Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Сентябрь 2021, 22:00

Бөгөн - Радик Юлъяҡшиндың туйы

Йәштәрҙең никахы Ҡазан ҡалаһында булғайны, ә туйҙары Өфөлә гөрләй.

Бөгөн - Радик Юлъяҡшиндың туйы
Бөгөн - Радик Юлъяҡшиндың туйы

Бөгөн башҡорт һәм татар эстрадаһының популяр йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, республика Башлығы ярҙамсыһы Радик Юлъяҡшиндың туйы.

Ул былтыр һөйгәне Инзилә менән Ҡазан ҡалаһында никах уҡытҡайны, йәштәр бөгөн мөнәсәбәттәрен рәсмиләштергән. Туй мәжлесе Өфөләге "Торатау" конгресс-холында үтә.

Йәштәр туйы хаҡында алдан социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итмәгән. Уларҙы туй тантанаһы менән ихлас ҡотлайбыҙ, бәхетле булһындар!

Фото: "Бәйләнештә".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: