Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Сентябрь 2021, 14:30

"Юлдаш" радиоһы Ырымбур ҡалаһынан һөйләйәсәк

27 сентябрҙә ижади коллектив Өфө - Ырымбур маршруты буйынса яңы асыласаҡ "Орлан" поезының тәүге составында күрше өлкәнең баш ҡалаһына юлланасаҡ. Унда ниндәй программа көтөлә?

"Юлдаш" радиоһы Ырымбур ҡалаһынан һөйләйәсәк"Юлдаш" радиоһы Ырымбур ҡалаһынан һөйләйәсәк
"Юлдаш" радиоһы Ырымбур ҡалаһынан һөйләйәсәк
"Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәрҙәре башҡорт халҡының архитектура ҡомартҡыһы булған Каруанһарайҙың 175 йыллығын үҙенсәлекле итеп билдәләргә ниәтләй. 27 сентябрҙә ижади коллектив Өфө - Ырымбур маршруты буйынса яңы асыласаҡ "Орлан" поезының тәүге составында күрше өлкәнең баш ҡалаһына юлланасаҡ.

Унда радиожурналистар Ырымбурҙағы башҡорт йәмәғәтселеге менән осрашып, Каруанһарайға экскурсия ойошторасаҡ. 28 сентябрҙә иһә 8.00 сәғәттә "Теге өсәү" тапшырыуы тура эфирға Ырымбур ҡалаһынан сығасаҡ. Бер сәғәтлек күсмә эфирҙа егеттәр Ырымбур өлкәһендәге милләттәштәребеҙҙең тормошо менән танышып, бөтә тыңлаусыларға бәрәкәтле Ырымбур еренән сәләм оҙатасаҡ.

- “Юлдаш” радиоһының Ырымбур өлкәһендә милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Ҡыҙыл Гвардия районындағы Ҡыуандыҡ һәм Плешанов ауылдарында радиотапшырғыстары бар, шуға ла тыңлаусылары был өлкәлә күп. Улар менән күҙгә-күҙ осрашып аралашыу теләге ҙур булһа ла, әлеге пандемия шарттарына бәйле, был ниәтте киләсәккә ҡалдырып торорға тура килә. Шуға ла “Орлан” менән ойошторолған сәфәребеҙҙе интернет киңлектәрендә, онлайн һәм күсмә студиянан тулы яҡтыртырға тырышасаҡбыҙ, - ти радионың баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева. - Был акция тыңлаусыларыбыҙ һәм коллектив өсөн яңы мөмкинлектәр асыр, берләштерер, күтәренке кәйеф, өмөт өҫтәр тип ышанабыҙ. Сәфәрҙе ойошторорға ярҙам иткән “Рәсәй тимер юлдары” компанияһы етәкселегенә рәхмәт. “Орлан” поезының ике төбәк араһындағы бәйләнеште нығытыуҙа өлөшө ҙур булыр тип ышанабыҙ.

Юлдаш” радиоһы коллективы менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре ла бара. Сит өлкәлә көн иткән милләттәштәребеҙҙең йәшәйеше, ойошторолған акция менән зәңгәр экрандар аша ла танышырға мөмкин буласаҡ.

Фото: "Юлдаш".

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас