

Республиканың мәҙәниәт учреждениеларында яңы ижад миҙгеле асыла башланы. Кисә, әйтәйек, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенә ҡараған ҡала филармонияһы тамашасыларҙы "Урал легендалары" тигән сағыу эпик мюзикл менән ҡаршыланы.
Был хаҡта берләшмәнең социаль селтәрҙәге төркөмөндә хәбәр ителде.
Музыкаль әҫәрҙә 60-тан ашыу артист һәм белгестәр ҡатнашҡан, улар араһында саҡырып килтерелгән сәнғәт оҫталары ла булған. Мюзиклда сәхнә инсталляцияһының алдынғы технологиялары, ҡатмарлы декорациялар, үҙенсәлекле кейемдәр ҡулланылған. Башҡорт шихандарының килеп сығыуы, халыҡ, мөхәббәт тарихы, изгелек менән яуызлыҡ көрәше тураһында һөйләгән легенданы тамашасылар һоҡланып ҡараған.
Сценарий авторы – тележурналист, шағирә, драматург Сәрүәр Сурина, ҡуйыусы режиссеры – Стәрлетамаҡ филармонияһының художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Лира Фәйзуллина, композиторы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаев, ҡуйыусы балетмейстеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина, рәссамы – Лилиә Сөләймәнова, костюмдар буйынса рәссам – Наталья Степанова.
Иртәгә, 24 сентябрҙә, был сағыу тамашаны өфөләр ҙә ҡарай ала. "Башҡортостан" дәүләт концерт залында киске сәғәт 7-лә стәрлетамаҡтар баш ҡала тамашасыһын көтә.
Ә 25 сентябрҙә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры Өфөгә гастролгә килә. Республиканың М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында көндөҙгө сәғәт 1-ҙә йәштәр өсөн "Минең йөрәк һиндә тибә" спектаклен, кис “Киҫәкбикә. Риүәйәт” драмаһын ҡарарға мөмкин.
Фотолар, видео: Стәрлетамаҡ филармонияһы.