Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Сентябрь 2021, 10:27

“Емерге”не емереп...

Гармунлы проект популярлыҡ яулай!

“Бала саҡтан әле кемдеңдер “егерме” һүҙен “емерге” тигәне иҫтә ҡалған. Теленә шулай уңайлыраҡ булғандыр инде. Емергес ҡаравирус арҡаһында 2020 һанын да ошолай әйтеп булалыр ҙа, бәлки. Ләкин улай итмәйек, һәйбәт ул, һәйбәт барыбер ҙә — ана ниндәй, ғүмерҙә күрелмәгән тиерлек әкиәти көҙөн бирҙе уның ҡарауы! Былтыр октябрҙә хатта Иҙел буйлап байдаркала ағып төшөргә яҙҙы. Йыр-көйлө лә булды был сыуаҡ миҙгел минең өсөн”, – тип яҙҙы былтыр көҙ айҙарында “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә радиожурналист, яҙыусы һәм тәржемәсе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты Рәсүл СӘҒИТОВ.

Ысынлап та, донъябыҙҙың именлеген емерергә тип киҙәнгән ҡот осҡос тажзәхмәт вирусы осоронда ул үҙенең гармунлы проекты менән йәмғиәтебеҙҙе паниканан сығарырға тырышты, рухи-мәҙәни тормошобоҙҙоң дауам итеүен, ғөмүмән, йәшәүҙең тәмен тәрән аңларға ярҙам итте. Гармун телдәренән сыңғырап ҡына ниндәй аһәңле көйҙәр ағылды! Һәр кемдең күңелен аҡтарып сығарырлыҡ йыр-моң, гөл-моң (әйткәндәй, ул гармунына шулай тип өндәшеүе хаҡында “Уртаҡлашыр уйҙарым” исемле моноспектаклендә лә еткергәйне. Хәйер, был темаға айырым туҡталырбыҙ ҙа), йәғни ретро көйҙәр нисәнсе быуын вәкилдәренә тиклем етер икән? Мәңгелек көйҙәр бит улар!.. Шуға күрә лә гармун моңдары интернет киңлектәрендә бик популяр – әллә нисәшәр меңләп кеше ҡарай, “лайыҡ”тар йыйыла, йөҙләп комментарийҙар теркәлә. Ошо проект хаҡында әңгәмәләшеү маҡсатында гармунсының үҙенә мөрәжәғәт иттек.

“Боронғолоҡ түгел, бөгөнгөлөк...”

 

– Рәсүл Хәсән улы, китапта­рығыҙҙан гармун менән дуҫлы­ғығыҙ һеҙҙе бала саҡтан оҙата килгәне, күңел талабы нигеҙендә башҡарылыуы ижадығыҙҙы күҙәтеп барыусыларға билдәле. Ә көйҙәрҙе сылтыратып ҡойоп ҡына уйнарға һеҙҙе кем өйрәтте һуң? Мунса “эйәһе”ме?

– Бер кем дә. Мунсала ла ултырманым. Яҙғы сыуаҡта кәртә башында “Ай, былбылым...”ды тызҡылдат­ҡаным хәтерҙә. 5-се класҡа район үҙәге янындағы Ағиҙел ҡаса­баһына барҙым. Ижадилыҡты юғары ҡуйған, белеме әҙ булһа ла, күңел ғилеме мул Ғәлиә инәйем шунда уҡ музыка мәктәбенә ҡабалан­дырҙы. “Ух-х, баян класына-а-а!” – тип усты ыуа-ыуа барҙым, сөнки баянсыны ғәләмәт ҙур кеше, тылсымсы тип баһаланым. Ләкин... алманылар.

 – Ниңә?

– Һуңлағанбыҙ. Өсөнсөнән башлап уҡы­талар икән – музыкаға спорттағы ише иртә тотон. Нота грамотаһына өйрәтелмәгәнмен шулай. Ә бик кәрәгер ине – ана ниндәй ҡатмарлы фән! Һәр эште ҡуллы ғына түгел, башлы ла кеше башҡарһа арыу ҙаһа. Гармунды ла бит ауылға ниндәйен килтерәләр, шул алына ла ҡуйыла торғайны. Бейетеп кенә йөрөһәң, бара ул. Хәйер, таҡмаҡ әйтеп ебәрергә лә мөмкиндәр бит әле. Ә ҡушылып йырлайым тиһәң, әҙ генә булһа ла белем талап ителә. Баянда мөмкинлектәр күберәк, ә бына гармундың тоналлеге һинең тауы­шың­дың диапазонына тура килһен. Мотлаҡ шарт был.

Опера йырсыһы булып, иң юғарыһын да, иң түбәнен дә ала алһаң, ярай ҙа бит, түгел­һең шул. Ҡатын-ҡыҙға “ре”, “ре-диез”, “до ди­ез”, ир-егеттәргә “соль диез”, “ля” тип сығарылған гармун кәрәклеген, фабрика­ларҙың шуларға махсус­лашҡанын хәҙер генә яҡшы беләбеҙ. Хәйер, ҡатын-ҡыҙҙың гар­мун тотҡанын, ҡурай тартҡанын, үпкәлә­нелмәһен, хупламайым. Уларға мандолина ныҡ килешә, минеңсә. Ә инде оҙон, ҡара күлдәктә скрипка сыңлатып баҫып торған һылыуҡайҙы бер күреү генә лә ни тора... Гар­мунды ҡалҡан менән сағыштырам – күкрәкте һаҡлай бит. Ҡайыштары – гүйә, портупея!

Былтыр телевидениела Еңеү көнөнә шиғырҙы 1943 йылғы совет формаһы өлгө­һөндә тегелгән гимнастерка кейеп һөйләнем. Тектереп алғайным. Ҡайыш бар, кобура аҫылған, ә үҙемдең үлсәмле портупея табып өлгөрмәгәйнем. Унһыҙ ниндәй офицерһың инде?! Ике йыллыҡ хеҙмәттән ҡайтҡас, БДУ-ла хәрби кафедранан, Ырымбурҙа йыйындан һуң, запастағы лейтенант дәрәжәһе бирел­гәйне. Бына шунда ла гармун ҡотҡарҙы: видеола ла, фотола ла яурын ҡайышы – хас портупеялай.

Ҡайыш – ирҙең мотлаҡ аксессуары, тигән инаныу миндә ныҡ. Шунда ҡорал тағылған, кәрәктә арҡан итеп файҙаланылған. Ат еккәндә лә бит әллә күпме ҡайыш тартыла. Салбарың ҡыҫып торғанда ла билең бы­уылһын, төҫө аяҡ кейемеңә тап килһен. Ҡайышһыҙ – айышһыҙ һымаҡһың.

Бармаҡтары гармун телдәре менән бергә тыуған тигәндәй оҫталарҙы беләм, улар алдында гармунға йәбешмәйем, сиселгән кәпәсемде йомарлаған килеш һоҡланам ғына.

Тоналлек тигәндән. Тауышыма тура кил­гән гармуным юҡ әле, эҙлә­йем. Юғиһә, социаль селтәрҙәрҙә “Их, йырлап та ебәрһәң икән...” тигән теләк йыш күренә. Әммә, бер­ҙән, ана шул диапазон тура килмәй, икен­сенән, һәр кем юғары кимәлдә башҡара алғанын ғына башҡарһын. Яңғыҙ ҡалғанда, тиң-тош менән мәжлестәрҙә тауыш менән дә ҡушылғылайым, ә күмәк алдында соло йырлау дөрөҫ булмаҫ, тимен.

 – Сәхнәлә түгел дә инде – мөмкин­дер, тип уйлайымсы...

– Шул уйҙағылар бихисап. Етмәһә, гармун, ун туғыҙынсы быуат башында Германиянан инһә лә, беҙҙең халҡыбыҙҙың да ҡоралына әүерелеп киткән дә ҙур оҫталыҡ юҡта ла яҡын ҡабул ителә, йөрәктәр елкенә. Һәр видеоны һалыр алдынан икеләнәм, әммә замандаштарымдың, күберәк олораҡ быуын­дың, күтәрмәләп алыуы, ҡыуаныслы һүҙҙәре аҙағына өндәү билдәләрен теҙеүе шигемде тарата. Ысын йөрәктән яҙғандары асыҡ – йәшем ошоға еткәндә ихласты яһалманан яҡшы айырам шикелле. Кеше шатлана икән, мин дә, әйҙә, атҡа атланайым, тип йәнә гар­мунға үреләм. Күпселек йәшлегенә ҡайтып әйләнгәнен хәбәр ҡыла, ә минең өсөн был – боронғолоҡ түгел, бөгөнгөлөк: ретро-йырҙар булһа ла, яңы яҙылған һымаҡтар.

