Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Сентябрь 2021, 15:30

"Йыл ғаиләһе"ндә сәйәсәт бармы?

Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә билдәле режиссер Айнур Асҡаров булып, 23 сентябрҙә прокатҡа сығасаҡ “Йыл ғаиләһе” киноһы тураһында һөйләне.

"Йыл ғаиләһе"ндә сәйәсәт бармы?
"Йыл ғаиләһе"ндә сәйәсәт бармы?

“Һайлау төнө. Һайланғандар ваҡыты” йәмәғәт матбуғат үҙәгенә төрлө ҡыҙыҡлы кешеләр килә. Яңы ғына журналистар менән билдәле режиссер Айнур Асҡаров аралашты һәм 23 сентябрҙә прокатҡа сығасаҡ “Йыл ғаиләһе” киноһы тураһында һөйләне.

Уны илдә 250 кинотеатрҙа ҡарап буласаҡ. Ә бөгөн, 19 сентябрҙә, “Родина” кинотеатрында фильмды ябыҡ рәүештә күрһәтеү буласаҡ.

Сюжет шундай: ғаилә “Йыл ғаиләһе” конкурсында ҡатнашыу өсөн юлға сыға, унда биш миллион һум оторға йыйына. Был саҡта ауыр мәл кисергән булалар, барыһы ла айырылыуға табан бара. Тап ошо аҡса ғаиләбеҙҙе ҡотҡарыр, тип өмөтләнәләр. Быға өлгәшә алырҙармы? Барыһын да киноны ҡарап белергә мөмкин буласаҡ.

"Бер ни тиклем уңайһыҙыраҡ ваҡытта сыға был фильм, сөнки ошо арала кинотеатрҙарҙа бер нисә Голливуд блокбастеры ла күрһәтелә башлай. Ә беҙҙеке - комедия һәм, икенсенән, ул Рәсәйҙә йәшәгән һәр кемгә ҡағыла. Шуға күрә кешеләр күпләп килер тип уйлайбыҙ", – тине режиссер.

Алып барыусы, ни өсөн киноның тәүге күрһәтелеү көнө 19 сентябргә билдәләнгән, тип һораны. “Әллә был фильмда сәйәсәт бармы”? - тине ул.

"Һайлау көнөндә булғас, хәтерҙә ҡалыр тип уйлайым. Сәйәсәткә килгәндә, кинола ул бигүк юҡ, тик бер матур урын - “Салауат тоҡомдары еңелмәй” тигән һүҙҙәр - бар", – тине Айнур Асҡаров.

Киноның дөйөм Рәсәй премьераһы башланыуға күп ҡалманы. Уға уңыштар теләйбеҙ.

Автор фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: