Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Сентябрь 2021, 13:25

“Рухи аҙыҡты яҡындарымдан алам”

Йыр-моңға һөйөүе бишектән килә.

Ғаилә архивынан.
Фото:Ғаилә архивынан.

Бөгөнгө “Йома ҡунағы” – танылған музыкант, республикабыҙҙың төрлө театрҙарында спектаклдәргә көйҙәр яҙған, бик күп байрамдарҙы, концерттарҙы музыкаль яҡтан биҙәгән, йырҙар ижад иткән шәхес, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат ЯХИН.

 

– Илшат Ғәббәс улы, һеҙҙе сәнғәт донъяһына алып сыҡҡан оло юл ҡайҙан башлана? Музы­каға һөйөүегеҙ ҡасан асылды?

– Таланттарға бай Учалы районының Ҡотой ауылында тыуып үҫтем. Йыр-моңға һөйөүем бишектән киләлер. Нәҫелебеҙҙә һәләтлеләр күп, элек-электән зат-зәүеребеҙ йыр-моңға тартылған. Атайым гармунда оҫта ғына уйнай. Әсәйем мәктәптә пионервожатый, уҡытыусы булып эшләне, музыканан да уҡытты, үҙе мандолинала уйнай, йырлай ҙа.

Улар һөйләүенсә, ике йәштән үк үҙ алдыма көйҙәр көйләп йөрөгәнмен. Быяла банкаларға, кәнсер һауыттарына һуғып, төрлө көй сығарып маташыуым да иҫемдә. Атайымдың ике туған ағаһы Ғосман бабайым (мәрхүм инде) бик оҫта баянсы булды. Уның уйнауына барыбыҙ ҙа хайран ҡала торғайныҡ. Баян моңона ынтылышымды күреп, атай-әсәйем миңә беренсе класта баян һатып алып бирҙе. Беренсе һабаҡтарҙы әсәйемдән алдым, шунан яйлап көйҙәрҙе үҙаллы сығара башланым. Ғосман бабайым да, ваҡыты булғанда, миңә ярҙам иткеләй торғайны. Дүртен­се кластан инде Наилә өләсәйем аҙнаһына ике тапҡыр автобуста күрше Ураҙ ауылының музыка мәктәбенә йөрөтөп уҡытты. Музыка буйынса беренсе уҡытыу­сым – баян класын етәкләгән Гүзәл Зиннурова. Уға рәхмәтем сикһеҙ, сөнки баяндың беренсе серҙәрен асҡан да, ноталар менән таныштырған да, сәхнәгә алып сыҡҡан да ул булды.

Һуңынан, ғаиләбеҙ менән Зәйнәкәй ауылына күсеп китеү сәбәпле, музыкаль белем алыуҙы туҡтатып торорға тура килһә лә, баяндан айырылманым.

Бер нисә йылдан Иманғол ауылына күсендек. Бәхеткә күрә, бында музыка мәктәбе бар ине – йыр-моң серҙәренә төшөнөүемде дауам иттем. Ҡала яҡын булғас, данлыҡлы баянсы, бөгөн Баш­ҡорт­остандың халыҡ артисы Рәжәп Вәдүтов, Иманғолға килеп, баян дәрестәренән уҡыта ине. Уның академик башҡарыуҙарын тыңлап, дәрестәренә йөрөп, был һөнәргә мөкиббән ғашиҡ булдым. Шул ваҡытта музыкант-баянсы буласаҡмын, тигән маҡсат ҡуйҙым.

– Һеҙҙе сәхнәлә тыуған тип әйт­һәк тә, яңылышмаҫбыҙ, шулай ҙа ҙур сәхнәлә беренсе тап­ҡыр сығыш яһағанығыҙҙы иҫ­ләй­һегеҙме, тулҡынлан­дығыҙ­мы?

– Эйе, бала саҡтан мәктәптә, ауыл клубы сәхнәһендә сығыш яһай башланым. Ғаиләбеҙ та­лант­тарға бай булғас, район мәҙәниәт бүлеге лә барлыҡ смотр-конкурстарға саҡырып торҙо. Ул ваҡытта районыбыҙҙың мәҙәниәт бүлегенә Гөлдәр Моратова етәкселек итте, төбәгебеҙ мәҙәниәт өлкәһендә үҫеш кисерҙе.

Иҫемдә, мин үҫмер йәшенә еткәс, районда иҫ китмәле, кү­ләмле фольклор байрамы ойошторолдо. Ана шунда тәүге тапҡыр бер үҙем сәхнәлә сығыш яһаным. Минең өсөн был ҙур ваҡиға ине, әлбиттә, тулҡын­лан­дым. Уңышлы сығыш яһағас, ҡә­нәғәтлек тойғоһо ла булды. Ғөмүмән, һәр сығышымда тул­ҡын­ланыу хисе кисерәм, сөнки та­машасым алдында яуаплылыҡ тоям.

– Белемде камиллаш­тырыу­ҙы баш ҡалабыҙҙа дауам иттегеҙме?

– Эйе, һигеҙенсене тамам­лағас, Республика музыкаль мәктәп-интернатына (әлеге көндә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемен йө­рөткән музыка гимназияһы) уҡыр­ға индем. Шунан сәнғәт учили­щеһында халыҡ ҡоралдары бүлегенең баян класын тамамланым. Юғары белемде сәнғәт институтында алдым. Шуны билдәләгем килә – ҡайҙа ғына булһам да, уҡытыусы­ларымдан уңдым.

– Профессиональ музыкант булараҡ, хеҙмәт юлы­ғыҙ ҡасан һәм ҡайҙа башланды?

– Сәнғәт институтында уҡып йөрөгәнемдә, 1994 йылда Сибай филармонияһы асылды. Икенсе курста мине шунда музыкант-аккомпаниатор итеп эшкә ебәрҙе­ләр. Һуңғараҡ филармо­нияның инструменталь оркестрына ла етәкселек итергә насип булды. Институтты ситтән тороп уҡып бөтөрҙөм. Яңы ғына тупланған, йәшлек көсө, дәрте ташып торған коллективҡа килеп эш башлағас, тормошомдоң яңы бите асылған кеүек булды. Әлмира Ҡыуатова­ның талантлы һәм талапсан ҡулы аҫтында сәхнә серҙәрен, сәхнә фәнен үҙләштереү бик ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә ине. Ғүмерлек яҙмышымды ла тап Сибайҙа осраттым – тормош иптәшем, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған артисы, бейеүсе Сулпан Асҡарова менән беҙҙе тап Сибай сәхнәһе ҡауыш­тырҙы. Ошо ҡалала йәшәгән дәүерҙә өлкән ҡыҙыбыҙ Азалиә донъяға килде.

– Яҙған тәүге әҫәрегеҙ ниндәй?

– Ул йыр “Һипкелле ҡыҙ” тип атала ине. Һүҙҙәрен бөгөн ижад һөйөүселәр араһында киң танылыу яулаған шағир Фәнил Бүлә­ковтың әсәһе, әсәйемдең бер ту­ған апаһы, Нурсилә инәйем яҙғай­ны. Мин бит күберәк әҙер йыр­ҙарға аранжировкалар эшләнем, ә үҙем һуң ғына яҙа башланым.

– Нимә еңелерәк: әҙер көйҙө эшкәртеүме, әллә үҙеңдең йырыңды яҙыумы?

– Икеһе лә – ҡатмарлы ғәмәл. Шулай ҙа, миңә ҡалһа, үҙеңдең ижад емешеңде яҙып эшкәртеү күңелгә яҡыныраҡ. Кеше ижад иткән әҫәр, ниндәй генә булма­һын, сит бала кеүегерәк. Ә йөрәк­тән сыҡҡан, күңелдән тыуған әҫәрең һиңә бик-бик яҡын...

– Һеҙ йөҙгә яҡын спектаклде музыкаль яҡтан биҙәгән­һегеҙ, әллә күпме йыр яҙған­һығыҙ. Һәр береһенең үҙенә генә хас йырҙары бар, нин­дәйҙер тамаша тураһында һүҙ алып барғанда, ҡола­ғың­да ҡапыл шул көй сың­лай. Ғөмүмән, көй нисек тыуа?

– Мин башта йырҙың һүҙҙәрен өйрәнәм, мәғәнә­һенә төшөнәм. Шунан жанрын һайлайым, һалмаҡ йәки дәртле көй булырға тейешме ул һ.б. Көй яҙыуҙың үҙ ҡанундары, тәртибе бар. Шуға ҡушып, әлбиттә, Аллаһ Тәғәләнән бирелгән һәләт тә, тойомлай белә торған хис-тойғо булыуы ла шарттыр, күрәһең.

Ә спектаклдәрҙе музыкаль яҡтан биҙәгәндә, тәүҙә режиссер менән һөйләшәбеҙ, ул миңә спектаклдең төп мәғәнәһен, идеяһын аңлатып бирә. Һәр күренештә ниндәйерәк мөхит, ниндәйерәк һулыш булырын һөйләй. Геройҙарҙың холоҡ-фиғелен асып бирә. Унан һуң репетицияларҙа ултырам, буласаҡ спектаклде күҙаллайым. Көй яҙылғас, репетицияла артистар, режиссер, рәссам һәм башҡа ижади төркөм менән тыңлап, яраштырып ҡарайбыҙ. Теләктәрҙе иҫәптә тотоп, эшемде камиллаштырам йә яңынан башҡа төрлөнө яҙам. Бәхәсләшеп киткән саҡтар ҙа була, ҡайһы ваҡыт һис һүҙһеҙ ризалашабыҙ, бергә ижад иткәндә генә тамашасы күңеленә ятышлы, актерҙар уйыны, сценография, музыкаль биҙәлеш айырылғыһыҙ бөтөн бер ансамбль булдырырға мөмкин – шуныһы мөһим.

– Мөҙәрис Бағаевтың “Ике төш” драмаһы, Олжас Жанай­да­ровтың “Һуңғы йәйләү”е, Хәлисә Мөҙәрисованың “Бәхет хаҡы” музыкаль мелодрамаһы, Туфан Миңнуллиндың “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” спектакле, Мостай Кәримдең “Ай тотолған төн­дә” трагедияһы, Мәжит Ға­фуриҙың “Ҡара йөҙҙәр”е, Гүзәл Яхинаның “Зөләйха күҙҙәрен аса”, Ибраһим Абдуллиндың “Тиле йәш­лек”, “Эх, Өфө ҡыҙҙары” һәм әллә күпме башҡа спектаклдәргә көй сығарып йәнләндергәнһегеҙ, ә ҡайһы­һы күңелегеҙгә иң яҡыны?

– Һәр береһенә күңел йылыһы, тырышлығым һалынған, шуға күрә уларҙың бөтәһе лә үҙ баламдай ҡәҙерле.

Күптәре үҙемә оҡшай, ҡайһы берҙәрен, хәҙер әллә талапса­ныраҡҡа әйләндемме, тағы ла яҡшыраҡ, тағы ла матурыраҡ, моңлораҡ итеп яҙырға булыр ине, тип тә уйлап ҡуям.

– Һуңғы йылдарҙа мюзикл, кино жанрҙарында ла уңышлы эшләйһегеҙ. Оҡшаймы, улар спектаклдәрҙән нимәһе менән айырыла?

– Мюзикл – тулыһынса йыр-көйҙән торған тамаша. Был жанрҙа үҙемде һынап ҡарау хыялы күптән бар ине. Милли йәштәр театры өсөн рус телендә “Айболит” балалар мюзиклы һәм Сибай дәүләт филармонияһы өсөн Миләүшә Ҡаһарманова әҫәре буйынса “Мираҫ” мюзиклын ижад иттем. Яңы йүнәлеш үҙемә оҡшай. Электән “Нотр-Дам де Пари” француз мюзиклын яратып ҡарай инем, быға хәтлем шундайыраҡ стилдә эшләү күңелемә яҡыныраҡ булды.

Кино жанрына килгәндә, ул спектаклдәрҙән әллә ни айырылмай, тиһәм дә була. Тик унда һиңә әҙер хронометраж тәҡдим ителә. Режиссер менән килешеп, кәңәшләшеп, фильмды музыкаль яҡтан биҙәйһең. “Сируси” сериалын, ҡыҫҡа метражлы “Өс хат” фильмдарына көйҙәр яҙҙым, әле яңы проект – Булат Йосоповтың “Шағир көндәлеге” фильмы менән мәшғүлмен.

– Һеҙ ҙә, хәләл ефетегеҙ ҙә – сәхнә кешеләре. Ә балалары­ғыҙҙа һәләтегеҙ сағылғанмы? Ғөмүмән, ғаиләгеҙ тураһында һөйләп китегеҙ әле...

– 2001 йылдан алып Өфөлә йәшәйбеҙ. Зубов ҡасабаһында йорт һалып сыҡтыҡ. Баш ҡалала икенсе ҡыҙыбыҙ – Нәргизә донъя­ға килде. Бәләкәсебеҙ алтынсы класҡа барҙы, заманса бейеүҙәр менән мауыға. Азалиә лә иҡти­садсы һөнәренә уҡыһа ла, әсәһе­нә оҡшап, оҫта бейеүсе – “Guzal-dance” бейеү ансамблендә солистка булды. Күптән түгел Ейәнсура егете Илфат Диңгеҙ­баевҡа кейәүгә сыҡты, гөрләтеп туй уҙғарҙыҡ. Кейәүебеҙ – хәрби кеше. Йәштәр Байкал аръяғына йәшәргә күсте.

Тормош иптәшем Сулпан Асҡа­рова Хөсәйен Әхмәтов исе­мендәге Башҡорт дәүләт филар­монияһының эстрада художество етәксеһе, баш режиссеры булып эшләй. Уның менән бергәләп байтаҡ ижади проектты тормош­ҡа ашырҙыҡ, гел кәңәшләшеп, бер-беребеҙҙең фекеренә ҡолаҡ һалып эшләйбеҙ.

Ғаиләм – төп терәгем, яҡында­рым мине рухи яҡтан байыуға, үҫеүгә этәргән кешеләр. Үҙем әле Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында музыка бүлеге етәксеһе булып эшләйем, башҡа театрҙар менән дә хеҙмәттәшлек итәм. Киләсәктә лә кинәнеп ижад итергә инде иҫәп, Хоҙай Тәғәлә һаулыҡ, именлек кенә насип итһен.

Гәзит уҡыусыларға ла ныҡлы һаулыҡ, имен тормош, бар хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйем.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт.

 

Блиц-һорауҙар

Тыуған йылы: Һыйыр йылы.

Йондоҙлоғо: Буға.

Яратҡан төҫө: асыҡ йәшел.

Яратҡан эше, шөғөлө: баҡсала булышыу, утын ярыу, рулдә йөрөү.

Яратҡан спорт төрө: хоккей.

Яратҡан аш-һыуы: билмән.

Яратҡан эсемлеге: буҙа.

Тормош девизы: “Һәр ваҡыт кешелекле булып ҡалырға!”

- Римма СОЛТАНОВА әңгәмәләште.

Читайте нас: