Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Сентябрь 2021, 10:29

“Бәрәкәт”тең бәрәкәт сере

Һүҙем республикабыҙҙағы милли матбуғат баҫмаларын һәм интернеттағы башҡортса яҙмаларҙы уҡып барыусылар ара­һында танылыу алған, йәмғиәтебеҙҙе борсоған һәр төрлө мәсьәләгә үҙ ҡарашы булған журналист Даян Мәжитов хаҡында. Тос фекерле ҡәләм оҫтаһы, уңған мөхәррир һәм ысын илһөйәр дуҫым Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителгәндә уның тураһында бер кәлимә әйтмәй ҡалһам, яҙыҡтыр кеүек.

 “Башҡортостан” гәзите редакция­һын­да оҙаҡ йылдар яңылыҡтар һәм иҡтисад бүлектәре хәбәрсеһе, дәүләт һәм хоҡуҡ бүлеге мөдире, баш мөхәр­рир урынбаҫары вазифаларында эш­ләп, тиҙ яҙыуға, аналитикаға маһир­лы­ғы, грамоталылығы, ойоштороу һә­ләте менән алдырҙы ул. Даян Мәжи­товты янындағы хеҙмәттәштәре генә түгел, башҡа гәзит һәм журналдарҙа эшләүселәр ҙә үҙ һөнәренең оҫтаһы, алсаҡ һәм ярҙамсыл кеше булараҡ ихтирам итә.

Дәүләт сәйәсәте тураһында яҙған журналисҡа һәр ваҡыт айыҡ аҡыл, киң ҡарашлылыҡ, анализлау, хатта алда­ныраҡ күреү һәләте хас булырға тейеш. Донъяла ни барғанын мейеһе аша үткәреп, ябай, аңлайышлы итеп үҙ ваҡытында гәзит уҡыусыға еткереп барырға бурыслы ул. Быларҙы һанап үтеүе генә еңел, гәзит эшенең нисек “електе һурғанын” ошо өлкәлә тәжри­бәһе булғандар ғына беләлер. Бик һирәктәр генә редакцияла билдәләнгән талаптарға яуап бирә һәм үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡала. Мәҡәләңдәге һәр һүҙҙең, һәр факттың дөрөҫлөгөн, теүәллеген ентекле тикшерергә, уны төрлө миҫалдар менән нығытып, уҡыусылар алдында раҫларға ла кәрәк бит әле. Ҡайһы бер баҫ­маларҙа ошо темаға мәҡәләләрҙе уҡыйһың да: “Автор нимә тураһында әйтергә теләне икән?” – тип уйға ҡалаһың. Йәғни, журналистар телендә әйткәндә, “бутҡа” менән “һыу”­ҙан башың әйләнә башлай. Әлбиттә, ундай кешеләрҙең мәҡәлә­ләренә бүтәнсә яҡын да килмәйһең. Дәүләт әһәмиәтендәге мәсьәләләр тураһында халыҡсан телдә, мәғ­лүмәтле һәм уҡыусы кинәнеп уҡый алырлыҡ итеп яҙыр өсөн тырышлыҡ ҡына түгел, талант та кәрәктер. Журналист таланты.

Беҙ бергә эшләгән йылдарҙа Даян Мәжитовтың ҡәләменән (бәлки, йөрә­генән) сыҡҡан бик күп мәҡәләне маҡтап әйтеп китергә булыр ине. Эйе, уның ижад емештәре гел иғтибарҙы йәлеп итте, кешеләрҙе битараф ҡалдырманы. Ҡайһы бер яҙмалары, республикабыҙ һәм илебеҙ тарихында урын алған билдәле шәхестәр менән әңгәмәләре йыйынтыҡтарға ла индерелде.

Төрлө һөнәр эйәләренең, шул иҫәптән журналистарҙың, яҙыусылар­ҙың да яҡыныраҡ күргән даирәһе, һайлап алған йүнәлеше була. Ғәҙәттә, аныҡ бер темаға ғына эшләүҙе хуп күрәләр, бүтәндәренә бик атлығып бармайҙар. Даян Мәжитов иһә был йәһәттән “универсал”: уға сәйәсәт тә, иҡтисад та, әҙәбиәт менән мәҙәниәт тә ят түгел. Хәҙер инде дин темаһы ла өҫтәлде, сөнки 2020 йылдан бирле республикабыҙҙа дүрттән бер өлөшө тиерлек Исламға арналған “Бәрәкәт” исемле яңы журнал нәшер ителә һәм уның ойоштороусыһы ла, баш мөхәррире лә – Даян ағайыбыҙ.

Был баҫманың барлыҡҡа килеүе беҙҙең өсөн ҙур яңылыҡ һәм шатлыҡ булды. Ни тиһәң дә, халыҡ араһында күптәр дин тотоуҙы ниндәйҙер ауыр бер бурыс, йөк кеүек күрә, уны өйрә­неүҙән ситләшә. Һөҙөмтәлә Исламдың ни икәнен белмәй үҫкән йәштәрҙе төрлө ҡурҡыныс ағымдар һағалап ҡына тора. “Дин бына ошолай була”, – тип аңдарын томалап, ҡулдарына ҡорал тотторорға тырышыусылар ҙа бар бит, сер түгел. Башында белеме булғандар, Ҡөрьәнде һәм хәҙистәрҙе өйрәнгәндәр, һис шикһеҙ, алданмаясаҡ. Өлкәндәр өсөн иһә динде белеү айырыуса мө­һим. Беҙҙең борондан килгән барлыҡ әхлаҡи тәрбиә алымдары, йолала­рыбыҙ Исламға нигеҙләнгән булған бит.

“Кешеләргә динде ҡатмарлаш­тыр­май, йомшаҡлыҡ менән төшөндөрөгөҙ” тигән мәғәнәләге хәҙис бар. “Бәрәкәт”тә тап шулай: ҡыҙыҡлы әңгәмәләр, иҫтә­лектәр, риүәйәттәр, хикәйә һәм шиғыр­ҙар, төрлө кәңәштәр аша аңлатыла Исламдың тамырҙары һәм емештәре. Әлбиттә, журнал дин тураһында ғына түгел, әммә уның уңыш яулауы, халыҡтың яратҡан, көтөп алған баҫмалары иҫәбенә инеүе, минеңсә, ошо теманың киңерәк яҡтыртылыуында.

Ҡыҫҡаһы, Даян Мәжитовты Баш­ҡорт­остан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙай­бир­ҙин исемендәге премияһына тәҡдим итеү­ҙәре өсөн ҡыуандым һәм уны ошо юға­ры баһаға күптән лайыҡлы тип һанайым.

 

Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН,

Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Читайте нас: