Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Сентябрь 2021, 12:26

Илһамлы яҙмыш

Һәр геройын яратып яҙа.

Ҡайһы саҡ миңә уның бер юлы ике ҡулы ла яҙалыр кеүек тойолоп китә. Шулай булмаһа, нисек өлгөрөр ине икән шул сама күләмле эштәрҙе бер үҙе атҡарып сығырға. Республикабыҙҙың Милли әҙәбиәт музейының тырышлығы арҡаһында грант ярҙамында Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың “Илһамлы яҙмыштар” исемле китабын кемдәр күргән, моғайын, улар ҙа был хаҡта уйланмай ҡалмағандыр.

Шәхестәр тарихта ҡала

 

Шағирә тинем... Әммә ул бит бына тигән публицист та. 1978 йылдан “Башҡортостан ҡыҙы” журналында баш мөхәррир булып эшләй башлағаны бирле ҡулынан ҡәләме төшкәне юҡ. Анығыраҡ итеп әйткәндә, республикабыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙары журналына тәҡдим ителеүенә лә атаһы тураһында “Кеше ышанмаҫтай осрашыу” тигән очеркы сәбәпсе була. Партия өлкә комитетының идеология бүлеге етәксеһе Таһир Ахунйәнов уның яҙғанын уҡығас, “ошондай ғәҙел, изгелекле кеше ҡатын-ҡыҙ журналына етәкселек итергә тейеш” тигән һығымтаға килә. Һәм Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы дүрт тиҫтә йылдан ашыу публицистика йөгөн тарта.

Әҙәбиәт донъяһында һәр яҙыусы, шағир очерк һәм мәҡәләләр яҙа алмай. Үҙ ғүмерендә бер генә ҡәләмдәше хаҡында йылы һүҙ әйтеп, матбуғат биттәрендә сығыш яһамаған әҙиптәр ҙә юҡ түгел арабыҙҙа. Ә Гөлфиә Юнысованың “Илһамлы яҙмыштар” кеүек тағы ике китабы әҙер. Һәр береһендә 50 әҙәбиәт, сәнғәт һәм башҡа өлкәләрҙәге күренекле шәхестәребеҙ менән әңгәмәләр, мәҡәләләр бирелгән. Күҙ алдына килтереүе лә ауыр был сама эште! 150 шәхес яҙмышы авторҙың йөрәгенә, күңеленә һыйған.

Ҡайһы бер ижад кешеләре араһында журналистикала интервьюны иң еңел жанр тип уйлаусылар бар. Уның нимәһе: һорау бирәһең дә бөттө-китте, һөй­ләгәндәрен яҙып ҡына алаһы ҡала, йәнәһе. Үҙем дә ошо өлкәлә ярайһы күп эшләгән кеше булараҡ беләм: әңгәмәсеңде асыр, күңел донъяһын яҡтыртыр өсөн ана шул һорауҙарҙы бирә белергә лә кәрәк. Тормош иптәшем Нияз Мәһәҙиев менән берлектә “Хан һүҙенән юғарыраҡ Әҙип һүҙе” тигән китабыбыҙҙа Гөлфиә Юнысова менән дә әңгәмә бар. Шуны уҡып, уның ғүмер буйы дуҫ булып йөрөгән әхирәте: “Был интервьюны үҙең яҙғанһыңдыр, юғиһә, улар һинең тормошоңдо нисек шулай ныҡ белһен”, – тип шик белдергән. Ундай һорауҙар кешене йылдар буйы яҡындан белеүҙән, редакцияла, Союзда, кисәләрҙә, көнкүрештә осрашыуҙар, күҙәтеүҙәр, арала­шыуҙарҙан һуң тыуа. Һиҙгер күңелле кешегә әңгәмәсеһен белер, һынар өсөн бер һөйләшеү ҙә, әҫәрҙәрен уҡыу ҙа етә.

Гөлфиә апай үҙе лә был хаҡта шулай тине:

– Рауил Бикбаевҡа һорауҙар әҙерләр өсөн бөтә ижадын ҡарап сыҡтым, томдарын аҡтарҙым. Рәми ағай тураһында һорау бирер өсөн “Рәми” тигән китабын, “Көндә­лектәр”ен уҡыным. Ә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булараҡ хеҙмәтен күрһәтер өсөн шул осорҙағы сығыштарын ҡараным. Һорауҙар әҙерләргә генә минең өс көн ваҡытым китте.

Гөлфиә Юнысова әҙерләгән өс китаптағы 150 кеше менән осра­шыуға ла ул шулай әҙерләнә. Әҙибә яҙған публицистиканың ҡыҙыҡ­һынып, еңел уҡылыуы – ана шул күңел хеҙмәтенең һөҙөмтәһе лә.

Бер яҡтан, уйлап ҡарағанда, шул сама шәхес тураһында яҙып, үҙеңдең ижадҡа тигән ҡәҙерле ваҡытыңды бүлеүҙең кәрәге бармы икән, тиеүселәр ҙә юҡ түгел. Ысынлап та, мәҡәләләр, әңгәмәләр күп ваҡытты ала, әммә публицистика өлкәһендә лә кемдер эшләргә тейеш тәбаһа. Ябай уҡыусы бындай яҙмаларҙы яратып уҡый, сөнки уларҙа яҙыусыларҙың, сәнғәт кешеләренең һаран ғына юлдар менән күрһәтелгән биографик мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ҡыҙыҡлы яҙмыштары менән осраша, һоҡлана. Уҡытыусылар балаларға өлгө итеп ҡуя. Шәхестәребеҙҙе белергә һәм улар хаҡында киләсәк быуындарға ла һөйләргә тейешбеҙ. Ә улар хаҡында китап булып баҫылып сыға икән, тарихта ла ҡала.

 

Хикмәтле көс бар

 

Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы һәр геройы тураһында яратып яҙа. Ғөмүмән, үҙең яратмаған, һоҡлан­маған кеше хаҡында яҙып буламы икән? Элек кенә ул әҙәбиәт, сәнғәт бүлегендә эшләгән журналистарға теге йәки был шәхестең юбилейы осрағында мөхәррир ҡушыуы буйынса мәҡәләләр әҙерләнә торғайны. Мәжбүрләп йөкмәтелгән бурысты атҡармай сараһы юҡ бүлек хеҙмәткәрҙәренең. Ундай саҡта күбеһенсә дежур яҙмалар барлыҡҡа килә. Ә Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙынан бер кем дә “шуны яҙ, быны яҙ” тип талап итеп тормай, ул күңеле ҡушыуы буйынса эшләй.

– Кемдер хаҡында яҙыр өсөн, ысынлап та, уны яҡындан белергә, яратырға, һоҡланырға, һис юғында ихтирам итергә кәрәк. Шунһыҙ башҡалар мауығып уҡырлыҡ әңгәмә әҙерләп булмай, – ти был хаҡта әҙибә.

Ә мин тағы ла кәмендә улар кимәлендә йә юғарыраҡ та булырға кәрәктер, тип өҫтәр инем. Вазифа буйынса булмаһа ла, рухи, күңел байлығы яғынан.

Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары Лилиә Ғүмәрова, Зөһрә Рәхмәтуллина, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары менән әңгәмәләрендә ул Рәсәй сәйәсмәндәре менән бер ҡатарҙан, бер мөнбәрҙән тороп һөйләшә. Миҫалға, йәнә “Ағиҙел” журналының 7-се һанында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова менән әңгәмәһен килтерергә мөмкин.

“Илһамлы яҙмыштар” китабына күренекле ҡәләмдәштәребеҙ Рәшит Назаров, Рәшит Шәкүр, Динис Бүләков, Ҡәҙим Аралбай, Мостай Кәрим, Дилә Булгакова, Зәйнәб Биишева, Шәриф Бикҡол, Зәки Әлибаев, Әхиәр Хәким, Мөслим Әбсәләмов, Хәлисә Мөҙәрисова, Абдулхаҡ Игебаев, Гөлнур Яҡу­пова, Зөһрә Ҡотлогилдина, Рәшиҙә Мәһәҙиева, Гөлназ Ҡотоева, Рәмзилә Хисамитдинова, Түләк Ғирфанов, Мирас Иҙелбаев, Нажиә Игеҙйәнова, Лариса Абдуллина, Ирек Кинйәбулатов, Зөлфиә Ханнанова, Рауил Бикбаев, Фәрзәнә Аҡбулатова, Әлфиә Әсәҙуллина, Айгиз Баймөхәмәтов менән әңгәмәләре, мәҡәләләре бирелгән. Һәр яҙманы эшләү өсөн күпме күңел хеҙмәте талап ителә!

Ярай, ҡәләмдәштәр менән аралашып йәшәйбеҙ, яңы сыҡҡан китаптары менән танышып барабыҙ. Һөйләшер һүҙҙәр ҙә, фекерҙәр ҙә уртаҡ, тигәндәй. Ә бит сәнғәт кешеләре менән әңгәмә әҙерләү өсөн уларҙың ижадын яҡындан белеү мотлаҡ. Танылған актер Марат Йәмилевте яҙыр өсөн, мәҫәлән, уның сәхнәләге ролдәрен ҡарарға кәрәк. Ә билдәле ҡурайсы Азат Айытҡолов менән һөйләшер өсөн уның концерттарын күреү, уйнағанын тыңлау, республика ҡурайсылары алдында торған мөһим мәсьәләләрҙе белеү мөһим. Композитор, моңдашы, Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының бик күп йырҙарына көй яҙған Роза Сәхәүетдинова, сәхнә оҫталары Миңзәлә Хәйруллина, Гүзәл Маликова, йырсы Тәнзилә Үҙәнбаева, ғалимә һәм сәсәниә Розалия Солтангәрәева, йырсы Нурия Абдуллина менән һөйләшкәндә, бәләкәйҙән үҙенең дә актриса булырға теләүе ярҙам иткәндер. Ә инде халыҡ дауалаусыһы Мәҙинә Дәүләтбирҙина хаҡында яҙыуға, уның менән яҡындан танышыуға Гөлфиә апайҙың үҙендә лә ниндәйҙер хикмәтле көстәрҙең булыуы сәбәпселер.

Биш тиҫтәгә яҡын геройҙың исемдәрен һанап сығыуы ғына еңел. Улар тураһында башҡаларға һөйләү – йылдар буйына йыйылған күҙәтеүҙәр, аралашыуҙар, әҫәрҙәрен уҡыуҙар, сығыштарын тамаша ҡылыуҙар һөҙөмтәһе.

Гөлфиә Юнысованың китаптарының исемдәрен, наградаларын, вазифаларын, йәмәғәт эшмәкәрлеген теҙеп һанап сығыу өсөн генә лә әллә күпме урын кәрәк булыр ине. Бер нимәне генә телгә алып үтке килә. Юбилейым уңайынан “Ватандаш” журна­лының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева минең хаҡта “республикабыҙҙа трилогия сығарған беренсе журналист” тип билдәләп киткәйне. Ул бында “Һуғыш балалары – тарих яралары”, “Һуғыш яралаған бала саҡ”, “Һуғыш балалары һөйләй” исемле документаль публицистика китаптарын күҙ уңында тотоп әйткән. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының “Илһамлы яҙмыштар”, “Илһамлы ғүмерҙәр”, “Илһамлы осрашыуҙар” (һуңғы икәүһе әҙер булһа ла, әлегә баҫылып сыҡмаған) йыйынтыҡтары донъя күрһә, иншалла, республика журналистикаһында тағы бер трилогия авторы өҫтәләсәк.

Батырлыҡҡа тиң ғәмәл

 

Бик күп матбуғат уҡыусылары, әҙәбиәт һөйөүселәре менән бергә Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысо­ваның республика журналис­тарының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына тәҡдим ителеүен ҡыуанып та, аптырап та ҡабул иттем. Ҡыуандым: сөнки ул – был баһаға иң лайыҡлыларҙың береһе. Аптыраным: ниңә әҙибә ғүмере буйы публицистика өлкәһендә эшләгән килеш ошоға тиклем тәҡдим ителмәгән?! Үҙе етәксе саҡта башҡаларҙы хәстәрләгән. Иңдәренә депутатлыҡ вазифаһын йөкмәгәндә республиканы борсоған етди мәсьәләләрҙе, бурыстарҙы хәл итеүҙә ҡатнашҡан. Мәскәүҙә Дума трибунаһы артына баҫып, бөтә ил алдында Башҡортостан мәнфәғәттәрен яҡлап, күтәреп сығыуы ғына үҙе ни тора! Батырлыҡҡа тиң был ғәмәл. Һәр депутаттың да йөрәге етерлек эш түгел ул.

Был донъяла ҡойон кеүек йәшәй Гөлфиә Юнысова. Редакцияларға йүгереп килеп инешләй үк хәбәрен һөйләй башлай, эшен тиҙ генә хәл итә лә йүгереп сығып та китә, күрмәй ҙә ҡалаһың. Әле бер ай элек кенә: “Әсәйемдең 100 йәшенә китап әҙерләйем”, – тигәйне, бер аҙнанан уны баҫтырып, бүләк итеп тә китте. Ана шул “Минең ҡәҙер­леләрем” тигән китапты уҡығандан һуң, Гөлфиә апайҙағы уңғанлыҡ, ихласлыҡ, туғандары өсөн өҙөлөп торған апай булыуының, атаһы Аҙнағол Миңнеғол улының, әсәһе Хөмәйрә Сафа ҡыҙының талапсанлығы, дөрөҫ тәрбиә биреүҙәренең һөҙөмтәһе икәнлеген аңлайһың. Бәләкәйҙән туғандары алдында яуаплылыҡ тойоп үҫкән Гөлфиә Юнысова киләсәктә “Пионер” журналында эшләгәндә – республика балалары, “Башҡортостан ҡыҙы”нда баш мөхәррир булғанда – республика ҡатын-ҡыҙҙары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булғанда – республика халҡы, шиғырҙарын, йырҙарын ижад иткәндә уҡыусылары, әҙәбиәт һөйөүселәре алдында яуаплылыҡ тойоп эшләне һәм йәшәне.

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына тәҡдим ителгәндә лә ул шул тиклем яуаплылыҡ менән ҡараған. Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова был исемгә әллә нисә тапҡыр лайыҡ булырлыҡ эш-ғәмәлдәр атҡарғандан һуң ғына тәҡдим ителеүе журналистикаға яңы аяҡ баҫып, әле үҙ исемен дә булдырмаған ҡайһы бер йәштәрҙең ошо оло исемгә дәғүә итеүҙәре лә уйландырһын ине. Бөгөн ҡәләм оҫталары араһында әҙәбиәтте лә, журналистиканы ла бер ҡатарҙан алып барыусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ.

Тағы шуны ла әйтке килә: Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы “Илһамлы яҙмыштар” китабы менән бик күп райондарҙа осрашыуҙарҙа булды. Һәр ерҙә китапханасылар ҙа, башҡа милләт вәкилдәре лә, уҡытыусылар ҙа уның рус теленә тәржемә ителеп сығарылыуын һорай. Шулай уҡ беҙҙең “Хан һүҙенән юғарыраҡ Әҙип һүҙе” менән “Һуғыш балалары һөйләй” китаптарын да рус телендә уҡырға теләктәрен белдереүселәр күп. Ысынлап та, бындай әһәмиәтле китаптар күберәк уҡыусыларға барып етергә тейеш. Мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында файҙаланыу өсөн әҙер ҡулланмалар бит улар.

Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының журналистика өлкәһендәге титаник хеҙмәттәре үҙ баһаһын алыр, тип ышанам. Киләсәктә лә ул бер юлы ике ҡулы менән дә яҙып – әҙәбиәттә лә, журналистикала ла яңынан-яңы ижади уңыштары менән ҡыуандырыр әле. Әлеге ваҡытта ул депутат яҙмалары өҫтөндә илһамланып эшләй. Шундай ҙур хеҙмәттәре менән ул үҙе лә илһамланып, башҡаларҙы ла илһамландырып йәшәй.

 

- Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Читайте нас: