

25 сентябрҙә “Театраль Волга буйы” балалар һәм йәштәр театр коллективтары фестиваленең төбәк этабы башланды. Фестивалдә 18-30 йәшлектәр берләшкән – йәштәр, 6-17 йәшлектәр йөрөгән балалар театр коллективтары һәм студиялары ҡатнаша ала.
Сараның төбәк этабы сентябрь-декабрь айҙары дауамында үтә. Уның барышында һәр төбәктә ике номинация (балалар һәм йәштәр театрҙары) буйынса еңеүселәр билдәләнә. Фестивалдең округтағы этабы киләһе йылдың ғинуар-февраль айҙарында ойошторола. Төбәк этабында еңеү яулаған коллективтарҙың ижади эштәре (видеоверсиялары) фестивалдең сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә урын ала. Финалды март-апрель айҙарында уҙғарыу планға алынған.
Фестивалдә ҡатнашыусылар түбәндәге номинациялар буйынса билдәләнеп, аҡсалата премияларға лайыҡ буласаҡ: “Иң яҡшы йәштәр спектакле” – 100-200 мең һум; “Иң яҡшы балалар спектакле” – 100-200 мең һум; “Иң яҡшы режиссер эше”; “Иң яҡшы актер”, “Иң яҡшы актриса”.
Округ йәмәғәт проекты Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың башланғысы менән булдырылған һәм йәштәрҙе илдең театраль тормошона йәлеп итеүҙе, йәштәр һәм балалар театр сәнғәтен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән танышыу өсөн һылтанма: театральноеприволжье.рф.
Фото: sova.info