Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Сентябрь 2021, 13:01

“Бәрәкәт”тең үҙ урыны бар

Быйыл Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәр араһында “Башҡортостан’’ гәзите редакцияһында ете-һигеҙ йыл минең менән бергә эшләгән, “күҙ алдымда үҫкән” Даян Мәжитовтың да булыуына ихлас һөйөндөм.

 Уның беҙгә эшкә килгән мәлен яҡшы хәтерләйем. Башҡорт дәүләт университетының өсөнсө курс студенты ғына ине әле. Тәү ҡарашҡа баҙнатһыҙ, хатта оялсан кеүек күренһә лә, редакция тормошона бик тиҙ күнегеп китте, төрлө мәсьәләләргә арналған ҡыйыу мәҡәләләр менән сығыш яһай башланы. Даян уҡыған башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының ул саҡтағы деканы профессор Марат Зәйнуллин бер күрешкәндә: “Бик шәп, тилбер егет, үкенмәҫһегеҙ”, – тигәйне. Дөрөҫ тойомлаған икән.

Бер нисә йыл элек, “Башҡортостан” гәзитенең тарихы буйынса китапҡа материал туплап, гәзит төпләнмәләрен аҡтарғанда Даян Мәжитовтың яҙмаларына йыш тап булдым. Темалары төрлө: иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ, спорт, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт, мәғариф һәм фән, һаулыҡ һаҡлау һәм демо­графия. Эйе, был егет тема һайламай, ниндәйенә тотонһа ла, үҙ диң­геҙендә йөҙгәндәй. Фельетон, ки­ңәйтелгән репортаж жанрҙарында ла үҙен күрһәтә алды, кәрәк саҡта тиҙ генә шиғырын да яҙып бирә ине. Иҫләүемсә, бер мәл уны Бөр­йәнгә яҙыусы Сөләймән Латиповтың юбилей кисәһенән репортаж әҙерләргә ебәргәйнек. Шаян тел менән бик уҡымлы итеп яҙылған ыҡсым ғына мәҡәлә, тағы ла ра­йон тормошонан бер ҡосаҡ мәғлүмәт алып ҡайтты. Шул саҡ хеҙмәттәштәрем алдында: “Мал бу­лыр был”, – тип һығымта яһағаным хәтерҙә. Яңылышмағанмын, булыр бала би­ләүҙән билдәле, тиҙәр бит.

Даяндың сәйәси темаға анали­тик яҙмалары йәмәғәтселек тарафынан юғары баһа ала ине, күбеһе ки­тапхана фондтарына ла ингән. Ул сифат ҡына түгел, тиҙлек ме­нән дә алдыра торғайны: кискә ҡарай үткә­релгән мөһим сараларҙан репортаждарын бер ваҡытта ла төнгәсә көтөп ултырырға тура кил­мәне.

Даян Мәжитовтың яңылыҡҡа ынтылышы ифрат көслө. Редакцияла эш башлаған саҡта уҡ эшҡыуарлыҡ хаҡында тупланма ойошторҙо ул, аҙаҡ ир-атҡа арнал­ған махсус биттәр сығарҙы. Автомобилдәр һәм юлдар тураһындағы “Тәгәрмәс” тип аталған тупланма ла уның башланғысы ине. Шуныһын билдәләргә кәрәк: Даяндың махсус биттәре һәр саҡ үҙенсәлекле, ҡа­батланмаҫ булды, ул һәр ҡайһыһы өсөн айырым рубрикалар ҙа уйлап сығарҙы. Мәҫәлән, “Мыйығыңа ура”, “Һөнәрсе менән Өйрәнсек”, “Егет­кә – ете һорау”, “Мәҙәк тә, ғибрәт тә” һәм башҡалар иҫтә ҡалған.

“Башҡортостан” гәзите биттә­ренә күҙ һалһаң, әле лә Даян­дың ижади эшләүе күренә. За­ман менән бергә зауыҡ, талап­тар үҙгәреп тора, шуға күрә киң мәғлүмәт саралары өлкәһе, ха­лыҡтың ихтыяждарын иҫәпкә алып, туҡтауһыҙ яңырырға тейеш. Даян быны яҡшы белә һәм ижа­ди ҡеүәтен йәлләмәй.

Былтыр ғинуарҙа республикала башҡорт телендә “Бәрәкәт” тип аталған журнал сыға башлауы йәмғиәтебеҙ өсөн ҡыуаныслы ла, аптыратҡыс та бер яңылыҡ булды. Ни тиһәң дә, һуңғы йылдарҙа матбуғат баҫмалары кәмеүгә табан бара, дәүләт ҡарамағында булғандары ғына етәкселектең хәстәрлеге менән бирешмәй килә. Ә был – ябай бер кеше асҡан һәм үҙ көсө, үҙ аҡсаһы менән нәшер иткән журнал! Әлбиттә, уның шундай үҙенсәлекле, сағыу биҙәлешле булыуы иғтибарҙы йәлеп итә, уҡырға керешһәң, матур телле, бай йөкмәткеле, һәр һүҙенәсә уйланылған икәнлеге күңелде арбамай ҡалмай. Хикәйәләр, шиғырҙар, дин темаһына аңлатмалы яҙмалар, кәңәштәр даими баҫыла, барыһы ла кешегә файҙалы мәғлүмәт, ғилем биреүгә, күңелдәрҙе сафландырыуға һәм рухи йәһәттән байытыуға йүнәлтелгән. Хатта кроссвордтары ла тәрән уйландыра, хистәрҙе ҡуҙғыта “Бәрәкәт”тең.

Изгелек орлоҡтары сәскән, йәшәү мәғәнәһе, мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында һөйләгән был журнал йәшәргә тейеш. Уның Башҡортостан матбуғатында үҙ урыны, үҙ тауышы, үҙ уҡыусылары бар. Даян менән бер һөйләшкәндә миңә “Бәрәкәт”тең почта аша тәүге айҙа ни бары 270 дана тираж менән таралғаны, аҙаҡ, ай һайын арта барып, бер йылда 1500-ҙән артҡаны мәғлүм булғайны. Тағы ла йөҙҙәрсә данаһы магазиндар аша һатыла икән. Тимәк, халыҡ был баҫманы ярата, уға ихтыяж ҙур. Шуны ла әйтергә кәрәк: “Бәрәкәт” дәүләт ҡарама­ғындағы гәзит-журналдарҙың өлөшөнә инмәй, сөнки уның темалары икенсе.

Яңы журналдың һәр һанында Даян Мәжитовтың халыҡҡа хәйриә ярҙамы күрһәткән йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, өлгөлө ғаилә башлыҡтары, намыҫлы эшҡыуарҙар, ижад кешеләре һ.б. менән әңгәмәләре донъя күреп тора. Был – үҙе бер ҙур хеҙмәт, сөнки бөгөнгө йәмғиәт, йәш быуын тап шундай өлгөләргә, аҡыллы фекерҙәргә, кәңәштәргә мохтаж. “Бәрәкәт” дөрөҫ юлдан бара.

Дөйөм алғанда, Даян Мәжитов Баш­ҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ, тип иҫәпләйем. Ул беҙҙең ышанысты, һис шикһеҙ, аҡлаясаҡ.

 

- Факил МЫРҘАҠАЕВ,

“Башҡортостан” гәзитенең элекке баш мөхәррир урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Читайте нас: