара иткән эстрада-джаз оркестры яҡшы кәйеф бүләк итте. Концерт программаһын Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиев тамамланы.

“Тамашасыларҙың күҙҙәренән күрәм: барыһы ла беҙҙең яратҡан солистарҙы һәм музыканттарҙы тыңларға ихлас теләп килгән. Был сәхнә оҫталарын бөтәбеҙ ҙә яратабыҙ, тәрбиәләнеүселәребеҙ менән бергә тыңлайбыҙ, бөгөн дә килдек”, – тине педагог Нәйлә Рамеева.

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Альфия Мингалиева