Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Сентябрь 2021, 10:28

Мәҡәләләрен студенттар ҙа уҡый

“Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе, курсташым Кәримә Усманованың ижады күңелемә айырыуса яҡын. Уның мәҡәләләре төҙөк, “йырлап тора”, бай тел менән яҙылған.

 Башҡорт теле уҡытыусыһы була­раҡ, студенттарыма Кәримә Усма­нованың мәҡәләләрен матур текст өлгөһө рәүешендә йыш ҡына тәҡдим итәм. Уның яҙмалары төрлө тема­ларға бағышланған, уларҙа Урал аръяғы райондарының бай тормошо, ҡыҙыҡлы кешеләре һүрәтләнә.

Кәримә Ишбулды ҡыҙы башҡорт журналистикаһында оҙаҡ йылдар емешле ижад итә. Уның журналистика өлкәһендә иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн бирелә торған Шәһит Хоҙай­бирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителеүен шатланып ҡабул иттем һәм был бүләккә лайыҡлы тип иҫәпләйем.

 

Рушания БИРҘЕҒОЛОВА, филология фәндәре кандидаты.

Читайте нас: