Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Сентябрь 2021, 16:34

Ышаныс менән йәшәргә

Көҙгө кис, әйтерһең, заказ буйынса, тыныс һәм йылы булды. Сентябрь бер көнгә генә йәйҙе ҡайтарҙы ла матур йырҙар менән баш ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарының күңелен күтәрҙе.

 Өфөлә Салауат Юлаев май­ҙанында “Юғары музыка көндәре” проектының һуңғы, һигеҙенсе, концерты булды. Был көндәрҙә проект Салауат, Нефтекама, Мәләүез, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Күмертау ҡала­ларында тормошҡа ашырылды. Майҙансыҡтарҙа бил­дәле сәхнә оҫталары сығыш яһаны.

Өфөләге программаны илдең танылған киноактеры, төп “гардемарины”, Рәсәйҙең халыҡ артисы Дмитрий Харатьян алып барҙы.

“Тик юғары сәнғәт кенә ке­шеләрҙә ысын хистәр тыу­ҙыра, тормошта лайыҡлы, ышаныс менән йәшәргә яр­ҙам итә. Сәнғәттең төп маҡ­саттарының береһе – өмөт бүләк итеү. Бөйөк философ Ницше әйтеүенсә, “Сәнғәт кешеләргә ысынбарлыҡтан үлмәҫ өсөн бирелгән”. Бик дөрөҫ һүҙҙәр, сөнки классик сәнғәт халыҡта иң изге, кешелекле хистәр уята”, – тине Дмитрий Харатьян “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында.

Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асҡар Абдразаҡов, Эльвира Фәтихова, Лариса Әхмәтова, “Каруанһарай” төркөмө солисы Вилдан Яруллин ярат­ҡан йырҙарын башҡарҙы, тамашасылар уларға ихлас ҡушылды.

“Халыҡ эстрада-классик музыканы һағынған. Беҙ мө­хәббәт, бәхет, тыуған яҡтың ма­турлығы тураһында йырлайбыҙ. “Юғары музыка көндәре” тигән матур лозунг менән үткән проекттар яҡшы һөҙөмтә бирә. Миңә Рәсәйҙә күп тапҡыр үткәрелгән был фестивалде яңыртыу мөм­кин булды. Хәҙер ул йыл һайын Башҡортостанда ла, Рәсәйҙә лә үтәсәк”, – тине Асҡар Абдразаҡов.  

Атҡаҙанған артист Владимир Копытов белдере­үенсә, проект өсөн махсус рәүештә совет эстрада музыкаһының иң яҡшы өлгөлә­ренән торған репертуар һайланған.

Башҡортостандың атҡа­ҙанған артисы, вуртуоз ҡурайсы Азат Биксурин өс көн элек көпшәнән ҡурай эшләгән һәм уны Дмитрий Ха­ратьянға бүләк иткән. Актер Өфөгә сираттағы тапҡыр килгәнендә бер нисә нота булһа ла уйнарға өйрәнергә вәғәҙә биргән.

Үҙенең сығышында Дмитрий Харатьян, йыйылған кешеләрҙе сәхнәгә саҡырып, улар менән бергә йырҙарын башҡарҙы. Мөхәббәт тураһындағы билдәле лирик романсты ул Өфө ҡыҙы Анисья менән, “Не вешать нос, гардемарины!” кинохитын Виталий һәм Руслан менән бергә йырланы. Актер белдереүенсә, яңыраҡ “Гардемариндар, алға!” сериа­лының дауамы төшөрөлөп бөткән. Ул премьера менән Башҡортостанға килергә вәғәҙә итте.

Кисә дауамында өфөләр­гә Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ҡасимов етәк­селегендәге эстрада-джаз оркестры яҡшы кәйеф бүләк итте. Концерт программаһын Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиев тамамланы.

“Тамашасыларҙың күҙҙә­ре­нән күрәм: барыһы ла беҙҙең яратҡан солистарҙы һәм музыканттарҙы тыңларға ихлас теләп килгән. Был сәхнә оҫталарын бөтәбеҙ ҙә яратабыҙ, тәрбиә­ләнеүсе­ләребеҙ менән бергә тыңлай­быҙ, бөгөн дә килдек”, – тине педагог Нәйлә Рәмиева.

 

- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас: