Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Сентябрь 2021, 17:30

Ҡаҙаҡтарҙың мәҙәни үҙәктәренә ниҙәр хас?

Радий Хәбиров: "Иҫ китмәле матур ҡала ул Нур-Солтан. Туристик яҡтан да бик ылыҡтырғыс. Бында ҙур теләк менән эшләйбеҙ".

Ҡаҙаҡтарҙың мәҙәни үҙәктәренә ниҙәр хас?Ҡаҙаҡтарҙың мәҙәни үҙәктәренә ниҙәр хас?
Ҡаҙаҡтарҙың мәҙәни үҙәктәренә ниҙәр хас?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостандың рәсми делегацияһы әле эш сәфәре менән Ҡаҙағстанда. Бөгөн Радий Хәбиров Нур-Солтандағы “Астана Опера” театрында һәм “Нур Алем” киләсәк энергияһы музейында булды.

“Астана Опера” дәүләт опера һәм балет театры 2013 йылда Ҡаҙағстандың беренсе Президенты Нурсолтан Назарбаевтың башланғысы менән асылған. Был үҙәк - Азияла иң ҙуры, уны донъяның иң яҡшы классик йолаларына ярашлы төҙөгәндәр. Шул уҡ ваҡытта архитектурала ҡаҙаҡтарҙың милли колориты ла сағылыш таба. Театрҙың техник йыһазландырылыуы донъяның заман стандарттарына яуап бирә.

Репертуарында - милли композиторҙар әҫәрҙәре һәм донъя классикаһы. 2013 йылдан алып был театр сәхнәһендә Өфө ҡыҙы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле опера солисы Әлфиә Кәримова сығыш яһай.

“Нур Алем” киләсәк энергияһы технологик музейы “ЭКСПО-2017” халыҡ-ара күргәҙмәһендә төп объекттарҙың береһе булды. Дүрт йыл элек был сара Ҡаҙағстандың баш ҡалаһында үтте. Диаметры - 80, бейеклеге 100 метрлыҡ үҙенсәлекле бина ҡояш панелдәре һәм ел генераторҙары ярҙамында электр менән тәьмин ителә.

Проект авторы – немец архитекторы Альберт Шпеер-кесе, ул “Нур Алем”ды нефттең һуңғы тамсыһы һәм бөтә кешелек киләсәк энергияһына күсәсәк эра символы итеп сағылдырған. Музей һигеҙ ҡаттан тора, уларҙың һәр береһенең үҙ концепцияһы бар.

"Иҫ китмәле матур ҡала ул Нур-Солтан. Туристик яҡтан да бик ылыҡтырғыс. Ҡала төҙөлөшө ҡарарҙары ҡыҙыҡ. Бында ҙур теләк менән эшләйбеҙ", – тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.  

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас