Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Сентябрь 2021, 19:00

Башҡортостан ҡумыҙсыһы Гран-при яулап ҡайтты!

Илнур Хәйруллин: "Гран-приға лайыҡ булыу республика сәнғәтенә мәртәбә өҫтәй, шул яғы менән еңеүем айырыуса ҡәҙерле".

Башҡортостан ҡумыҙсыһы Гран-при яулап ҡайтты!
Башҡортостан ҡумыҙсыһы Гран-при яулап ҡайтты!

Ошо арала Мәскәүҙә “Музыканың тылсымлы һулышы” төбәк-ара милли музыка ҡоралдары фестивале булды. Ул ҡатнаш форматта – онлайн һәм офлайн – ойошторолдо.

Фестиваль варган (ҡумыҙ)ға бағышланғайны. Унда Тыва, Алтай, Саха (Яҡут), Бүрәтстан, Татарстан, Башҡортостандан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән халыҡ сәнғәте оҫталары ҡатнашты. Гран-приға республикабыҙ вәкиле Илнур Хәйруллин лайыҡ булды. Уны еңеүе менән ҡотлап, конкурс тураһында һөйләүен һорап мөрәжәғәт иттек.

"Ойоштороусылар социаль селтәрҙәр аша миңә бәйләнешкә сығып, ҡатнашырға саҡырҙы. Быға тиклем дә ҡумыҙсылар конкурсында еңеү яулағаным булғайны, шуға күрә Гран-при алыуға өмөт бар ине, – ти еңеүсебеҙ. – Халыҡ-ара сараларҙа Гран-приға лайыҡ булыу республика сәнғәтенә мәртәбә өҫтәй, шул яғы менән еңеүем айырыуса ҡәҙерле".

Илнур Хәйруллин яратып уйнаған халыҡ музыка ҡоралдары араһында үҙебеҙҙең ҡурай, думбыра, шулай уҡ дудук, кена, ирен гармошкаһы, гармун, ҡыуыҡлы һорнай (волынка) бар.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, күп кенә халыҡ ҡоралдарында уйнаған талантлы сәхнә оҫтаһының халҡыбыҙҙың музыка сәнғәтен киңерәк танытыу буйынса ҙур пландары, маҡсаттары бар. Уға артабан да уңыштар теләйек!

(И. Хәйруллин менән әңгәмәнең тулы вариантын гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ).

Һүрәттә: Илнур Хәйруллин Саха (Яҡут) Республикаһынан виртуоз хомуссы Олена Подлужная менән.

Фото шәхси сәхифәнән алынды.

 

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: