Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Сентябрь 2021, 13:00

"Пушкин картаһы": һорауҙарға яуаптар

Картаны кем ала? Картаны нисек асырға? Әгәр ҙә смартфон юҡ, ә ауыл ерендә интернет та насар тота икән, ул сағында ни эшләргә?  Картаға һалынған 3 меңде йыл аҙағына тиклем тотоноп бөтөп булмаһа, ҡалған аҡса икенсе йылға күсәме?

"Пушкин картаһы": һорауҙарға яуаптар
"Пушкин картаһы": һорауҙарға яуаптар

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 1 сентябрҙән башлап 14 – 22 йәшлек Рәсәй үҫмерҙәре һәм йәштәре "Пушкин картаһы"на эйә була ала. Ул – йәштәрҙе мәҙәни сараларға ылыҡтырыу программаһы. Электрон иҫәпкә дәүләт 3 мең һум аҡса күсерә. Был аҡсаға театрға, музейға, галереяға, концерт ойошмаларына, китапханаларға билет һатып алырға мөмкин. "Пушкин картаһы"на бәйле йыш осраған һорауҙарҙы ҡарап китәйек.


1. Картаны кем ала?
Рәсәй Федерацияһының 14 йәштән алып 22 йәшкә тиклем (йәғни, 23 йәше тулып өлгөрмәгән) граждандары.


2. Картаны нисек асырға?
"Дәүләт хеҙмәттәре" ("Госуслуги") порталында ғариза тултырғас, йәштәр тиҙ арала "Мир" картаһына эйә буласаҡ. Унан һуң "Госуслуги.Культура" мобиль ҡушымтаһын ҡуйып алырға ла уның аша ниндәй мәҙәни сараға барырға икәнен һайлай башларға ла мөмкин.
Шуныһына иғтибар итергә кәрәк: "Госуслуги" порталындағы иҫәп яҙмаһы (учетная запись) раҫланған булырға тейеш.


3. Әгәр ҙә смартфон юҡ, ә ауыл ерендә интернет та насар тота икән, ул сағында ни эшләргә?
Ундай саҡта яҡын-тирәләге "Почта-банк"ка мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бында "Пушкин картаһы"ның пластик вариантын эшләп бирерҙәр. Билет алғанда, кассала ошо карта менән түләргә була. Картаның биҙәлешен һайлап алырға мөмкин: классик дизайн күңелгә ятамы, әллә замансарағымы?


4. Ысынлап та бушлай ҡарарға буламы?2021 йылда "Пушкин картаһы" булған һәр кемдең иҫәбендә 3 мең һум аҡса ятасаҡ. Шулай булғас, театр йә концертҡа барыр өсөн ошо картаң булыу ҙа етә. Ә киләһе йылға инде аҡса суммаһын 5 меңгә ҡәҙәр арттырыу мөмкинлеге ҡарала.
Тик онотмағыҙ: был аҡсаны фәҡәт рәсми афишала күрһәтелгән мәҙәни йөкмәткеле сараларға ғына тотонорға мөмкин.


5. Ҡайҙа барырға мөмкин?
Бөтә мәҙәни ваҡиғалар ҙа тиерлек "Культура.РФ" порталында һәм "Госуслуги.Культура" ҡушымтаһында бар. Программала йәмғеһе 1500-ләп мәҙәниәт учреждениеһы ҡатнаша, улар араһында дәүләттекеләр ҙә, шәхси булғандары ла бар. Ил буйлап 10 меңләп ҡыҙыҡлы мәҙәни ваҡиға тәҡдим ителгән дә инде.
Ошонда тағы бер иҫкәрмәгә иғтибар итергә кәрәк: "Пушкин картаһы" ярҙамында киноға йәки циркка билет алып булмай.


6. Тик үҙең йәшәгән ерҙә, мәҫәлән, Башҡортостанда ғына урынлашҡан музей-театрҙарҙы һайларға буламы?
Был картаның иң төп өҫтөнлөгөнөң береһе – Рәсәйҙең төрлө ерендә урынлашҡан мәҙәниәт усағына барырға мөмкин булыуы. Әйтәйек, йәш кеше Башҡортостандан ситтә йәшәгән туғандарында ҡунаҡта йә сәйәхәттә йөрөй икән, ти. Шул төбәктең программала ҡатнашҡан театр-музейына ла ул "Пушкин картаһы" менән түләп бара ала. Әлбиттә, пандемияға бәйле сикләүҙәр тураһында иҫтән сығарырға ярамай.


7. Билеттарҙы нисек алырға?
Алда атап кителгән порталдарҙың береһенә инеп, оҡшаған мәҙәни сараны һайларға һәм шул уҡ ҡушымта йә билет операторҙары, йә учреждениеның сайты, йә касса аша түләргә мөмкин.
Ошонда – йәнә иғтибар. Билет исемле була, шуға күрә лә уны дуҫыңа, әхирәтеңә йәки атай-әсәйеңә бүләк итеп булмай!


8. Әгәр ҙә мәгәр карталағы аҡса етмәй ҡалһа, үҙеңдең аҡсаны өҫтәп түләргә буламы?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә ундай мөмкинлек юҡ. Шулай ҙа картаны уйлап сығарыусылар был мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә эшләй.


9. Картаға һалынған 3 меңде йыл аҙағына тиклем тотоноп бөтөп булмаһа, ҡалған аҡса икенсе йылға күсәме?
Юҡ, мәҙәни сараларға тәғәйенләнгән аҡсаны йыйып барып булмаясаҡ. Быйыл тотоноп бөтөлмәгән аҡса яңы йылдан дәүләт тарафынан бүленгән яңы суммаға еткергәнсе тултырыла. Шулай булғас, театр йә музейға, йә концертҡа, йә күргәҙмәгә барыуҙы икенсе юлға ҡалдырмау хәйерле.


10. Билет һатып алып та, ниндәйҙер сәбәп арҡаһында бара алмай ҡалған осраҡта аҡсаны кире ҡайтарып буламы?
"Пушкин картаһы" буйынса алынған билеттарға ла ҡәҙимге ҡағиҙәләр ҡағыла. Билетты кире тапшырғас, уның хаҡы картаға яңынан ҡайтарыла.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: