

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камал – бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендә айырым урын биләгән үҙенсәлекле прозаик. Күренекле әҙиптең ижад мейесенән сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бихисап хикәйә, повесть сыҡты. “Ағиҙел” журналында уның тәүге күләмле әҫәре – “Оҙонтал” романы баҫылып сығыуға 20 йыл булды. Артабанғы йылдарҙа талантлы яҙыусының “Ҡасыу”, “Бәлә”, “Кәрһеҙ ир”, “Арыған кеше”, “Ымһыныу” повестары, “Таня-Таңһылыу”, “Сабыр йән”, “Әлфирә”, “Шаңдау”, “Һөйкөмлө һөйәк”, “Башҡорт ғәскәре”, “Ымһыныу” (“Колхозсы”), “Мөлкәт” кеүек романдары донъя күрҙе. Ике тиҫтә йыл эсендә халыҡ яратып уҡыған утыҙға яҡын роман яҙыу һәр кемдең дә ҡулынан килмәй. Ниндәй сер ята икән был үтә лә “юғары етештереүсәнлек”тең нигеҙендә? Хоҙай биргән һәләтме? Әйҙәгеҙ, бергәләп Камал феноменының хикмәтен юллап ҡарайыҡ әле.
Китап уҡыу, мәктәп, өләсәйҙәр лөғәте
– Ринат, һинең иҫ киткес егәрлелегең, Гиннестар рекорды китабына дәғүә итерлек ғәжәп бай ижад емештәрең күптәрҙе аптырата ла, һоҡландыра ла. Ҡайҙан килә икән ул һиңә шишмәләй урғып торған ижад ҡомары? Әллә тәбиғәттән бирелгән һәләт ҡөҙрәтеме был?
– Рәхмәт бындай юғары баһа өсөн. Бөтәһенә лә китап, китап уҡыуға мөхәббәт сәбәпсе. Ижад, әҙәбиәт тураһында уйлайым да, шул мәктәптә яҙышыуға өйрәнеүҙән, уҡый башлауҙандыр, тим. Ул бала саҡтан, беренсе кластан, тәүге уҡытыусым Таһира апайҙан килә...
Мәктәпкә барғансы уҡ беҙ бик етди, яуаплы балалар инек. Мин яңғыҙлыҡ яраттым, гел үҙ алдыма уйланып-фекерләп йөрөнөм. Сирләшкәрәк тә булдым (өс йәшемдә дифтериянан саҡ үлмәй ҡалғанмын), ә сир кешене ситләшеүгә дусар итә. Тышҡа атылғас, тауҙарға, урмандар араһына сығып китәм. Тау башы – Таштығулдағы сауҡалыҡта шундай еләҫ, саф һауа! Бында ниндәйҙер серлелек, хатта тарихҡа бәйле әйберҙәр йәшерелгән кеүек. Тәбиғәт-тәрбиәселә яңғыҙ ҡалыу әллә ниндәй уйҙарға тарыта, бөтә донъяны айҡап-байҡап үтәһең.
Мәктәп – тәртипкә өйрәткән, аҡылға ултыртҡан усаҡ. Уҡытыусының тасуири һөйләүе әллә ҡайҙарға, хыял иленә алып китә, ә күҙҙәр – тәҙрәлә. Унан Иҫке Әй күле буйҙары күренә... Ҡаршы ярҙа йөҙйәшәр тирәктәр һерәйә... Тыныс та, хас та яңғыҙың кеүек, хыялға батып ултыраһың – минең был донъянан айырым үҙ эске донъям бар. Шунда, күрше бүлмәлә – китапхана, яғымлы китапханасы Тәимә апай, инәйемдең әхирәте. Мин китап донъяһына (өсөнсө донъяға) сумам – ниндәй рәхәтлек! Хыял, әкиәт иле!
Иң тәүге үҙ иткән баҫмам – “Башҡортостан пионеры”. III класта уҡығанда почтальон Сара апай ошо гәзитте өйгә алып килгәс, иҙәнде матур итеп йыуып алдым (инәйем дә шуны талап итә ине), еңем менән хатта өҫтәл өҫтөн һыпырҙым, шунан гәзитте ҡуш битенә йәйеп һалдым. Бөтә ерҙә тәртип, таҙалыҡ: өйөм дә, күңелем дә, бар ике донъям яҡты хәҙер. Их, уҡыуы – ҡыҙыҡ! Бер ләззәт! Шул уҡығандарым артында әллә ниндәй серле, сихри донъя (өсөнсөһө) пәйҙә була...
Ә VII–VIII кластарҙа мин – уйсан, һынамсыл үҫмер – дәрестә инде шым ғына ултырмайым: һөйләү дәрестәрендә һөйләүгә, ҡысҡырып шиғыр ятлауға әүәҫмен, уҡытыусы ҡушҡас, иншалар, шиғырҙар ҙа яҙам. Класта бөтәбеҙ ҙә – шағир! Ярышабыҙ, вәт, уҡытыусыбыҙ шәп булған, дәресте ойоштора белгән. Мин гәзиттәр ҙә уҡыйым, шиғырҙар ҙа сығарам. Әүҙеммен, мине бөтә ауыл, донъя хәлдәре ҡыҙыҡһындыра. Хатта туғыҙынсыла класыбыҙ концерт ҡуйғанда – конферансьемын: шунда Маяковскийҙың “Совет паспорт”ын ятланым, өҫтәүенә, һуңынан сәхнәгә махсус сығып: “Люди, будьте горды, что вы – граждане Советского Союза!” – тигәнем дә иҫтә. Шундай хыялый үҫмер, патриот, әүҙемсе инем...
Үҙ-үҙемә аптырайым. Яҙышыр алдынан уйлап-уйлап йөрөйөм дә өҫтәл янына барып ултырам. Ҡағыҙ – алда, ҡәләм – ҡулда. Әллә нишләп яҙа башлаһам, туҡтап булмай, уйҙар башта ағыла, ҡәләм шулар артынан эйәрә; һүҙҙәр үҙҙәренән-үҙҙәре теҙелә. Аптырайым: нисек яҙыла, ҡайҙан юл ала? Яҙмалар, унда сағылған донъя (был – дүртенсе донъя) – ғәжәп күренеш. Улар ҡайҙан шулай килеп сыға, бар була?.. Яҙылған да ҡуйған, һуңынан яңынан ҡарайым, арыу сыҡҡан бит! Бынан һуң нисек яҙыла, ҡалай шулай бар була, тигәнгә үҙем дә яуап бирә алмаясаҡмын.
...Мин өләсәйемдәр ҡулында үҫтем. Уларҙың телмәре ҡыҙыҡ, һәр һүҙе – мәҙәк. Шундай итеп әйтеп ҡуялар, ултыраһың да ҡуяһың йә һының ҡата. Мөнирә әңкәйем көлөп кенә һуҙа хәбәрен, Ғәйшә ҡәртнәйем көлмәй, үтә етди, ә теле – гел лаҡап, гел йомаҡ, хәбәр төбө – гел ирония. Инәйем (әсәйем) Мәрйәмдең теле әсе, үтә лә үткер. Телеп кенә һала, магазинға кергән уҫалдарҙы теле менән еңә. Мин оҙаҡ йылдар, Өфөгә күскәс тә, уның теле менән яҙҙым, әлеге көнгәсә тиерлек уның өнө ҡолаҡ осомда сыңлап торҙо, хәҙер генә (бәлә!) юғалттым ул өндө...
Беҙ француздарҙан кәмме ни?!
– Беҙ ижад серҙәре, илһам, һәләт хаҡында һөйләшәбеҙ, ә ҡайҙан килә ул ғәйәт күп яҙыу маһирлығы?
– Китап, гәзит-журналды күп уҡыуҙандыр, тигәйнем инде. Ә иң мөһиме – нәҫелдән бирелгән һәләт, ата-бабайҙарымдың фекерләү рәүеше, зиһене күсеүенәндер... Әйтеүемсә, яңғыҙлыҡ яраттым, минең ауыл үҙәгендә өйөр булып уйнарға сыҡҡан малайҙар ыңғайына йөрөгөм килмәне.
Яңғыҙлыҡ, аптырау, ҡыҙыҡһыныу... Бөтә нәмәне, бәләкәй генә ҡыштырлауҙы, һәр өн, һәр ваҡиғаны, күренеште, сағылышты тойоу, ныҡ яҡын итеп кисереү. Һәр ел иҫеүенә яуап биреп һелкенеп киткән япраҡ һымаҡ булып... Нәфрәт, әрнеү, үҙ һүҙеңде әйләнә-тирәгә, тормошҡа ҡыҫтырырға тырышыу. Үҙ һүҙең, фекерең булыу, раҫлауың... Шуларҙы күңелдә бер ҡабыҡҡа төрөп бирергә ынтылыш. Һоҡланыуың, хыялыйланып иҫәрләнеүең, хискә бирелеүең...
Сирләшкәрәк инем, тигәйнем. Сир ҙә кешене туҡтата, һиҫкәндерә бит, яңғыҙ ҡалып уйланырға мәжбүр итә.
Яҙышыу, китап уҡырға яратыу, шунан мәктәп... Ул кешене тәртипкә өйрәтә, ниндәйҙер эштәргә, маҡсаттарға йүнәлтә. Гел шулай үҙеңде тәртиптә, нимәгәлер әҙер көйө тотоу, гел бер төрлөгә көйләү, уҡыу, яҙышыу ғәҙәткә лә әйләнә. Ә ғәҙәт – холоҡтоң туғаны.
Мәктәп китапханаһы, унан ауыл китапханаһы – минең өсөн иң яратҡан ер, хыял иле, улар гел үҙҙәренә тартып тора. Унда төҫлө журналдар ҙа бар (мәҫәлән, “Огонек”), уларҙың һүрәтен ҡарайым, кешене ҡайһылай матур итеп төшөргәндәр! Башта мәктәптә – башҡорт әҙәбиәте дәреслеге, китапханала – китаптар, шунан өйгә ҡайтһам, Мөнирә әңкәйемдәрҙең лапаҫ башына менһәм, Бөрө педагогия институты студенты Ания апайымдың рус әҙәбиәте дәресылектәре! Яҙыусылар! Портреттары ниндәй матур!
...Инде юғары кластамын, ғәҙәтем һаман – китапханаға йөрөү. Ауыл китапханаһынан сит ил әҙәбиәте китаптарын да алам. Бальзак, Золя... Бальзак – хәтәр яҙыусы, иҫ киткес әҫәрҙәр ижад иткән. Ғөмүмән, француз әҙәбиәте – иң яратҡаным. Ниңә беҙ ҙә шундай әҙәбиәт булдыра алмайбыҙ? Беҙ – башҡорттар – шул француз һымаҡ ҡына яҙа алмайбыҙмы? Кешелеккә Бальзак, Золя – бүләк, ә башҡорт уларға тиң түгелме, уның француздан ни ере кәм?
Минең дә Бальзак ише булғым, уның һымаҡ дан яулағым килде, Золя төҫлө бихисап ғаилә романдары тыуҙырырға ине, тип хыялландым. Улар булдырған, ә беҙ... Донъяла бер тапҡыр ғына йәшәйбеҙ, шул ғүмер эсендә башҡортто ла танытып китергә! Гел шуға ынтылдым. Мин уларҙан кәм түгел, яҙғанда, Бабич әйтмешләй, “бер кем юҡ, үҙем генә Алла, үҙем иң оло хаким!”ы Француз әҙәбиәтенән башҡорт әҙәбиәте йөҙ, йөҙ илле йылға артта ҡалған – француздарҙы ҡыуып етергә!.. Ай-һай, шулай ҙа маташыу, яҡшыға, яҡтыға үрелеү, шәберәктәрҙән күсереү-өйрәнеү, юҡ, хилаф түгел.
Бальзак, Золяны уҡыйым, Достоевский, Толстой менән һаташам, тағы Пушкин, Мопассан... Әҙәбиәт донъяһы, унда беҙ ҙә иркенләп йөҙөргә, үҙебеҙҙе бар донъяға танытырға тейешбеҙ.
Уй-ниәттәре – ғаилә романдары, халыҡ тарихы
– Һин әле бөйөк француз яҙыусылары Бальзак менән Золяны ла телгә алып үттең. Беҙгә шул мәғлүм: Оноре де Бальзак 27 йыл эсендә 19 роман, 28 повесть яҙған. Ә бына Александр Дюманың 400-ҙән ашыу романы, 75 самаһы пьесаһы бар. Һин сәмләнеп, ошо француз әҙиптәре яулаған бейеклеккә ынтылаһың. Афарин, Камал! Донъяға мәшһүр “Урал батыр” эпосын бүләк иткән халыҡтың бөгөнгө яҙыусыларын мотлаҡ бар ҡитғала белергә тейештәр, тик донъя кимәлендә танылыу өсөн нимә етмәй беҙгә? Әллә тәржемә эше аҡһаймы?
– Сәм етмәй, сәм! Беҙ кемдән кәм? Халыҡ ижадыбыҙ бай, шәп ижадсыларыбыҙ ҙа етерлек. Бары тик булған ижад емештәрен күрһәтә, таныта беләйек. Барыһы ла беҙҙең әүҙемлектән, хатта, әйтер инем, әрһеҙлектән тора. Беҙ бар, бары тик үҙебеҙҙе таныта белергә тейешбеҙ! Бының өсөн, һис шикһеҙ, Башҡортостанда көслө тәржемә мәктәбен булдырыу фарыз – шунһыҙ ил, донъя әҙәбиәттәренә юл ярыуы бик ҡыйын.
Мин Золяның “Ругон-Маккары”һы ише ғаилә романдары шәлкеме тыуҙырырға бурыслы. Француз әҙиптәре юлын һайлауым бер ҙә юҡҡа түгел. Рухым, тәбиғәтем шуға тап килеп кенә тора – мин халҡым тарихын, характерҙар булмышын (бөтә тормошто) һынландырасаҡмын. Хаҡ: маҡсатыма донъя әҙәбиәте лә иш, ул да ярҙамсым, таянысым. Иллә аллаһи илле алла, мөхәмәд рәсуллаһ, изге сәғәттә, хәл иттек. Амин, тим.
– Ринат, һин күптән инде ысын мәғәнәһендә халыҡ яҙыусыһы дәрәжәһенә ирешкәнһең, күптәр фекеренсә, был юғары исемде рәсми рәүештә раҫларға ғына ҡалған. Ҡыҙыҡлы ижад лабораторияңдың нескәлектәре менән ихлас таныштырғаның, изге уй-ниәттәреңде асыҡтан-асыҡ ярып һалғаның өсөн ҙур рәхмәт! Алдыңа ҡуйған маҡсаттарыңа өлгәшеп, башҡорт әҙәбиәтен өр-яңы әҫәрҙәр менән байытыуҙа һәм уны донъя кимәлендә танытыуҙа уңыштар юлдаш булһын!
- Нияз СӘЛИМОВ әңгәмәләште.