

Ринат өшөп уянды. Өй эсендә һыуыҡ, арғы мөйөштә атаһының хырылдағаны ишетелә. Малайҙың торғоһо, яланаяҡ боҙло иҙәнгә баҫҡыһы килмәй. “Эх, ошолай йылы юрған аҫтында ятһаң ине. Башҡа өйҙәрҙә йылылыр инде”, – тип уйлап ҡуя. Бүтәндәрҙең өйө газ менән йылытыла бит. Ә был урамда уларҙың өйөндә генә газ юҡ. Ҡайҙан газ үткәрһендәр, атаһы менән әсәһенең көнө-төнө айнығандары юҡ, колхозда эшләмәйҙәр, эшләмәгәс, аҡса ла юҡ.
Нисә йыл инде өйгә инеп оялаған “йәшел йылан”ды ҡыуып та сығарырлыҡ түгел. Кисә лә эскесе әшнәләре менән төн уртаһына тиклем мәжлес ҡороп ултырҙылар...
Ә ниндәй матур, өлгөлө ғаилә ине. Атаһы – ауылда алдынғы комбайнсы, әсәһе – уңған һауынсы. Ул ваҡыт өләсәй ҙә иҫән ине әле.
Малай элекке тормошто хәҙер төш кенә һымаҡ хәтерләй. Ошо ғаиләгә ҡарап һоҡланмаған, көнләшмәгән кеше юҡ ине. Ә хәҙер һоҡланып түгел, ғибрәт итеп һөйләйҙәр. Ҡасан башланды был мәхшәр? Әллә өләсәй үлгәндән һуңмы?
Был өлкәндәр ниңә араҡы эсә икән, тип күп тапҡыр уйланғаны бар. Бер тапҡыр әсәһе күрмәгәндә стакан төбөндә ҡалған шыйыҡсаны уртлап ҡарағайны. Оҡшатманы. Шунда уҡ кире төкөрҙө. Ауыҙҙы ныҡ яндыра был нәмә, бер тәме лә юҡ.
Ринат, башын ҡалҡытып, өй эсен барланы. Бушлыҡ. Анауында стенка ултыра ине, атаһы менән әсәһе яңыраҡ һатып ебәрҙе, әле шуның аҡсаһын әсәләр.
Малай эргәһендә рәхәтләнеп, бер ни һиҙмәй йоҡлап ятҡан ҡустыһына күҙ һалып ҡуйҙы, уның өҫтөнә йәтешләп юрғанын япты, өшөп ятмаһын.
Мәктәпкә һуңламаһын тағы! Ринат һикереп торҙо ла йәһәт кенә кейенә һалды. Өҫтәлдә икмәк киҫәге күренә, Ринат уны ике өлөшкә һындырҙы ла береһен, ҙурырағын, йоҡлап ятҡан ҡустыһына тотторҙо. Ҡустыһы уянған һымаҡ булды ла, икмәк киҫәген күкрәгенә ҡыҫып, тағы йоҡлап китте. Ринат, ҡатҡан һыныҡты ашап, һалҡын һыу менән баҫтырып ҡуйҙы ла, иҫке свитерын, бәйләмә кәпәсен кейеп, мәктәпкә ашыҡты. Урамда һыуыҡ, әсе буран һепертә, битте, ҡулды семеткеләй. Мәктәбе өйҙәренән йыраҡ түгел-түгеллеккә, тик кейеме йоҡа булғас, бигерәк өшөтө, ыжғыр ел аяҡтан йығып бара. Ринат елгә арҡаһын ҡуйып атлап ҡарай, тәкмәсләп тә китә. Һис тә хәле юҡ. Хәле бөтмәй ни, йүнле-рәтле аш күргәне юҡ, ҡайҙан көс булһын унда. Бата-сума мәктәптең яҡты уттарына уҡталып барыуының хикмәте лә шунда: унда туйғансы ашаталар, ике дәрестән һуң ашын да, бутҡаһын да бирәләр, шәкәрле сәй эсерәләр. Ҡайһы ваҡыт алма йә әфлисун да эләгеп ҡуя. Ана, үткән аҙнала берәр алма тотторҙолар. Ринат уның татлы икәнлеген белһә лә, үҙендә көс табып, ашаманы, өйөнә алып ҡайтты. Шунан ләззәтләнеп, Булат ҡустыһы менән ашап ҡуйҙылар.
Ринат, хәлдән тайһа ла, мәктәп яғына йүгерә. Унда йылы, күңелле!.. Ни өсөн күңеллеме? Сөнки унда Гөлнур бар, ә ҡыҙыҡай Ринат менән бер партала ултыра! Гөлнур, матур кейенеп йөрөһә лә, уҡыуҙан бик алдыра алмай, математиканан мәсьәләне лә сисә белмәй. Ә инде дүртенсе класта, мәсьәлә сисеү яғына килгәндә, Ринатка еткән уҡыусы юҡ. Гөлнурҙың дәфтәренә бер генә күҙ ташлау менән шунда уҡ хатаһын табып бирә.
Ринаттың эргәһенә Гөлнур үҙе килеп ултырҙы, мине математиканан өйрәт әле, тине. Бер ҙә Марат янына ултырманы. Марат торғаны бер шыр наҙан шул, “икеле”ләрҙе көн һайын көрәп ала. “Мейеңде май баҫҡан”, – тип әрләй уны уҡытыусы апай. “Әллә мин ябыҡ булғанға баш яҡшы эшләйме икән?” – тип уйлап ҡуя ҡайһы саҡ Ринат. Кем белә, бәлки, шулайҙыр. Ринат шуныһын да белә: Марат уға бик асыулы, эстән үс һаҡлап йөрөй, Ринат яҡшы уҡығанға түгел, Гөлнур менән ултырғанға көнләшә. Бер тапҡыр тәнәфестә Ринатты эләктереп алды ла: “Гөлнур эргәһенән тай”, – тип ыҫылданы. Ринат бирешеп торманы: “Тәүҙә “ике”ләреңде төҙәт”, – тип яуапланы. Гелән бәйләнеп йөрөй, һуғышырға сәбәп эҙләй.
Тәүге дәрес башҡорт теленән ине, диктант яҙҙылар. Уҡытыусы апай хаталарҙы тикшерергә ҡушты. Уның нимәһен тикшереп торорға? Ринат диктантын ҡараған булып эйелде лә дәфтәрен шым ғына Гөлнур яғына шылдырып һалды. Йәлме ни, күсерһен. Һиҙҙе ҡыҙыҡай, йылмайып ҡуйҙы, күҙ сите менән генә ҡарап, әллә күпме хатаһын төҙәтте. Марат шунда ла аңдып ултыра икән: “Апай, апай, Ринат Гөлнурҙан күсертә”, – тип һөрәнләй башланы.
Шул ваҡыт ҡыңғырау шылтыраны. Тәнәфес ваҡытында Ринат үҙе лә һиҙмәҫтән ашхана яғына барып ураны. Тәмле еҫ сыға, моғайын, бутҡа бешәлер. Ринаттың ашҡаҙаны һулҡылдап ҡуйҙы, тәмле еҫтән башы әйләнде, тиҙ генә класына кире керҙе.
Икенсе дәрес – математика. Уҡытыусы апай яңы ҡағиҙә аңлата. Оҙаҡламай оҙон тәнәфес, дүртенселәр ашай торған ваҡыт. “Ниңә был дәрес шул тиклем оҙаҡ икән?” – тип уйлай Ринат.
Гөлнур уға аҙ ғына борола биреберәк йылмайҙы ла Ринат яғына саҡ ҡына күсте.
– Бөгөн клубта цирк күрһәтәләр, маймылдар ҙа була икән, – тип бышылданы ҡыҙыҡай. Малай “Булһа ни” тигән һымаҡ яурындарын һикертеп ҡуйҙы.
– Киләһеңме? – тип шым ғына бышылдай Гөлнур. Бик теләп, ҡустыһын да алып барыр ине лә, аҡса ҡайҙан алһын? Клубҡа буш керетмәйҙәр шул.
– Юҡ, бармайым, – тип шым ғына яуап бирә малай. – Ҡустымды ҡарарға кәрәк.
– Бәләкәстәр өсөн бит ул, ҡустыңды ла алып кил, – тип йылмая ҡыҙыҡай.
Бына һиңә тағы, ике кешегә нисек аҡса еткермәк кәрәк, етмәһә, ҡустыһының быймаһы ла юҡ.
– Юҡ, – тип ныҡыша Ринат. – Барғым килмәй, миңә унда ни ҡалған?
– Апай, апай, Ринат һөйләшеп ултыра, тыңларға ҡамасаулай, – Марат тағы ла ошаҡлаша башланы.
– Ринат, ултыра белмәһәң, сыҡ әле бында. – Уҡытыусы малайҙы таҡтаға саҡырып, мәсьәлә сисергә ҡушты. Уның нимәһе бар, уҡытыусы апай әле генә аңлатты ла инде, Ринат шартлатып мәсьәләне сисеп тә ҡуйҙы.
– Һәйбәт, ултыр, Ринат, тик башҡаса һөйләшмә, – апай билдә ҡуйыр өсөн журналға эйелде.
Ринат Гөлнурҙарҙың ҡайҙа йәшәгәнен белә, уларҙың ике ҡатлы йорто арғы оста. Былтыр йәй шул яҡҡа барып сыҡҡайны, өй алдында ҙур аҡ машина ултырғанын күрҙе. Өйҙөң асыҡ тәҙрәләренән музыка тауышы ишетелә. Гөлнур, мәсьәлә сисергә ярҙам ит тип, өйҙәренә лә саҡырғайны, барманы, кешенән оялды, иҫке салбар, тишек ойоҡ менән өйгә индермәҫтәр тип ҡурҡты. Эх, үҙе ҡасан ҙур үҫеп, эшләй башлай инде? Аҡса ала башлаһа, Гөлнурҙарҙыҡы һымаҡ ҙур өй төҙөр, газ индерер, ҡустыһы менән шунда йәшәрҙәр ине. Шул ваҡыт асыуланған һымаҡ ашҡаҙаны гөбөрҙәп ҡуйҙы. Уф, ҡасан тәнәфес була инде, исмаһам, ашап алыр ине...
Әһә, таҡтаға Маратты саҡырҙылар. Уҡытыусы апай ҡысҡыра-ҡысҡыра ҡағиҙә аңлата, юҡ, аңламай Марат, шымтайып тик тора. Ниңә был дәрес оҙаҡ үтә икән?
Был донъяға тыуғанына үкенеп тә ҡуйғылай Ринат. Ата-әсәһенең эсеүен күрмәҫ өсөн әллә ҡайҙарға сығып китерҙәй була. Булат ҡустыһын ғына йәлләй. Унһыҙ нимә эшләр, нисек тамаҡ туйҙырыр.
Ниһайәт, күңелле итеп ҡыңғырау шылтыраны. Ринат ашхана яғына осорға самалағайны, туҡталаһы итте: иң тәүҙә ҡарарға кәрәк, уҡытыусы нисәле ҡуйҙы икән? Тиҙ генә фамилияһын тапты, уның тәңгәлендә ҡуҡырайып “биш” тора! Үҙе лә һиҙмәҫтән, Мараттың билдәһен ҡараны – йонсоу ғына “өслө”.
– Дүртенселәр, ашарға!
Ринат ашханаға керҙе, ҡабаланманы, иң һуңғы булып тәрилкәһен алды. Ҡарабойҙай бутҡаһы, уртаһына сумырып май һалғандар. Аш бешереүсе апай Ринатты күргәс, уның тәрилкәһенә тағы бер ҡалаҡ бутҡа һалып ебәрҙе. Яҡшы. Ошо апай һәйбәт тә инде, һәр ваҡыт Ринатҡа өҫтәп һалырға тырыша.
– Ринат, бында кил, урын бар. – Гөлнур малайҙы үҙҙәренең өҫтәленә саҡырҙы. Килһә, аптырап ҡалды, Марат та бында икән, сәпелдәп ашап ултыра. Ринат, башҡа урын булмағас, ултыраһы итте. Һынаулы күҙҙәрен икмәк һалынған тәрилкәгә ташланы, икмәкте мул һалғандар, етергә тейеш. Уң ҡулы менән икмәк алды, өләсәһе өйрәткәйне, эстән генә “бисмилла”һын әйтте. Бутҡа тәмле, сәйнәргә лә түгел, ауыҙҙа иреп тора.
Ул арала сәй килтерҙеләр, берәр кәнфит өләштеләр. Ринат кәнфитте тиҙ генә кеҫәһенә тыҡты, ҡайтҡас, ҡустыһына бирер.
– Мә, минекен дә ал, – Гөлнур йылмайып кәнфитен Ринаттың алдына һалды.
– Алмайым, – малай кире этте.
– Үҙеңә түгел, ҡустыңа бирерһең, – ҡыҙыҡай һаман ныҡыша. – Миңә ярамай, кариестан ҡурҡам, тешем һыҙлай.
– Мә, минекен дә ал, – Марат кәнфит ҡағыҙын Ринаттың бутҡаһына ташланы ла супылдатып кәнфитен һура башланы. Их ошо Маратты, ашағанда ла бәйләнеп ултыра, үҙенсә кәмһетә инде, үс ала.
– Ашағанда һөйләшмәйбеҙ, – тип Гөлнур кәнфитен икмәк өйөмөнә һалып ҡуйҙы, ашап бөткәс, сығып китте. Ринат өндәшмәне, шым ғына ашауын белде. Эргәләренән ашнаҡсы апай үтеп китте: “Ашағыҙ, балалар”, – тип тағы ла икмәк һалды. Икмәк етергә тейеш, Ринат тағы ла бер һыныҡ алды.
Ниндәй тәмле икмәк, үҙе йомшаҡ, хуш еҫле!
– Эй, һин, йолҡош, тәрилкәңде йоҡартаһың бит! – Марат һаман бәйләнә, үҙе ашап бөтмәгән бутҡаһын этеп ҡуйҙы. Өндәшмәне Ринат, иргәләшеп ултырғансы, туйғансы ашарға кәрәк.
Ул арала уҡыусылар сығып бөттө, Ринат тағы иң һуңғы булып ҡалды. Ҡабаланмай ғына сәйен эсте, тағы бер һыныҡ икмәк ашаны.
Тәрилкәгә үрелгәндә Гөлнур ҡалдырған кәнфит “мин бында” тигән һымаҡ тағы килеп сыҡты. Ринат үҙе лә һиҙмәҫтән тирә-яҡты байҡаны. Ҡыҙыҡ, кәнфиттән дә туйған кешеләр бар икән.
Ашханала берәү ҙә ҡалманы, вис сығып бөттөләр, Ринат бер үҙе. Малай тағы ла икмәккә үрелде... Һуңынан тиҙ генә шөкөр итергә лә онотманы.
Өсөнсө дәрес башланды. Тамаҡ туйғас, Ринаттың донъяһы түңәрәк, кәйефе күтәрелде, йөҙө асылды. Бөгөн цирк ҡарарға барғанда ниндәй һәйбәт булыр ине. Тик аҡсаһын ҡайҙан алырға? Өләсәй иҫән саҡта яҡшы ине лә бит, киноға һәр ваҡыт аҡса бирә торғайны. Ярай, ҡустыһы менән барҙылар, ти, уға теге тишек итекте кейҙерер ине. Аҡсаһыҙ керетмәйҙәр ҙә инде унда. Әсәһенән һорап ҡараһа, бирмәҫ шул, кейем туҙҙырып йөрөмә, тип әрләр. Яңы йылға тиклем Мәстүрә инәйҙең ихатаһында ҡар көрәгәйне, ике һум аҡса бирҙе, ҡустыһына һағыҙ һатып алды. Бөгөн көнө лә буранлы, тағы ҡар көрәр ине, булмаҫ, әбей бер аҙна элек ҡалалағы улына ҡунаҡҡа китте.
Шул ваҡыт Булат ҡустыһын күҙ алдына килтерҙе, эх, тиҙ генә ҡайтып хәлен белеп килергә, ағаһын көтөп ас ултыралыр инде...
– Балалар, өҫтәлдә минең сәғәт ята ине шикелле, әллә ҡайҙа булған, күрмәнегеҙме?
Ринат терт итеп ҡалды, уҡытыусы апай класҡа өндәшә икән. Сәғәт?..
– Ҡайһығыҙ алды, яҡшы саҡта бирегеҙ.
Уҡыусылар аптырашып, үҙ-ара шаулашып алды.
– Апай, тәнәфес ваҡытында һеҙҙең өҫтәл тирәһендә Ринат уралды – үҙем күрҙем, – тип һөрәнләне Марат, һикереп тороп.
Ринат, үҙ исемен ишеткәс, бөршәйеп ҡалды. Әпәт уға бәйләнә, бер яйы сыҡҡанда тотоп, иҙмәһен иҙмәһәме?
– Сәғәтте алғанын күрҙеңме?
– Күрмәнем, апай, һеҙҙең өҫтәлгә эйелеп торҙо, – тип туҡылдап, һаман үҙенекен һөйләй Марат. – Үҙен бик шикле тотто. Ысын...
– Күрмәгәс, һөйләмә, Марат. Ҙурға ебәрмәйек, бәлки, берегеҙ яңылыш алғандыр? Йәгеҙ әле, портфелдәрҙе ҡарайыҡ, нимәләр ята икән?
Уҡыусылар шау-гөр килеп портфелдәрен сығарҙы, китаптарын теҙеп һалды. Ринаттың ҡапыл күҙ алдары ҡараңғыланды, үҙе лә һиҙмәҫтән портфелен ҡосаҡлап алды, түшенә ҡыҫты. Бөттө, харап булды...
– Ана, апай, Ринат портфелен асмай, – Марат һаман һөрәнләүен белә.
– Ҡысҡырма, Марат, сираты еткәс, Ринат та портфелен күрһәтер. – Уҡытыусы апай тиҙ генә портфелдәрҙе ҡарай башланы, Ринат яғына күҙ ташлап алды. Ни эшләргә, хәҙер һиҙәләр бит. Ниңә генә бөгөн мәктәпкә килде икән? Ринат башын эйҙе, портфелен ҡыҫып тотто.
– Ринат, күрһәт әле портфелеңде, – уҡытыусы апай эргәһенә килеп етте, Гөлнурҙыҡын ҡарап та торманы, ҡыҙыҡай ситкә сығып баҫты. Малай портфелен сытырҙатып түшенә ҡыҫты ла парта өҫтөнә эйелде. Эй, Хоҙайым, ниндәй көн был?
– Йә, Ринат, һин һәйбәт малай ҙа инде, күрһәт, моғайын, яңылыш алғанһыңдыр? – тине уҡытыусы, инәлгәндәй.
– Алманым, апай. – Малай илап ебәрә яҙҙы, портфелен нығыраҡ тотто.
– Улай булғас, ниңә асмайһың? – Уҡытыусы һаман ныҡыша, ипле генә итеп өндәшә, үҙе уңайһыҙлана ине буғай.
– Мин һиңә асыуланмайым да инде.
– Алманым, сумкамды бирмәйем, – малай кластан сығырға уҡтала башланы. Шул арала Марат менән ике малай уны тотоп алды ла мөйөшкә ҡыҫырыҡланы.
Аптыранған уҡытыусы кластан сығып китте һәм күп тә үтмәй Сабир ағайҙы эйәртеп килеп керҙе.
– Ошо малаймы? Вәт, уғры малай... Хәҙер беҙ уны. – Сабир ағай Ринатты елтерәтеп класс уртаһына һөйрәп сығарҙы. Малай йән-көскә тартышты, ағайҙың ҡулын тешләргә маташты, тибешә башланы.
– Ҡара, тешләшергә итә, сабакы. Тыпырсынма, ҡуян. Хәҙер ошо сылғау менән ағасҡа аҫып ҡуям.
Мәрәкә һүҙҙе ишеткән класс гөр итеп көлөп ебәрҙе, ҡайһылары кемуҙарҙан шиғырҙы ҡабатларға тотондо:
– Ҡуян, ҡуян, аҫам да ҡуям...
Марат барыһынан да нығыраҡ һөрәнләй, шарҡылдап көлә. Ҡыҙарған, бүртенгән Ринат һаман сәбәләнде, портфелен ысҡындырманы.
Уҡытыусы ағай уның башын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырғас, Ринат класс яғына ҡараны. Бер генә күҙ ташланы, барыһы ла шым, өндәшмәйҙәр, тик малайҙың күҙенә Гөлнур ғына салынды. Ҡыҙыҡай ирендәрен тешләп, аҫҡа ҡарап ултыра.
Ринаттың кинәт хәле бөттө, портфелен ысҡындырҙы, быуындары бушаны, ҡолаҡтары шауланы. Портфелде тартып алдылар, Ринатты ысҡындырҙылар. Шуны ғына көткән малай бәләкәй йыртҡыс һымаҡ бер генә талпынды ла кластан юҡ булды. Ишектең шапылдап ябылғаны ғына ишетелеп ҡалды.
– Йә әле, ҡарайыҡ. – Уҡытыусы ағай, портфелде түңкәреп, өҫтәлгә бушатты. Иң тәүҙә “тып” итеп ике кәнфит төштө. Китаптар араһынан аҡ ҡағыҙға уралған төргәк табып алдылар.
– Ошо түгелме?
Тағатып ҡаранылар. Төргәк эсенән йомшаҡ, хуш еҫле ике киҫәк... икмәк сыҡты. Тегеләр аптырашып, бер-береһенә ҡарашты. Уҡытыусы апай үҙе лә һиҙмәҫтән кеҫәһенә тығылды һәм... сәғәтен килтереп сығарҙы.
...Ә был мәлдә Ринат йән-фарман өйҙәре яғына йүгерә ине.
Фото: pixabay.com