Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Сентябрь 2021, 15:30

Театрға – QR-код менән

27 сентябрҙән башлап театр, концертҡа килер өсөн ковидҡа ҡаршы вакцина яһатыуҙы раҫлаған QR-код йә аҙаҡҡы алты айҙа ауырыуҙы үткәргәндеме, вакциналауға ҡаршы медицина күрһәтмәләре барынмы белдергән белешмә кәрәгәсәк.

Театрға – QR-код менән
Театрға – QR-код менән

Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һам балет театрында республика мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Н.Лапшина һәм баш ҡала театрҙары, филармония етәкселәре менән брифинг үтте. Ул ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле мәҙәниәт учреждениеларында хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеүгә ҡағылды.
Мәҙәниәт министрлығы бойороғона ярашлы, 27 сентябрҙән башлап театр, концертҡа килер өсөн ковидҡа ҡаршы вакцина яһатыуҙы раҫлаған QR-код йә аҙаҡҡы алты айҙа ауырыуҙы үткәргәндеме, йә вакциналауға ҡаршы медицина күрһәтмәләре барынмы белдергән белешмә кәрәгәсәк. Талап ителгән документтар булмаған хәлдә, алдан һатып алынған билетты кире тапшырырға мөмкин.
Бынан тыш, ошоға тиклем күҙәтелеп килгән талаптар ҙа шул көйө ҡала, йәғни битлек кейергә, ингән ерҙә температураны үлсәтергә, социаль арауыҡты һаҡларға.
"Башҡортостан халҡынан сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итеүҙе үтенәбеҙ. Бөтә был саралар инфекцияның таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн мөһим. Бойороҡ илдең баш санитар врачының быйыл 7 июлдә ҡабул ителгән 18-се ҡарарына һәм яңы инфекцияның таралыуын киҫәтеүгә йүнәлтелгән методик кәңәштәргә нигеҙләнеп ҡабул ителде", – тип аңлата мәҙәниәт министрлығы.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Фото: Мәҙәниәт министрлығы сайты. 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: