Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Сентябрь 2021, 12:37

Күк Ирәндек бүләк итә бай хистәр

Башҡорт әҙәбиәтенә, журналистикаһына даланлы ижадсылар биргән Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуып үҫкән Кәримә Усманова. Күк Ирәндек, мәғрур Күсемташ, Йәнгүҙәй ҡаялары, Олобейек, Тағанташ тауҙары, йәмле Мәмилә буйҙары, сылтыр Аҡма, Төпкөл шишмәләре донъяға яҡты, киң ҡараш, бай хистәр бүләк итәлер, моғайын.

Ауылдашым булараҡ, Кәримә Усманованың ижадын күптән күҙәтеп барам. Ул мәктәптә, район гәзитендә, Сибай төбәк яҙыусылар ойошма­һында эшләп, бай тормош, ижад тәжрибәһе туплап килде абруйлы “Башҡортос­тан” гәзитенә. Яуаплы эш тапшырылды уға – Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр райондарының, Сибай, Баймаҡ ҡалаларының тормошон яҡтыртыу. Минең ҡарамаҡҡа, Кәримә Ишбулды ҡыҙы бик йылдам алып китте был эште, ун ике йыл дауамында уңышлы алып бара.

Ул яҙған мәҡәләләрҙе айырым бер йылылыҡ менән ҡабул итәм, сөнки  бик матур яҙылғандар, уларҙан ысын тормош хисе бөркөлә. Кәримә Усманованы классик журналистика вәкиле тип һанайым. Интернет заманында ситтән тороп яҙылған мәҡәләләр өҫтөнлөк ала. Ә Кәримә Ишбулды ҡыҙы ваҡиға урынына барып, геройҙары менән күҙмә-күҙ осрашып, аралашып мәҡәлә әҙерләүҙе журналист бурысы тип һанай.

Үҙ хәбәрсе булараҡ, ауылдашым республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәктәренең социаль-иҡтисади, мәҙәни, сәнәғәт, белем биреү, ауыл тормошон йыл әйләнәһенә, көндәлек сағылдырып бара. Ҡайһылары «Башҡортостан» гәзитендә махсус бит рәүешендә лә донъя күрә. Заманыбыҙҙың алдынғы кешеләре, Урал аръяғы иҡтисадын күтәреүгә тос өлөш индергән предприятиелар, шәхси эшҡыуарҙар, иген үҫтергән ялан батырҙары, бай мәҙәниәтебеҙҙе артабан байытҡан мәҙәниәт хеҙмәт­кәрҙәре, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәләре, халыҡ ижады оҫталары,  халҡыбыҙҙың онотола барған кәсеп-шөғөлдәрен тергеҙеүселәр булһын­мы, социаль-иҡтисади тормошҡа күҙәтеү, анализлаумы – барыһы ла Кәримә Усманова сағылдырған темалар, геройҙар исемлеген әллә күпме дауам итергә булыр ине.

Уның Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһында эшләгән йылдары ла айырыуса иғтибарға лайыҡ. Йәш быуында әҙәбиәткә, ижадҡа һөйөү тәрбиәләүҙә ул ойошторған бихисап ижад бәйгеләре, йәш исемдәрҙе табыу, ҡәләм тирбәткән уҡыусыларҙың әҫәрҙәрен анализлау маҡсатында үткәрелгән, хәҙерге тел менән әйткәндә, “Баһалама сәғәте” тиһеңме, төбәктә ижад иткән яҙыусыларҙың ҡәҙер һәм ижад кисәләрен үткәреүеме – барыһына ла  ун йылға яҡын ойошманың әҙәби консультанты булып эшләгән Кәримә Ишбулды ҡыҙының хеҙмәте һалынды. Бөгөн дә ул был башланғысты лайыҡлы дауам итә, йыл һайын Сибай ҡалаһында үткән Таңсулпан Ғарипова исемендәге төбәк-ара йәш ижадсылар бәйгеһенең баһалама ағзаһы, райондар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыусы ла, матбуғат биттәрендә даими яҡтыртыусы ла ул.

Кәримә Ишбулды ҡыҙы Усмано­ваның күк Ирәндектән, Йәнгүҙәйҙән һут алған, республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәктәре тормошона бағышланған күп йыллыҡ бай ижады Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына лайыҡ, тип иҫәпләйем.

- Таңсулпан ҒАРИПОВА,

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

Читайте нас: