

Юбилей саралары бөгөн башҡорт әҙәбиәтенең аҡһаҡалы, ил ағаһы Ноғман Сөләймән улы Мусиндың кендек ҡаны тамған ғәзиз төйәге Ҡолғона ауылында башланды. 50-нән артыҡ китап авторының исеме тыуған ауылындағы мәктәпкә, аллеяға бирелде. Ноғман Сөләймән улы мәктәптә белем алған саҡтағы партаһына ултырып, хәтирәләрендә үткәндәргә ҡайтып әйләнде.
Һуңынан Ноғман исемендәге аллеяға нигеҙ һалынды. Тәүге ағасты легендар яҙыусы үҙе ултыртты. Ҡалған егерме төп ағасты Ишембай районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, билдәле яҙыусылар, ауыл аҡһаҡалдары ултыртты. Тимәк, «мәңгелек урман» шаулап үҫеп, киләсәк быуындарҙы шатландырасаҡ.
Байрам Ҡолғона ауылының мәҙәниәт йортонда дауам итте. Әйткәндәй, был заманса бинаны һалдырыу, башҡорт тайгаһында урынлашҡан ауылға юл төҙөтөү Ноғман Сөләймән улының тырышлығы менән эшләнә. Ғүмере буйы республика, халҡы өсөн янып йәшәгән кешенең һүҙе үтә. Шуға ла ауылдаштары уға ҙур рәхмәт уҡый.
Ноғман Сөләймән улы үҙ хистәрен йәшермәй: «Бөгөн минең өсөн бик тә иҫтәлекле көн. Нәҡ ошо ерҙә, ошо мәктәп тупһаһынан оло тормошҡа юлым башланды. Тыуған ерем минең өсөн иң ғәзиз урын. Оло ихтирам өсөн халҡыма рәхмәт!»
Кисә «Сыуаҡай» фольклор ансамбле, ауылдың үҙешмәкәр түңәрәгендә ҡатнашыусыларҙың сығыштары һәм ҡотлауҙары менән үрелеп барҙы.
«Һайлап алған яҙмыш» документаль фильмының исем туйы ла Ҡолғонала үтте. Ауыл халҡы унда Ҡолғонаны, үҙҙәрен күреп шатланды.
Картинаның авторы һәм продюсеры Гәүһәр Батталова тәҫьораттары менән бүлеште: «Мин бик тулҡынланғайным. Ноғман ағай тураһында алты фильм төшөрөлгән. Башҡаларҙы ҡабатламай, һүҙ батшаһы тураһында фильм төшөрөү - үтә лә яуаплы эш. Барыбыҙ ҙа күңел йылылығын һалып эшләнек - режиссерҙар Әлфиә Арыҫланова, Радик Фәтхиев, композитор Илшат Хәлилов, оператор Роберт Рәүепов. Беренсе тапҡыр фильмдың премьераһы Өфөлә түгел, әҙиптең тыуған ауылында үтте. Был дөрөҫ тә, сөнки Ноғман ағай - ғүмере буйы ғәзиз төйәгенә тоғро ҡалған кешеләрҙең береһе».
Ҡолғона ауылының мәғрур урмандары, Алатауы, иң мөһиме алсаҡ, асыҡ күңелле кешеләре менән танышҡандан һуң, ҡунаҡтар Ишембай ҡалаһына юлланды. Сара мәҙәниәт йортонда дауам итте. Тыуған ерен, уның кешеләрен мәңгеләштергән шәхес халыҡ менән ихлас аралашты.
Ноғман Мусин - үҙенең әҫәрҙәре менән Башҡортостанды, уның кешеләрен, тәбиғәтен донъя кимәленә сығарған оло әҙип. Милләтен яратҡан шәхес кенә уны шундай бейеклектәргә күтәрә ала. Башҡорт халҡы үҙенең Лев Толстойы - Ноғман Сөләймән улы Мусин менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Шундай шәхестәре булған халыҡ бәхетле.
Билдәле шағирыбыҙ Сафуан Әлибаев уның тураһында ошолай тип яҙғайны:
Ағиҙелкәй аға – «Ер биҙәге»,
«Зөһрә»ләрен сайҡай һаҡ ҡына.
Әҙәбиәт тигән «Зәңгәр тауҙа»
Елһен, әйҙә, Ноғман, «Аҡ болан!».
Ноғман ағай, тағы ла оҙаҡ йылдар аҡ болан булып елегеҙ әле!