Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Сентябрь 2021, 15:01

Гран-при яулап ҡайтты

Ошо арала Мәскәүҙә “Музыканың тылсымлы һулышы” төбәк-ара милли музыка ҡоралдары фестивале булды. Ул ҡатнаш форматта – онлайн һәм офлайн ойошторолдо.

Фестиваль варганға (ҡу­мыҙға) арналды. Унда Тыва, Алтай, Саха (Яҡут), Бүрәт, Татарстан, Башҡортостан республикаларынан, Рәсәйҙең башҡа төбәктә­ренән халыҡ сәнғәте оҫта­лары ҡатнашты. Гран-приға республикабыҙ вәкиле Илнур Хәйруллин лайыҡ булды. Уны еңеүе менән ҡотлап, конкурс тураһында һөйләүен һорап мөрәжәғәт иттек.

“Ойоштороусылар социаль селтәрҙәр аша бәйлә­нешкә сығып, ҡатнашырға саҡырҙы. Быға тиклем дә ҡумыҙсылар конкурсында еңеү яулағаным булғайны, шуға күрә Гран-при алыуға өмөт бар ине, – ти еңеүсебеҙ. – Халыҡ-ара сараларҙа бындай оло бүләккә лайыҡ булыу республика сәнғәтенә мәртәбә өҫтәй, шул яғы менән еңеүем айырыуса ҡәҙерле”.

Илнур Хәйруллин яратып уйнаған халыҡ музыка ҡоралдары араһында үҙебеҙҙең ҡурай, думбыра, шулай уҡ дудук, кена, ирен гармошкаһы, гармун, ҡыуыҡлы һорнай (волынка) бар.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, күп кенә халыҡ ҡоралдарында уйнаған талантлы сәхнә оҫтаһының халҡыбыҙҙың музыка сәнғәтен киңерәк танытыу буйынса ҙур пландары, маҡсаттары бар. Уға артабан да уңыштар теләйек!

 (И. Хәйруллин менән әңгәмәнең тулы вариантын гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ).

 

- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.

Читайте нас