Бер гармуным – кәмендә йәш­тәшем. “СНХ” тип яҙылған. Совнар­хоздарҙың 1965-тә бөтөрөлгәнен иҫәпкә алғанда, байтаҡ килеп сыға шул. “26 һум” тип һуғылған. 1961 йылғы аҡса реформаһынан һуң тип аңлайыҡ. 1961 менән 1965 араһылыр инде. Икенсеһе “Әкиәт” тип атала. Бәләкәс кенә – 4 – 8 йәш­лек балалар өсөн. Күрегенең көсө самалы, шулай ҙа оло ҡоралдай һайрап ебәрә, сөнки бөтә телдәре лә бар. Тальян тип бутаусандар, ә итальянса гармундың икенсе икәне, мәҫәлән, оҙонайтылған 12 тел, һулда өс төймә урынлашҡаны иҫтән сығарыла. “Һарытау” гармунына оҡшатыусылар ҙа бар. Тәү нәүбәттә ыҡсымлығынан сығып әйтәләр. Ғәмәлдә – Туланыҡы. Ике генә кило.

Мәжлестәргә үҙемдән дә алда гармунымды саҡыралар. Кескәй генә һауыттан килтереп сығарғанымда алдан белмәгәндәр аптырап ҡала. Ә инде шул ғына нәмә лә арыу ғына тауышлы икәнен ишетеүҙән бөтөнләй бот сабалар.

 

“Ҡоралым берәү генә – телем”

 

– Халҡыбыҙҙың күркәм ынйыларын матур сәнғәт кимәленә күтәреп тәбиғәт ҡо­сағында, хатта тыуған Бөрйәнегеҙҙә Иҙел өҫтөндә видеояҙмалар яҙҙырыу уйы ҡасан һәм нисек барлыҡҡа килде?

– Йылға буйлап ағырға яратам. Апрель аҙағы – май башында йыл да төшәбеҙ. Һирәкләп – июндә лә. Көҙ йөрөлмәгәйне, 2020-лә насип булды. Гармун багажникта ине. Катамаран менән сағыштырғанда яман ҡыйҡанлаҡ байдаркаға уны ла алдым. Эргәлә ултырһын, көн йәйгесә йылы булһа ла, һыу һыуыҡ, тәрән – түңкәрелеп кителһә, уға йәбешеп сығырмын, тинем (йылмая – авт.). Бер хәүефле урында ҡосаҡлап алдым, артабан уйнай ҙа башланым.

 – Шаяртаһығыҙҙыр?

– Шаштырам, ләкин күренеш матур бит. Гармунға хөрмәтемде лә белдерәм шулай. 

 – Һуңғы осорҙа бик матур итеп ҡорай ҙа башланығыҙ. Сер булмаһа, әйтегеҙ әле, видеояҙмаларҙың операторы һәм ҡораусыһы кем?

– Улым. Һөнәре бөтөнләй икенсе булһа ла, Ильяс – хайран шәп режиссер, видеооператор, монтажлаусы, тауыш операторы. Күпселек видеоны ул эшләне. Уның менән гел кәңәшләшәм. Башҡа эштәрҙә лә фекерен йыш һорашам. “Әллә” тимәй бер ҡасан да. Күҙ теймәһен балаҡайыма.

 – Әйтә биреп ҡуйыуыбыҙса, “Уртаҡ­лашыр уйҙарым” моно­спектаклендә һеҙ был серле ҡоралға мәҙхиә йырлай­һығыҙ. Ҡайҙан килә был һөйөү? Нәҫел­дәнме? Әллә шиғри күңелдән урғылған хис-тойғо гармун теле аша еңелерәк әйтеләме?

– Әсәйем мәрхүмәнең күңеле тулы моң булды. Тышҡа әллә ни сы­ғар­маны ғына. Шул моно­спектаклдә бер сәхнә уға арналды ла. Клубтағы Яңы йыл кисәһендә уйын уйнаттылар ҙа әсәйемә йырлау эләкте. Ә ул уңайһыҙлана. Ҡотҡарам тип, ун йәшлек мин баҫып йырланым да ебәрҙем. Ошо тарихты күрһәттем сәхнәлә. Бер ҡышта ике бөйөк нәмә – велосипед менән гармун алып биреүе лә тиккә булмағандыр. Үҙенә насип булмағас, мине күрергә теләгәндер сәхнәлә. Әммә мине артабан хәбәрселек, яҙыусылыҡ тартып алып китте. Гармун теле тигәнегеҙ ҙә, минеңсә, дөрөҫ – ул үҙе уйнағандай ҡайһы саҡ миңә, әҙәм теле менән һөйләгәндәй.

 – Шиғри күңелдән тигәндә ижадығыҙ күҙ уңында тотола, сөнки уны шиғри проза тип баһаларға була, шулай бит? Рифмаларҙан ғына ҡойолған сәсмә әҫәр­ҙәрегеҙҙе әҙәбиәт белгестәренә өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле. Улар һеҙҙең шиғыр яҙыуығыҙҙы раҫлай кеүек... Әллә яңылышаммы?

– Шиғри проза уҡ тип буламылыр, үҙемде баһалау уңайһыҙ, әммә “юҡ” та тимәйем. Тырышмайым да, әйт­кәндәй. Китапта­рым­дың байтағында яҙғанымса, һүҙ һүҙҙе һай­лай: күршеһен йә ярата, уға ынтыла, йә яратмай – ҡарашын ситкә бора. Кеше генә ул табында оҡшатмағаны янына ултыртһа­лар, тәнәфестә урын алмаштыра, ә һүҙҙәр — яҙыусы, хәбәрсе буйһоноуында. Гармунда яңылыш баҫҡанда йә бас яғын тура килтер­мәгәндә нисек йәмһеҙ – бында ла күркәмлек әҙ, шуға күрә һүҙгә оло ихтирам менән ҡарайым – һәр береһенең йәне, тибеп торған йөрәге бар, минеңсә. Хөрмәтемә хөрмәт ме­нән яуап бирә лә улар – ҡайһылыр урындарға үҙ-үҙҙәрен тәҡдим итәләр, шулай рифмалар барлыҡҡа килә. Хәбәриәт менән әҙәбиәттә был кәрәк тә тигән уйҙамын. Радиолағы тапшырыуҙарымды кеше күберәк тыңлағанын теләйем дәһә, ә бының өсөн иғтибарҙы йәлеп иттереү талап. Ҡоралым унда берәү генә – телем. Шулай рифмалап әйтеү ҙә һәйбәт ысул.

Ә уңыштың төп башы – халыҡ­санлыҡ. Халҡым теле – үҙе йыр! Һәр һүҙ урынында, бер-береһенә хөрмәтлеләр, дуҫтар, туғандар. Ошоно онотмай, ҡыҫҡа ғына итеп, тәржемә­ләп түгел, ә тап башҡортса әйткәндә, ҡыс­ҡырып торған рифма ла кәрәкмәй. Тел ғилеменән бик алыҫтағы тыңлаусының да күңеленә хуш был, һәр хәлдә шуны үҙемә яҡынса белдерә киләләр. Халыҡсан әйтелгән, артыҡ ялғауҙар ҡушмай ғына еткерелгән яп-ябай һүҙҙәр балҡый ҙа китә.

Шиғри күңелле халыҡ беҙ. Ауылда йәшәгән ололарҙы ишетеп, шуға һаман нығыраҡ инанам. Ә шиғри һүҙ, образлылыҡ, фекер һәм башҡа шәп нәмәләр менән бергә – ҡыҫҡа белдереү ҙә бит. Юғиһә, рәсми хаттағы һымаҡ һыу буйы яҙып ҡуябыҙ. Һөйләм оҙонлоғон әйтмәйем, өсәүһе урынына берәү ҙә еткәнен, баяғы ялғау-ҡойроҡтарһыҙ ҙа аңлашылғанын күҙҙә тотам. Тел – йөк тә бит ул: артығы баҫа, ниндәй ҙә күңелле сәфәрҙе күңелһеҙләтә. Кәрәкмәгән менән тулы багажниктар була, кәрәклеһе генә һалынған, үҙең инеп ятмалы тап-таҙалары ла бар. Бында ла шулай. Артыҡлыҡтар төп һүҙҙән, тимәк, мәғәнәнән дә ситләштерә, күҙ арый. Интернетта телемә бәйләнмәгеҙ, эшегеҙ булмаһын, нисек теләйем, шулай яҙам, тип һөрәнләүҙәр ишетелә, уларға ҡаршы һүҙ көрәштереү мөмкин дә түгел. Шулай ҙа кеше араһына сыҡҡас, кешенең эше була инде. Урамға, мәжлескә кейемдең дә арыуырағы кейелә бит.

 

Серле тәржемәсе

 

– Һеҙ тормоштоң һәр күре­нешендә, һәр аҙымда ижадилыҡ күрәһегеҙ, үҙегеҙ ҙә шуға ынтылаһығыҙ. “Уй туйы” тигән рифмалы исемле йы­йын­тығығыҙҙың өс телдә – башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә – сығыуы китап уҡыусыны хайран ҡалдырҙы. Тәржемә тимәҫһең дә: әйтерһең дә, башҡортса һәм русса яҙылған айырым әҫәрҙәр, төрлө авторҙар ижад иткән кеүек. Бында ла ижадилыҡ асыҡ сағыла. Ә иң аптыратҡаны – инглиз теленә тәржемәһе. Кем ул серле тәржемәсе? Бығаса бер телдән икенсеһенә ауҙарыу эше менән шөғөлләнгәнме ул? Уҡыусыны илатырлыҡ хикәйәне тылмаслауы ҡыйын булдымы икән?

 – Инглизсәгә тәржемә авторы – улым Ильяс. Инглиз һәм немец телдәрен бик камил белә. БДУ-ның роман-герман филологияһы факультетын, уҡытыу тик инглизсә алып барылған Рәсәй халыҡ-ара олимпия университетын тамамланы. 2014 йылғы Олимпиадала, башҡа ярыш­тарҙа тәржемәсе булды. Рус теле тураһында әйтеп тә тормайым, ә ҡала балаһы булһа ла, башҡортса ауылдағынан былайыраҡ һөйләш­кәнен белдерәйем.

Хикәйәнең башҡортсаһы менән руссаһын үҙем яҙҙым. Ҡайһы телдән тылмаслайһың, тип һорағайным, улым төп нөсхәнән – башҡортсанан, тине. Ҡыйын тимәне, рәхәт­ләнеп эшләне. Үҙем ваҡыт-ваҡыт руссаға күскеләйем. Махсус түгел, күңел, тел ятҡанға. Бында инде тулыһынса шул телгә, уның йөрәгенә инеп урынлашырға кәрәк, шунһыҙ гармун­дағы кеүек була – бармаҡтарың йә аша китә, йә барып етмәй. Гармун да ҡайһы телдә йыр уйнай, шулайға әйләнһә, һәйбәт.

 – Яңы ғына бер хикәйәгеҙ Мәскәүҙә сыҡҡан “Литературная газета”ла баҫылды бит әле?

– Эйе. 2018 йылда ла донъя күргәйне. Гәзиткә рәхмәт, үҙебеҙҙең Яҙыусылар союзының тәҡдимен һис ҡасан кире ҡаҡмай.

 – Проектҡа кире әйләнеп ҡайтһаҡ, күптән түгел тыуған ерегеҙ Бөрйәндә сер­ле мифик затыбыҙ Аҡбуҙатҡа һәй­кәл асылған көндәрҙә Йылҡы­сыҡҡан күле янында гармун тотоп төшкән фотоларығыҙ социаль селтәрҙәрҙә күренде. Был сара һеҙҙең йөрәкте ниндәй уй-хистәр ялҡынына һалды?

– Боронғолоҡҡа ҡағылыу был. Һәйкәл ҡуйылыуы бөйөк ҡобайыр­ҙарыбыҙҙы уҡымағандарҙы ла уҡырға мәжбүр итер, тигән өмөттәмен.

 – Киләсәккә күҙ атһаҡ, гармунлы проект дауамлы булырмы? Был йүнә­лештәге ижады­ғыҙға битараф булмаған моңһө­йәр тамашасыларҙы тағы нин­дәй көйҙәр менән ҡыуандыр­маҡ­сыһығыҙ?

– Әллә инде. Проектҡа башҡа гармунсылар ҙа ҡушылып китеп, ысынлап та, бер, заманса әйтһәк, хэштег менән һалһалар, онотола барған гармун хәрәкәте хасил ҡылыныр ине. Телебеҙҙе үҫтерергә лә ярҙам итер – йырҙарҙың һүҙҙәре лә була бит. Ғөмүмән, рухи тормошһоҙ булмай, матдилыҡты ул тотоп тора.

 – Ихлас, йәнле әңгәмә өсөн ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәре­беҙҙе ҡабул итегеҙ. Проектҡа аҡ юл, ижади уңыштар, үҙегеҙгә һәм ғаиләгеҙгә именлек, ә шиғырҙарығыҙға – йәшел ут!

 

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА әңгәмәләште.

Рәсүл СӘҒИТОВ

 

Тейеш ғәмәл

 

Яҙыусыға күктән төшөрөлгән бурыс –

Теркәү донъяларҙың ағышын.

Дөрләһә лә мәңге ғазап уттарында,

Бәхетле тип күрә яҙмышын.

Ваҡыттарҙың пәрҙәләрен иркен асып,

Тарих шишмәһенән һут ала.

Яҙасағын килер быуындарға төбәп,

Кисен шәмдәлдәргә ут ала.

Заман баҫыуҙарында өлгөргән заңды

Урып илгә илтә яҙыусы.

Йөрәк ҡанында манылған ҡәләм генә –

Үткер ураҡ һәм яныуысы.

 

Халҡың йәненә рух ынйыларын үреп,

Хазинаһын арттыр мәңгегә!

Ошо татлы балҡыштарҙы ғына яҙһын

Күрә алыр татлы мәл генә!..

 

Яҙыусыға Хоҙай шундай яҙмыш һалғас,

Йөктәрен дә бирә етерлек.

Көс еткеһеҙ, әммә ҡәҙерле тоҡ менән

Баҫыуҙарҙан нисек үтерлек?..

Мөмкин түгел күтәрешеү һалынғанды:

Һиңә генә тейеш был ғәмәл.

Халҡың йөрәге типһен әйткән һәр өнөңдә,

Илде алға әйҙәр ул әмәл!

 

Туған телем

 

Күңел күген ҡара болот баҫһа,

Күркәм һүҙҙән донъям яҡтыра!

Туған телем һутын ижадымда

Еткерәлһам — тауҙар аҡтарам!

 

Һөнәри ҡоралым ғына түгел,

Һөйөнөсөм – туған телгенәм!

Көйөнөсөм дә һин ҡайһы саҡта,

Тыңҡысланһаң “сүп-сар” һүҙ менән...

 

Матурлығыңа мин һоҡланам да,

Батырлығыңа гел шатланам.

Балам ауыҙынан балдай тамһаң,

Аҡбуҙатҡа, гүйә, атланам!

 

Туған телем — уңыш нигеҙе ул,

Кескенәнән белһәк ҡәҙерен,

Бәрәкәтле булыр һәр эшебеҙ,

Телһөйәрҙе һөйөр Тәңере!

***

Мәшһүр авар шағиры, прозаик, совет йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре, аҙашым Рәсүл Ғамзатовтың атаҡлы “Торналар”ын яңыраҡ руссанан башҡортсаға тәржемә иттем. Быны башҡарған тәүге кеше булмауым арҡаһында барыбыҙға ла яҡшы таныш йыр һүҙҙәрен түгел, баҡтиһәң, 1965 йылда уҡ яҙылған шиғырын алдым, строфалар унда күберәк. 

Тылмаслау ирекле барҙы, быны атҡарғанда туған халҡымды ла күҙ алдына килтерҙем. Әҫәрҙең бөйөклөгө – шулай һәр кемдең йөрәге менән тибештәш булыуындалыр ҙа.

 

Торналар

 

Яуҙа йәнен биргән һалдаттарҙы

Аҡ торналар тиеп мин беләм.

Ятмағандар ҡуйынына ерҙең,

Һауаларҙа улар гел генә.

 

Шул замандан алып бөгөнгәсә

Ауаз бирә беҙгә торналар –

Һағыш тулы күҙҙәр менән өҫкә

Бағып тын ҡалғанды тоялар.

 

Эңер төшөп килә. Күк томанда

Торналарҙың аға сафтары.

Гүйә, кеше булып, яландарҙа –

Һуңғы яуға барған саҡтары.

 

Оса алыҫтарға аҡ батырҙар,

Әруахтар ҡанат ҡағалар.

Әлмисаҡтан халҡым изге ҡошо –

Торна телен тәрән аңлаған.

 

Томан үтә ҡыйғас йөҙә улар,

Көн һарҡҡанда, ҡанат талдырып.

Тигеҙ сафта ыҡсым бер урынды,

Моғайын да, миңә ҡалдырып.

 

Мәл-сәғәте еткәс, үҙемде лә

Томан тартып күккә мендерер.

Аҡ торнаның, аһ, сыңрауҙары

Йөрәк һүҙҙәремде белдерер...

Читайте нас: