

Беҙ көн һайын радио тыңлайбыҙ: өйҙә, эштә, юлда. Ул беҙҙе яңылыҡтар менән таныштыра, мәғлүмәт бирә, күңелде күтәрә, илһамландыра. Башҡортостандың меңдәрсә кешеләренең тоғро юлдашы булған “Спутник ҒМ” радиоһы 20 йыллығын билдәләй. Ул был датаны яҡшы күрһәткестәр менән – радио-рейтинг һөҙөмтәләренә ярашлы, иң ныҡ тыңланған өс радиостанцияның береһе булып ҡаршы ала.
Ошо күркәм дата айҡанлы билдәле кешеләр, уларҙың коллегалары, тыңлаусылары үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Ғәлим Яҡупов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, “Башҡортостан” ДТРК-һы радиоһының 2000-2004 йылдарҙағы директоры:
- 2000 йылда Башҡортостан радиоһы Бөтә Рәсәй радиоһы тулҡындарында бер нисә сәғәткә генә эфирға сығып, ике телдә тапшырыуҙар алып бара торғайны. Был бер аҙ уңайһыҙлыҡтар ҙа тыуҙыра ине, сөнки тыңлаусыларға даими рәүештә бер каналдан икенсеһенә күсергә, йәки радионы бөтөнләй һүндереп ҡуйырға тура килде. Телде белмәйенсә, тапшырыуҙың асылын аңламайынса уны ҡарау ҡыҙыҡ та түгел бит. Шул ваҡытта ике радиостанция булдырыу идеяһы барлыҡҡа килде: башҡорт һәм татар телдәрендә һөйләгән милли радио һәм рус телле айырым канал.
Был осраҡта “Башҡортостан” ДТРК-һының ул саҡтағы директоры Рәмис Дәүләтбаевтың һәм “СпутникТелеком” предприятиеһы директоры Салауат Килдиндың өлөшөн билдәләп үтергә кәрәк. Улар республика етәкселегенә яңы радиостанция кәрәклеген еткереп, бының өсөн федераль үҙәктән айырым тулҡындар һәм лицензия алыуға өлгәште. Хөкүмәттең ярҙамы менән “СпутникТелеком” республика биләмәһендә тиҫтәләрсә радиотапшырғыс урынлаштырҙы һәм был Башҡортостандың һәр мөйөшөнә радиосигнал еткереү мөмкинлеге бирҙе.
Фәнүр Йәғәфәров, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң генераль директоры, “Башҡортостан” ДТРК-һы радиоһының 2004-2016 йылдарҙағы директоры:
- 20 йыл эшләү осоронда “Спутник ҒМ” бер нисә тапҡыр “үҙ йөҙөн” үҙгәртте: станцияның тик рус музыкаһын ғына яңғыратҡан осоро ла, йәштәрсә йүнәлеш алған мәле лә булды. Әммә шул уҡ ваҡытта “Спутник” һәр ваҡыт үҙенә генә хас үҙенсәлеккә – урындағы яңылыҡтарға өҫтөнлөк биреүгә тоғро ҡалды. Уны тыңлап, һәр кем туған республикаһында һәм Өфөлә барған яңылыҡтарҙы белә ала. Тап ана шул урындағы яңылыҡтарҙы ишетеү өсөн тыңлаусы был тулҡынды көйләй.
2013 йылда радиостанция етди тикшеренеүҙәр уҙғарҙы. Абруйлы халыҡ-ара тикшеренеү компанияһы менән берлектә Өфө ҡалаһының радиобаҙарын өйрәнеп, баш ҡала халҡының темалар һәм музыка йәһәтенән өҫтөнлөк биргән йүнәлештәрен билдәләне. “Спутник ҒМ”-дың әлеге форматы тап ошо тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһенә таянып, барлыҡҡа килтерелде. Был сара аудиторияның да бермә-бер үҫешенә килтерҙе.
Рөстәм Зарафутдинов, “Башҡортостан” ДТРК-һы директоры:
- Бөгөн Өфөлә 25 ҒМ-станция тапшырыуҙар алып бара, улар башлыса музыкаль йүнәлештә эшләй. Уларҙың күптәре – федераль селтәр брендтары. Улар менән көнәркәшлек итеү бик ауыр, иң мөһиме – ҡиммәткә төшә. Әммә “Спутник” быны булдыра. Бөгөн “Спутник ҒМ”дың бер тәүлектәге аудиторияһы 120 мең кеше тәшкил итә (MediaScope компанияһының 2021 йылдың июненә ҡарата мәғлүмәте). Был баш ҡалалағы 25 станция араһында өсөнсө урын. Йәғни “Спутник” “Европа плюс” һәм “Дорожное радио” кеүек федераль брендтарҙан ғына ҡалыша. Был коллективтың ғына уңышы түгел. Беҙ республика етәкселегенең һәм төбәк Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҙур ярҙамын тойоп эшләйбеҙ.
Тәнзилә Үлмәҫбаева, “Башҡортостан” ДТРК-һы радиоһы директоры:
- “Спутник ҒМ” – ул төбәк селтәре. 38 тапшырғыс бөтә республика буйынса сигнал таралыуын тәьмин итә. Шуға күрә бер миллиондан ашыу халҡы булған баш ҡала өсөн дә, республиканың башҡа ҡалалары һәм ауылдары өсөн дә ҡыҙыҡлы контент булдырыу мөһим. Был – бик ҡатмарлы бурыс һәм уны “Спутник” лайыҡлы башҡара.
Радиостанция төрлө халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа бихисап еңеүҙәр яуланы. Илебеҙҙәге радиоларҙың үҙ “Оскар”ы бар. Ул – радиотапшырыуҙар өлкәһендәге “Радиомания” милли премияһы. Бөгөнгө көндә “Спутник”тың туғыҙ шундай “Оскар”ы бар! Төбәк радиостанциялары араһынан бик һирәктәр ундай күләмдәге наградалар менән маҡтана ала. “Радиомания” милли премияһы – беҙҙең эшебеҙгә профессиональ йәмәғәтселек йәһәтенән бирелгән иң юғары баһа. Һәм ундай баһаға лайыҡ булыу һис тә еңел түгел.
Роза Төхбәтова, “Спутник ҒМ”дың баш мөхәррире:
- “Спутник”тың коллективы Өфөлә йәшәй һәм эшләй, шуға күрә беҙгә яҡташтарыбыҙҙың көнкүреше, уй-фекерҙәре, борсолоуҙары яҡшы таныш. Беҙ баш ҡаланың һәм республиканың ниндәй мәшәҡәттәр менән йәшәүен беләбеҙ һәм эфирҙа ла ошо хаҡта һөйләйбеҙ. Өфөлә һәм республикала барған бер генә мөһим ваҡиға ла беҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Беҙ тыңлаусыларыбыҙға барыбыҙ ҙа яратҡан 90-сы һәм 2000-се йылдар йырҙарын тәҡдим итәбеҙ. Улар халыҡ тарафынан ысынлап та яратып ҡабул ителә, тип ышаныс менән әйтә алам, сөнки һәр бер йыр Өфө халҡы тарафынан иң яҡшылар исемлегендә билдәләнгән.
“Спутник ҒМ”ға – 20 йыл. Был радиостанция менән бергә тотош бер быуын үҫте. Әммә әлегәсә үҙе өсөн “Спутник ҒМ”ды асмаған тыңлаусылар ҙа бар. Үҙегеҙҙе ҒМ 107 тулҡынына көйләгеҙ һәм һеҙ, моғайын да, күңелегеҙгә оҡшағанды табырһығыҙ.