Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Сентябрь 2021, 15:15

Бөйөк рус әҙибенә арналды

Быйылғы сара 31-се тапҡыр уҙғарылып, әҙиптең тыуыуына – 230 йыл, ә уның Өфөләге йорт-музейы асылыуға 30 йыл тулыуға арналған булыуы менән айырыуса әһәмиәтле булды.

Бөйөк рус әҙибенә арналдыБөйөк рус әҙибенә арналды
Бөйөк рус әҙибенә арналды

Бөйөк рус яҙыусыһы Сергей Аксаковтың көндәрен үткәреү – Башҡортостандың мәҙәни донъяһында матур традицияға әйләнгән күренеш. Быйыл был сара 31-се тапҡыр уҙғарылып, әҙиптең тыуыуына – 230 йыл, ә уның Өфөләге йорт-музейы асылыуға 30 йыл тулыуға арналған булыуы менән айырыуса әһәмиәтле булды. Быйылғы байрам республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡ-ара Аксаков фонды тарафынан Өфө ҡалаһы, Өфө, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәттәре ярҙамы менән ойошторолдо.

Белеүебеҙсә, Сергей Тимофеевич Аксаков 1791 йылда Өфөлә тыуған. Уның исемен замандаштарға яҡынайтыу, Башҡортостанда киңерәк танытыу йәһәтенән яҙыусы Михаил Чванов ифрат ҙур эштәр башҡара, тәүге Аксаков фестивале лә тап уның тырышлығы менән уҙғарыла.

Быйыл 23-25 сентябрҙә үткән Халыҡ-ара Аксаков байрамы киң даирәле, бай йөкмәткеле булыуы менән айырылды. Тантаналы сараларҙың төп өлөшө Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында булды. Сара барышында Аксаков исемендәге Бөтә Рәсәй әҙәби премияһы, студенттарға Өфө ҡала Советы тарафынан булдырылған премиялар тапшырылды, байрам концерты күрһәтелде. Бөйөк әҙип исемендәге Бөтә Рәсәй әҙәби премияһы ике йылға бер тапҡыр бирелә, уның быйылғы лауреаты булып Рәсәй яҙыусыһы Александр Юрьевич Сегень танылды.

Сарала ҡатнашыусылар Пушкин аллеяһында Александр Сергеевич Пушкин һәм Сергей Тимофеевич Аксаковтың һәйкәлдәренә сәскәләр һалды. Мәшһүр яҡташ әҙибебеҙ исемендәге баҡсала “Аксаков йәрминкәһе” гөрләне, бында халыҡ кәсептәре, декоратив һынлы сәнғәт оҫталарының күргәҙмәһе ойошторолдо. Дуҫлыҡ гөлләмәһен хасил иткән ижади коллективтарҙың сығыштары ла тамашасылар күңеленә хуш килде.

Халыҡ-ара кимәлдәге байрамдан республиканың юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттары, мәктәптәр ҙә ситтә ҡалмай. Башҡорт дәүләт университетында “Заманса донъяла славян халыҡтары, телдәре һәм мәҙәниәте” VI халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Шулай уҡ был көндә республика мәктәптәрендә Аксаков дәрестәре уҙғарылды. Мәҫәлән, баш ҡаланың 11-се Аксаков исемендәге гимназияһында үткән тематик дәрестә быйылғы лауреат-яҙыусы Александр Сегень ҡатнашты.

Мәшһүр әҙиптең йорт-музейында “Мемориаль йорт-музейға – 30 йыл” тип аталған күргәҙмә асылды, шулай уҡ бында Өфө рәссамы Эдуард Ханнановтың “Аксаковлы Өфө” тигән ижади эштәре менән дә танышырға мөмкин.

Аксаков көндәре баш ҡалалағы саралар менән генә сикләнмәй. Бәләбәй районының “Надеждино” тарихи-мәҙәни үҙәгендә, бындағы Аксаков ҡорамында, Аксаковтар ғаиләһенең музыйында ла матур саралар, экскурсиялар, яҙыусының һәйкәленә сәскә һалыу, ҙур фольклор байрамы ойошторолдо. Байрам ҡунаҡтары күптән түгел асылған “Йырсы шишмәләр” паркында булып, бында башҡарылған эштәргә һоҡланыу белодерҙе. Бөйөк рус әҙибенең ғаилә имениеһы урынлашҡан бәрәкәтле ер, район етәкселеге һәм уның ихлас халҡы ҡунаҡтарҙы яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, һәр саҡтағыса матур байрам уҙғарыуға өлгәште.

Фото: Башинформ агентлығы. 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас