Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Сентябрь 2021, 12:18

Мишәрҙәр күпләп йәшәгән ерҙә

Иҫке Балтас ауылында Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге асылды.

Автор фотолары
Фото:Автор фотолары

Бәрәкәтле Балтас районы арҙаҡлы шәхестәре менән дан тота. Батыршаның исемен генә телгә алыу ҙа күпте һөйләй. Төбәктә Советтар Союзы Геройҙары Улмас Шакиров менән  Ғабдулхаҡ Сәйетов тыуып үҫкән. Фашист танкына граната менән ташланып, күп яуҙаштарының ғүмерен һаҡлап алып ҡалып, батырлыҡ ҡылған Менәүәрә Фазылбәкова тураһында ла онотмайыҡ. Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Флүр Ғилемйәнов, Әхсән Шәрипов, Ҡәҙим Шәйхелисламов, Нурулла Хафизов – балтастарҙың ғорурлығы. Был ер танылған яҙыусыларҙы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхнәф Харисовты, Әбүбәкер Усмановты, Рәйеф Әмировты, Гөлнара Шәймөхәмәтованы һәм башҡаларҙы биргән. Был яҡтарҙа халыҡтың эшһөйәр булыуына һоҡланмаған кеше һирәктер. Баҫыу батырҙары йыл да мул иген үҫтереп ала, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары малсылыҡта һынатмай. Районда 24 мең тирәһе кеше иҫәпләнә. Башҡорттар күпселекте тәшкил итә. Бынан тыш, төп халыҡ менән дуҫлыҡта һәм татыулыҡта татарҙар, рустар һәм бүтән милләт вәкилдәре йәшәй. Райондың үҫешенә мишәрҙәр ҙә ҙур өлөш индерә.

 

Айырым һүрәтләүгә лайыҡ

 

Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Иҫке Балтас ауылында Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге филиалы тантаналы шарттарҙа асылды. Уны бигерәк тә мишәрҙәр түҙемһеҙләнеп көтөп алды һәм быға ифрат ҡыуанды. Үҙәк Иҫке Балтас ауылының Беренсе Май урамындағы, 1/1-се йортта урын­лашҡан.

Ул көндә Иҫке Балтас ауы­лындағы район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙан умарта күселәй гөжләп торҙо. Башҡортостан ха­лыҡ­тарының милли кейем көнө алдынан милли кейем күргәҙмәһе янында олоһо ла, кесеһе лә байтаҡ ине. Мишәр кейемдәре сағыулығы, төрлөлөгө менән иғтибарҙы йәлеп итте, килешле лә тип өҫтәргә кәрәк. Милли аш-һыу өҫтәле иһә барыһын да үҙенең эргәһенә йыйҙы. Уңған апай-еңгәйҙәр, телде йоторлоҡ итеп тәмле ризыҡтар әҙерләп, ҡунаҡтарға ауыҙ иттерҙе. Ҙур өҫтәл ит һәм һөт, кондитер ризыҡтарынан һығылып торҙо. Аш-һыу әҙерләү йәһәтенән оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәтелде. Ә баландары һуң! Тағы ҡайһы районда ҡунаҡтарҙы тәмле балан һуты менән һыйлайҙар?! Балтас районында эсеп туйғыһыҙ балан һуты әҙерләйҙәр.

“Йәшәйбеҙ үҙ еребеҙҙә, тойоп берҙәмлек хисен” музыкаль ком­позицияһында дәртле лә, күңелле лә йыр-моң яңғыраны, шаян бе­йеүҙәр күрһәтелде. Унда мишәр фольклор коллективтарының сы­ғышы сағыулығы менән айырылды. Ҡыҫҡаһы, “Дуҫлыҡ байрамы” тип аталған сара һәр кемдең күңе­ленә хуш килде.  

Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге бинаһында экспонаттарға бай музей эшләй. Музей тупһаһы аша атлау менән үҙеңде бөтөнләй бүтән донъяға килеп ингәндәй тояһың, дөрөҫөрәге, мишәрҙәр йортоноң ишеген асып ингәндәй хис итәһең. Музейға мишәр ауылдарынан көнкүреш кәрәк-ярағы килтерелгән, бында данлыҡлы шәхестәр менән дә танышырға мөмкин.

...Бына икһеҙ-сикһеҙ баҫыу күренә, әҙ генә елгә лә туҡ башаҡлы бойҙайҙар һелкенеп ҡуя, был бәүелеү эргә-тирәгә үҙенсә матур­лыҡ өҫтәй. “Быйыл ашлыҡ уңды, тимәк, һәр ғаиләнең өҫтәл түрендә икмәк буласаҡ”, – тип һөйөнә игенсе. Иген баҫыуы ауылдан әллә ни йыраҡ урынлашмаған, тағы ла яҡыныраҡ ерҙә иген келәттәре теҙелеп киткән. Ауыл боронғо булһа ла, ыҡсымлығы һәм төҙөк­лөгө менән матур күренә. Бында һәр ғаилә башкөллө мөһим эштәргә күмелгән, үҙенең донъяһы менән йәшәй, кем әйтмешләй, күңелле мәшәҡәттәргә сумған. Улар малсы­лыҡ менән шөғөлләнә, үҫемлек­селектә лә алдынғы, ҡош-ҡортон да, ваҡ малын да үрсетә. Ауылдың иң бейек урынындағы мәсет әллә ҡайҙан балҡый, тирә-яҡҡа иман нуры сәсә. Ауыл янындағы бормаланып аҡҡан йылғала бала-саға сыр-сыу килеп һыу инә, түбәнге яҡта ҡош-ҡорт кинәнә.

Мишәр йорто айырым һүрәт­ләүгә лайыҡ. Уның иң уртаһында, бында иң кәрәклеһе мин тигәндәй, мейес ултыра. Ысынлап та, унһыҙ ҡыш сығыу, ғөмүмән, мейесһеҙ донъя көтөү мөмкин түгел. Хатта ул яғылмаған хәлдә лә, был өйҙә күңелле һәм йылы. Мейес янында ҡаҙан, сүмес, самауыр, суйын шикелле кәрәк-яраҡ теҙелеп киткән. Урындыҡ, өҫтәл, ултырғыс кеүек йыһаздарының һәр береһе урынында.

Музейҙа күрше райондарҙы ла ҡушып эшләнгән, хатта ауылдары айырым күрһәтелгән Балтас ра­йоны картаһы эленгән. Тап ошо ауылдарҙа мишәрҙәр күпләп нигеҙ ҡорған. Мишәр ҡатын-ҡыҙының кейеменә һоҡланмаған кеше юҡ­тыр. Унда һис тә артыҡ әйбер юҡ, барыһы ла ыҫпай, сабата иһә образды тулыландырып тора. Бынан тыш сәңгелдәк, йөн һәм дебет иләй торған ҡулайламаларҙы ла осратырға мөмкин.        

Кәштәлә мишәрҙәргә бәйле Рәфис Шәйхәйҙәровтың “Юғары Ҡарыш ауылы тарихы”, “Батырша эзләреннән”, “Балтач мәчетләре” исемлеләре, “Язмышым Син – Көндәшлем” (Нәфис Хәмәтнуров), “Тушҡыр ауылы тарихы” (Ғатин Ғәбделсамат, Хәмәт Низамов, Ғәзимә Ғиззәтуллина), “Староянбаево: история, люди, события” (Рәлиф Шәкирйәнов), шулай уҡ Боғҙан, Иҫке Тимкә, Ҡомъяҙы, Суртанлыкүл, Иҫке Янбай, Бейгилде, Яланғас, Иштирәк, Түбәнге Ҡарыш, Үрге Ҡарыш, Соҡалы һәм башҡа ауылдар тарихы тураһында бай йөкмәткеле китаптар теҙелгән. “Мишәр халык әкиятләре”, “Мишәр ашлары”, “Мишәр уйыннары” тигәндәре лә иғтибарҙы йәлеп итә.

 

Мишәрҙәр тураһында бай мәғлүмәт кәрәк

 

Райондың Тусыбай ауылында иһә ауыл мәҙәниәт клубы үҙ ишек­тәрен асты. Тантанала Баш­ҡорт­остандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ҡатнашыуы сараның абруйын арттырҙы, байрамға йәм өҫтәне.

– Тап әле ошондай тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙе асыу айырыуса көнүҙәк. Милли мәҙәниәт һәр саҡ үҙгәреүгә дусар ителә, шуға күрә лә республикабыҙ халыҡтарының ҡабатланмаҫ үҙенсәлеген күҙ ҡараһылай һаҡлау мөһим, – тине Әминә Ивний ҡыҙы.

Министр билдәләүенсә, Баш­ҡорт­останда элек-электән бөтә халыҡтар ҙа дуҫ һәм татыу йәшә­гән. Һәр милләттең тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлау – Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлегенең өҫтөн­лөклө йүнәлештәренең береһе. Быйыл февралдә Мишкә районында Мари тарихи-мәҙәни үҙәгенең асылыуы мари халҡының тормошонда ҙур ваҡиға булғайны. Балтас районындағы Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәген асыу Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы нигеҙендә бойомға ашырылған.

– Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәген нәҡ Балтас районында төҙөү тиккә түгел, – ти Әминә Ивний ҡыҙы. – Төбәктең 14 ауылында мишәрҙәр йәшәй, бында ошоғаса уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәре һәм традициялары яҡшы һаҡланған. Үҙәк тотош рес­публикабыҙға һибелгән мишәр­ҙәрҙең тарихын һәм мираҫын һаҡлауға мотлаҡ булышлыҡ итәсәк. Был – 25-се тарихи-мәҙәни үҙәк. Хәҙер Башҡортостанда – 19 һәм Рәсәй төбәктәрендә шундай алты үҙәк эшләй. Уларҙың бөтәһе лә күп милләтле халыҡтарҙың рухи байлығын һаҡлаусы ролен үтәй.

Балтас районы хакимиәте баш­лығы Илгиз Субушев иһә байрам айҡанлы барыһына ла ихлас теләктәрен еткерҙе, Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәгенең эшенә уңыштар теләне.

Башҡортостан Халыҡтар дуҫ­лығы йорто директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Мирхәйҙәрова билдәләүенсә, мишәрҙәрҙең тарихы һәм мәҙәниәте, ғөмүмән, мишәр­ҙәрҙең көнкүреше ентекле өйрә­нелә.

– Башҡорттар төйәгендә йәшәү һәм күп ваҡыт бергә хәрби хеҙмәттә булыу мишәрҙәрҙең көндәлек тормошона һәм үҙаңына ныҡ тәьҫир иткән. Ғөмүмән, республикабыҙҙа төпләнгән мишәрҙәргә ата-баба­ларының ғөрөф-ғәҙәттәрен тәрә­нерәк өйрәнеү, киләсәк быуынға еткереү һәм таратыу тәңгәлендә ҙур мөмкинлектәр асылды, – тип тамамланы телмәрен Гөлназ Ғиндулла ҡыҙы.

Гөлназ Мирхәйҙәрова мишәр­ҙәрҙең тарихын төптән өйрәнгәне өсөн Хәнис Хазимов, Нәфис Хаматнуров, Мәғҙән Фазылов һәм Рәлиф Шәкирйәновҡа Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

– Балтас районы үҙәге Иҫке Балтас ауылында мишәрҙәрҙең тарихи-мәҙәни үҙәгенең асылыуы мишәрҙәр өсөн милли-мәҙәни традицияларҙы тергеҙеү, үҫтереү һәм һаҡлау йәһәтенән отошло, – тине Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге филиалы методисы Айҙар Сираев.

Мәртәбәле делегация составына республикабыҙҙың бүтән тарихи-мәҙәни үҙәге белгестәре лә ингәйне. Мәҫәлән, Тәтешле райо­нынан Удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәре Ирина Сәмиғолова һәм Ксения Милиятова Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Айҙар Сираевҡа иҫтәлекле бүләк тап­шырҙы, һәр йәһәттән дә уңыштар теләне. Шулай уҡ Өфө районынан “Красный Яр” рус тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Алена Шәмсетди­нова тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләү тәҡдимен индерҙе.

Иҫке Балтас ауылының район мәҙәниәт йортонда “Республика­быҙҙың милли палитраһында Башҡортостан мишәрҙәре” тигән киңәйтелгән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Һөйләшеүҙә рәсми кеше­ләр, билдәле ғалимдар, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүселәр ҡатнашты.

Танылған тарихсы, тарих фән­дәре кандидаты, журналист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Хәмиҙуллин мишәрҙәргә бәйле тарихҡа байҡау яһаны, башҡорт-мишәр ғәскәре тураһында һөйләне.

– Беҙ мишәрҙәр тураһында күп һәм бай мәғлүмәт тупларға тейеш­беҙ, хәйер, уларҙы өйрәнергә лә өйрәнергә әле, – тине Салауат Хәмиҙуллин. – Мишәрҙәр револю­цияға хәтлем этнос булараҡ билдәле булған. XIX быуаттың аҙаҡтарында метрика китаптарында мишәрҙәр күпләп телгә алына.

Башҡортостан стратегик тик­шеренеүҙәр институтының со­циомәҙәни анализ бүлеге мөдире, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов мишәрҙәрҙең этник үҙенсәлектәре тураһында бәйән итте.

– Ҡасандыр мишәрҙәрҙең һаны 150 мең тирәһе булған, был бик күп һан, – тине ғалим. – Белеүебеҙсә, аҙаҡтан инде көслө миграция башланған. Шуныһы иғтибарҙы йәлеп итә: башҡорттар менән мишәрҙәр бер-береһе менән ныҡлы бәйләнештә торған, тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән. Башҡорт-мишәр ғәскәре ҙур көс булған.

 

Парижға тиклем барғандар

 

Юлдаш Мөхәмәт улы феке­ренсә, Балтас районында мишәр­ҙәр этносы асыҡ төҫмөрләнә. Ғөмүмән, улар Башҡортостандың өс төбәгендә күпләп йәшәй – Бөрө һәм Стәрлетамаҡ райондарында һәм республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә.

Башҡорт дәүләт университе­тының Башҡортостан тарихы, археология һәм этнология кафед­раһы доценты, тарих фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбат­талов белдереүенсә, мишәрҙәр­ҙең Башҡортостан мәҙәниәтенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ, был мәсьәлә әле лә өйрәнелә.

Рәсми мәғлүмәттәрҙән бил­дәле булыуынса, 1767 йылда Башҡортостанда 2253 мишәр йорто иҫәпләнгән. 1834 йылда Бөрө өйәҙендә 154 мишәр ауылы булған. Бөгөн мишәрҙәр Балтас, Борай, Ҡариҙел, Кушнаренко, Шишмә, Саҡмағош, Дәүләкән һәм башҡа райондарҙа күпләп ғүмер итә. Ә инде Татарстанда улар бихисап. Рәсәйҙә иһә үҙҙәрен Һамар, Пенза, Түбәнге Новгород, Ульяновск өлкәләрендә, Сыуаш, Мордва Республикаларында һәм Себер тарафтарында осратырға мөмкин.

Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге филиалының маҡсаты – респуб­ликабыҙҙа ғүмер иткән мишәр­ҙәрҙең тарихын, телен, милли мәҙәниәтен һәм традицияларын ҡәҙерләп һаҡлау. Әле Балтас районындағы 14 ауылда йәшәй улар. Мишәр ауылдарында милли үҙаң көслө, өлкәндәр йәш бы­уынға күркәм традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тапшыра.

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Балтас районының почетлы гражданы, “Староянбаево: История, люди, события” исем­ле китап авторы Рәлиф Шәкирйәнов Балтас районы мишәрҙәре тураһында бәйән итте.

– Мишәрҙәр кемдәр улар? Күсенеү сәбәптәре нимәлә? Элекке һәм бөгөнгө мишәрҙәр нисек йәшәй? Бына ошо һорауҙарға яуап эҙләү һәм табыу айырыуса мөһим. Иҫке Янбай ауылынан Янбай Туҡтамышев тигән кеше сыҡҡан. Иҫке Янбайҙағы мишәр­ҙәр Ульяновск өлкәһенән күсеп килеп ултырған. Әле бынамын тигән ғүмер итәләр, милли ғөрөф-ғәҙәттәрен тоталар, – тине ул.

Рәлиф Шәкирйәнов фекерен­сә, ул саҡтағы власть мишәрҙәргә өҫтәмә рәүештә ташлама яһаған – уларға дворян чины биргән.

Тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе, “Язмышым син – Көндәшлем” тигән китап авторы Нәфис Хаматнуров Балтас районының топонимикаһы, шулай уҡ Көндәш­ле ауылы тарихы хаҡында һөйләне.

– Мишәрҙәрҙең үҙ һүҙе, фекере булған, уларҙың ассимиля­цияға бирелмәүе ана шул көслө булыуҙарында ла инде, – тине Рәсәй халыҡ мәғарифы отличнигы, тыуған яҡтың тарихын өйрәнеүсе Мәғҙән Фазылов. – Мишәрҙәрҙең ниндәй йылғыр сауҙагәр булыуын белһәгеҙ икән! Нимә менән генә кәсеп итмә­гәндәр! Хәҙер Көндәшле ауы­лындағы, ғөмүмән, Балтас райо­нындағы зат-нәҫелем бүтән милләттәр менән ҡулға-ҡул тотоношоп, бынамын тигән итеп йәшәп ята.

Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе, “Уразай һәм уразайлылар” тип аталған китап авторы Мәғҙән Фазылов Балтас районы мишәрҙәренең тел үҙенсәлек­тәрен аңлатты, фольклор ха­ҡында ла тулы итеп һөйләне.

– Өй беҙҙеңсә – “изба”, төн­лөк – “төндөк”, сынаяҡ – “соҡор”, ҡартатай – “ҡартай” йәки “ҡар­тыҡай”, һепертке – “себерке”, – тине Мәғҙән Нәғим улы – Баланды – “малан”, күнәкте “бидра” тибеҙ. Беҙҙә кәләштең һылыуына ла, ҡустыһына ла “балдыҙ” ти ҙә ҡуялар! Бынан тыш “н” хәре­фен ныҡ итеп әйтәбеҙ. Йәмле – “йәмне”, тәмле “тәмне” була.

Әйткәндәй, мишәрҙәр “ч” хәре­фенә айырыуса баҫым яһай.

– Мәҫәлән, “Чокалының чокырыннан чыккан чакта чий чейәне чәйнәй-чәйнәй чигәләрем чатнап чыкты”, тиҙәр, – тип шаярта Мәғҙән Фазылов.

Мишәр улы һәр дәүерҙә

Хәрби хеҙмәт үтәгән

 (түләгән).

Шулай итеп, һәр дәүерҙә

Тыуған илен һаҡлаған, – тип ул таҡмаҡлап та алды.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәнис Ха­зимовтың сығышын барыһы ла оҡшатты. Хәнис Ситдиҡ улы бер ауылдан ғына донъя кимәлендә танылыу яулаған 50-гә яҡын шәхестең сығыуына һоҡланыуын йәшермәне.

Түңәрәк өҫтәлдә резолюция ҡабул ителде. Үҙәккә мишәрҙәр­ҙең тарихы, теле, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы әүҙем рәүештә берләштерергә, бүтән төбәктәрҙәге мишәрҙәр менән, мәҙәни йәһәттән тығыҙ бәйләнештәр булдырырға, Рәсәй халыҡтары араһында уникаль күренеш булараҡ, урында ми­шәрҙәрҙең тарихын, телен һәм мәҙәниәтен таратырға, улар мәҙәниәтен үҫтереү буйынса федераль һәм республика учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итергә тигән ҙур бурыстар йөкмәтелде.

Мишәрҙәрҙе өйрәнеүҙе ғалим­дар асылмаған китап менән сағыштыралар. Тарихи документ­тарҙан күренеүенсә, XVI быуат аҙаҡтарында Рәсәй Хөкүмәте мишәрҙәрҙең бер өлөшөн Баш­ҡортостанға күсерә. Ғөмүмән, был халыҡтың Волга ярҙарынан Урал­ға тулҡын-тулҡын булып ағылыуы XVIII быуатҡа хәтлем дауам иткән. Урал алдындағы мишәр­ҙәр­ҙең 1798 – 1865 йылдарҙа даими башҡорт-мишәр ғәскә­рендә тороуын да бик яҡшы беләбеҙ. Улар башҡорттар менән бергә 1814 йылда Парижға тиклем барып еткән! Улар, аҙаҡтан һатып алыу шарты менән, башҡорттарҙан ер алған.

1920 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса, Башҡорт­останда 166 мең мишәр иҫәп­ләнгән. Һуңынан иһә саҡ ҡына кәмегәндәр – 1926 йылда 136 мең тирәһенә ҡалғандар, ә тотош Советтар Союзында улар 242 меңдән ашыу булған. Аҙаҡтан халыҡ иҫәбен теркәү кампаниялары ваҡытында мишәрҙәр бөтөнләй иҫәпкә алынмаған.   

 - Илдар АҠЪЮЛОВ.

 Балтас районы.

Читайте нас: