Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Сентябрь 2021, 12:58

Ижады баһаланырға лайыҡлы

“Башҡортостан” гәзитенең  көньяҡ-көнсығыш райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе Кәримә Усманованы Башҡортостан Республикаһының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына дәғүә итеүселәр исемлегендә күреп бик ҡыуандым.

Уны күптән беләм. Бынан күп йылдар элек Сибай  төбәк яҙыусылар ойошмаһында бергә эшләргә тура килде. Мин – ойошманың етәксеһе, ул – әҙәби консультант. Кәримә Ишбулды ҡыҙы эшсән, тырыш, принципиаль, теүәл булыуы менән айырылып торҙо. Уға әйтеү ҙә кәрәкмәне, йүгереп йөрөп әҙәби кисәләр, осрашыуҙар, яңы ҡулъяҙмаларҙы тикшереү ултырыштары ойошторҙо.

Үҙе белеп, әйттереүҙе көтмәгән кеше менән эшләү еңел, күңелле. Ҡулға-ҡул тотоношоп бергә эшләү дәүерендә ҡәләм тирбәтеүселәрҙең, мәктәп уҡыусыларының ижадын туплаған ете йыйынтыҡ донъя күрҙе. Китап әҙерләү, баҫтырып сығарыу еңел эш түгел, бына ошо йыйынтыҡтарҙы туплауҙа Кәримә Ишбулды ҡыҙының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Шул саҡта уҡ әле Кәримәнең: “Минең бала саҡ хыялым –  “Башҡортостан” гәзитенең хәбәрсеһе булыу!” тип әйткәне хәтерҙә. Ошо хаҡта Рауил Бикбайға еткерҙем, уның ярҙамы һәм фатихаһы менән Кәримә Ишбулды ҡыҙы республикабыҙҙың арҙаҡлы гәзите хәбәрсеһе булып китте лә инде.

Бөгөн уның мәҡәләләрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп, уҡып барам. Матур, ышандырып, ерлекле итеп яҙа. Нимә хаҡындамы? Дөйөмләштереп әйткәндә, тыуған төйәгебеҙ яҙмышы, унда йәшәгән кешеләр хаҡында. Яҙғандары мауыҡтырғыс, һутлы тел менән һуғарылған, иң мөһиме – ышандыра. Хәбәрсе һәр саҡ юлда, һәр саҡ баҫыуҙарҙа, иген табаҡтарында, фермер хужалыҡтарында, ауыл халҡы араһында. Ана шул юлдарҙа тыуған яҙмалары менән алдыра ла инде “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Кәримә Усманова.

Эшлекле, талантлы, йөҙөмә һис ҡасан ҡыҙыллыҡ килтермәгән шәкерттәрем менән ғорурланам. Улар, шөкөр, бер нисәү, шуларҙың иң сағыуҙарының береһе – Кәримә Ишбулды ҡыҙы. Республика журналистарының юғары наградаһына ул, һис шикһеҙ, лайыҡ. Ә һис шикһеҙ лайыҡтар һәр саҡ мәлендә баһаланырға хаҡлы.

- Хәйҙәр ТАПАҠОВ,

 Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, “Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире.

Читайте нас: