Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Сентябрь 2021, 15:00

Радик Юлъяҡшин "баллы ай"ын ҡайҙа үткәрә?

Башҡортостандың һәм Татарстандың популяр йырсыһы Элвин Грейҙың (Радик Юлъяҡшин) һөйгәне Инзилә менән туйы үтеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде.

Радик Юлъяҡшин "баллы ай"ын ҡайҙа үткәрә?
Радик Юлъяҡшин "баллы ай"ын ҡайҙа үткәрә?

Башҡортостандың һәм Татарстандың популяр йырсыһы Элвин Грейҙың (Радик Юлъяҡшин) һөйгәне Инзилә менән туйы үтеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Йәш ғаилә туйҙан һуң  "баллы ай"ын Төркиәлә үткәреүҙәре хаҡында үҙҙәренең социаль сәхифәһендә белдергән. Бельдиби курортының элиталы отелдәренең береһендә уларҙы бик йылы ҡаршы алғандар: йоҡлар урындарын рауза сәскәләре һәм таҫтамалдан яһалған аҡҡоштар менән биҙәгәндәр.

Әйткәндәй, был элиталы отелдә сентябрҙә бер аҙналыҡ ял яҡынса 350-370 мең һум тора, люкс номерҙар  400 меңдән баһалана.

Йәштәр йылы яҡта рәхәтләнеп ял итә, диңгеҙҙә йөҙә, ижадтарына яңы илһам ала.

Фото:muzolenta.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: