Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Сентябрь 2021, 06:46

Башҡорт сәнғәтенең “Төньяҡ амуры”

Ижад өлгөләрен халыҡҡа еткереү зарур.

Тамырҙары бәрәкәтле Ейәнсура, таланттарға бай Ғафури еренән булған, үҙе әлеге мәлдә Польшала йәшәгән башҡорт егете, билдәле рәссам-иллюстратор Азат Ҡужинды халҡы тарихына битараф булмаған һәр кем дә танып белә. Уны башҡорт сәнғәтенең “Төньяҡ амуры” тип тә йөрөтәләр.

 

 Оҫталыҡҡа илткән юл

 

Өфөлә тыуып үҫкән егет туған халҡы, республикаһы өсөн бик мөһим эш башҡара – башҡорт мәҙәниәтен, тарихын  алыҫ Европа илдәрендә танытыу, таратыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала.

“1-се Башҡорт атлы полкы – Любизар – Төньяҡ амурҙары” исемле хәрби-тарихи клуб һәм команда төҙөп, бер төркөм башҡорт рухлы уҙа­мандары менән бергә ул француз­дарҙы Мәскәүҙән Парижға тиклем ҡыуалап барған Рәсәй армияһының 1812 йылдағы Ватан һуғышы батырҙарына арналған төрлө тарихи күренештәрҙе, ваҡиғаларҙы терге­ҙеүҙә, уҙғарыуҙа ҡатнаша. Үҙе, ошо клубтың ағзаһы булараҡ, халҡыбыҙ тарихындағы данлы-шанлы ваҡи­ғаларҙы донъяуи кимәлдә күтәреү, һаҡлау өсөн тырыша. “Любизар” клубын киңәйтер, сит илдәрҙә йәшәгән фекерҙәштәр иҫәбенә арттырыр өсөн күп көс һала.

Азат Ҡужин сығарған тәүге китап та “Төньяҡ амурҙары” тип атала. Әлбиттә, рәссамдың, бөртөкләп мәғлүмәт йыйып, үҙ ҡулдары менән булдырған һыҙмалары, фотолары, һүрәттәре буйынса 1812 йылдағы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт батырҙарын һынландырыу, кейем­дәрен күҙаллап тергеҙеү ҙур тырыш­лыҡ талап итә. Ул ваҡыттарҙа әле интернет мәғлүмәттәре таралмаған саҡ, белешмәләр ҙә бик ярлы, күп ваҡыт биреп эҙләнеүҙе талап иткән осор була. Башҡортостанда башҡорт атлылары тураһында мәғлүмәт күп булһа ла, тотош Рәсәйҙә был турала бик аҙ беләләр. Ә ошо һуғышта ҡатнашҡан сит илдәрҙә бөтөнләй бер нәмә лә белмәйҙәр тиерлек. Ошо ғәҙелһеҙлекте бөтөрөү маҡсатында Азат йүнәлешле эш башлай ҙа инде. 1991 йылда ул ошо темаға бик ҙур тиражлы (ярты миллион дана) буям-китаптар сығара. Улар хатта АҠШ Конгресының китапханаһында һаҡ­лана.

– Мин, ғөмүмән, батырҙар тура­һында һүрәт төшөрөргә яратам, – ти Азат Ҡужин. Был, ысынлап та, шулай­ҙыр, рәссамдың ижадында башҡорт атлыларынан тыш, Александр I ар­мияһының хәрби атлылары, Ҡырым татарҙары полктары, Әстрхан ҡалмаҡтары һуғышсылары, Төньяҡ Америка индеецтары, рус витяздары, Польша рыцарҙары һәм башҡа илдәрҙең яугирҙәре – төп персонаждар.

Ҡайҙан икән Азаттың үҙенсәлекле ижадына һут биргән сығанаҡтар? Ниңә башҡорт рухлы, яугир булмышлы рәссам өҙөлөп яратҡан илендә түгел, ә сит ерҙә ижад итә? Киләсәккә ниндәй ҙур маҡсаттар ҡуйып ҡанат­лана икән ул? Был хаҡта билдәле рәссам-иллюстратор үҙе бәйән итһен әле.

“Бала сағымдың иҫтәлектәре 1-се гимназия-интернат (Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты) менән бәйле, сөнки әсәйем унда башҡорт теле һәм әҙә­биәтенән уҡытты. Төрлө райондарҙан килгән башҡорт балалары араһында йәшәгәс, мин башҡортса ғына һөй­ләштем, шул уҡыусылар араһында йөрөп ҙурайҙым.

Дүрт йәшем тулғас, атай-әсәйем, яңы фатирға күсеү мәшәҡәттәренә күмелеп, мине бер айға балалар шифаханаһына урынлаштырҙы. Бында бөтәһе лә русса ғына аралаша, ә мин бер нәмә лә аңламайым, сөнки русса бер ауыҙ һүҙ ҙә белмәйем. Миңә ҡағыҙ һәм алһыу-ҡыҙыл ҡәләм бирҙеләр, ә мин шул донъяла әүрәп, үҙ-үҙемде йыуатып йәшәргә тейеш булдым. Хатта беренсе һүрәтемде лә иҫләйем – ул алһыу танк ине. Уны ҡайҙа күргән булғанмындыр инде? Бер ай тигән ялым дүртәүгә һуҙылып китте, сөнки фатир мәсьәләләре оҙон-оҙаҡҡа һуҙылды. Тиҙ арала рус телен өйрәнеп алыу зарурлығы алдыма килеп баҫты һәм шулай иттем дә инде. Ғөмүмән, телдәрҙе бик тиҙ үҙләштерәм.

Атайым һөнәри фотограф ине, “Башҡортостан пионеры” гәзитендә эшләне. Хәтеремдә, ул төндәр буйы эшләй торғайны. Бына шул үҙенсәлек миңә лә нәҫел сифаты булараҡ тапшырылғандыр, сөнки төндәрен илһамым, уйлау, тасуирлау һәләтем арта.

Атайым менән әсәйем бейеүсе булыуымды теләгәндер инде – 2-се кластан алып Фая Сәхип ҡыҙы Гәрәева етәкселегендәге халыҡ бейеүҙәре студияһына йөрөттөләр. Фәйзи Ғәскәров ансамбле составында бейеүем барыһының да хыялы, маҡсаты ине. Ә мин 9-сы класта уҡыған саҡта бейеү менән дуҫлыҡты өҙөргә ҡарар иттем, сөнки асфальтта һүрәт төшөрөү кеүек мауыҡтырғыс шөғөл күңелемде арбаны. Ә Өфө ҡалаһының 2-се балалар художество мәктәбенә барып эләгеүемә беҙҙең йортта йәшәгән бер зыялы күршем сәбәпсе булды. Ул асфальтта ат һүрәте төшөргәнемде бик ҡыҙыҡ­һынып ҡарап торғандан һуң, әсәйем эргәһенә барып, баланың һәләтен юғалтмаҫ элек, тиҙ арала һынлы сәнғәт мәктәбенә бирергә кәңәш итә.

Артабан ныҡлы рәссам булараҡ Өфө дәүләт нефть техник институтының архитектура-төҙөлөш факультетында формалаштым. Был уҡыу йорто бик көслө белем бирҙе, Европа илдәрендә һөнәри белемем, булдыҡлылығым, тәжрибәм бик юғары баһалана”, – тип туған уҡыу йортоноң баһаһын күтәреп ебәрҙе рәссам. Сибай ҡалаһында төп архитектор урынбаҫары вазифаһында эшләү ҙә уның тәжрибәһен арттыра.

 

Донъя киңлектәрендә

 

Французға ҡаршы яу сапҡан баш­ҡорт ғәскәрҙәре хөрмәтенә Герма­нияның Лейпциг ҡалаһында Азаттың ҡулдары менән биҙәлгән йорттар бар. Немец халҡын ғына түгел, күп европаларҙы һоҡландырған, тарихҡа икенсе күҙлектән ҡарарға этәргән Фәннур йортон (Хаус Фаннур) һәм Сиҙиҡа йортон (Хаус Сидика) Азат Ҡужин менән уның рухташы, ижадташы Ирек Байышев һүрәттәре биҙәй. 1813 йылдағы хәрби-тарихи хәрәкәт­тәрҙә, еңеүҙәрҙә төп ролдәрҙе уйнаған башҡорт атлыларын кәүҙәләндергән һүрәттәрҙә авторҙарҙың Тыуған иленә һөйөүе лә, халҡының тарихын, мәҙә­ниәтен белеүе лә ярылып ята.

Азат, рәссам булараҡ, башҡа йүнәлештәрҙә лә һөҙөмтәле эшләй. Мәҫәлән, ул Warner Brothers Америка мультсериалдарын биҙәй, Германия, Франция һәм Польшаның анимация компанияларында эшләй. Голландия, Польша, Рәсәйҙең йөҙҙән ашыу китап нәшриәттәрен биҙәй. Поляк яҙыу­сыһы, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты Генрик Сенке­вичтың трилогияһын, Рәсәй һәм Польшаның уҡыу әсбаптарын иллюстрациялай.

Тулы метражлы “Король Мачиус”, “Панама”, “Пират ғаиләһе” тигән анимацион фильмдарҙы төшөрөүҙә, Orange, AnimaMedia, SFR кеүек билдәле студиялар эшендә лә уның өлөшө ҙур. Интернеттың мөмкин­лектәре киң булғас, Азатты төрлө илдәрҙә күреп беләләр. Төрөк һәм голланд нәшриәттәренән дә  хеҙмәт­тәшлек итергә саҡырыу ала.

Азат Ҡужиндың иллюстрациялары менән “1812 – 1814 йылдарҙағы Наполеон һуғышы осоронда рус милли атлылары” (“Национальная конница России эпохи наполеоновских войн 1812–1814 гг.”) тип аталған китап Мәскәүҙә президент грантына эшләнә. Был ҡиммәтле китаптар музейҙарҙа, кадет корпустарында, китапханаларҙа ғына түгел, “Бородино һуғышы” музей-панорамаһында, “Бородино яланы” музей-ҡурсаулығында, Ҡыҙыл майҙандағы Дәүләт тарихи музейында, Кубалағы “Наполеон музейы”нда һаҡлана. Бик күп тарихи клубтар етәкселәренең ҡулланма китабы булып хеҙмәт итә.

Рәссам Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәш­риәтенең тиҫтәләрсә китабын иллюс­трациялауға ла күп көс һалған. Уның ҡулы менән биҙәлеп донъя күргән “Башҡортостан халыҡтары” буям-китабындағы һүрәттәр ҙә балалар күңеленә хуш килде.

Азат Ҡужин Польшала Бельско-Бяла анимация ҡаласығында йәшәй. Был ерҙәрҙең Башҡортостан тәбиғәте менән оҡшашлығы тыуған яҡтарҙы һағыныу тойғоһон бер аҙ баҫҡандай була.

– Мин күңелем менән һәр саҡ тыуған яҡтарымда, – ти рәссам. Искәндәр менән Таһир исемле ике улы ла Башҡортостанда тыуған. Ғаиләһе лә уның янына, Польшаға күсеп килгәс, әлбиттә, күңел бөтөнлөгө барлыҡҡа килә. Нисек итеп сит илгә барып сығыуы менән ҡыҙыҡһынғас, ул быға Польшала йәшәгән класташы сәбәпсе икәнен һөйләне.

Ҡунаҡ булып, сәйәхәт итеп йөрөгән саҡта ул урындағы нәшриәткә инә. Иллюстратор икәнен белгәс, бында ҡыҙыҡһына башлайҙар һәм Азатҡа “Ҡурғаш һалдат” (“Оловянный солдатик”) әкиәтенә һыҙмалар, һүрәттәр эшләүен үтенәләр. Илһамы уянған рәссам үҙе лә ғәжәпләнерлек матур иллюстрациялар, персонаждарҙың күләмле макеттарын эшләй.

Үҙенсәлекле һүрәттәрен күреп таң ҡалған нәшриәт хеҙмәткәрҙәре Азатҡа шунда уҡ эш тәҡдим итә. Был саҡырыуҙа рәссам сит тарафтарҙа үҙен һынап ҡарау мөмкинлеген күрә. Эштәре юғары баһаланғанын күреп, дәртләнеп ижад донъяһына сума, һигеҙ йыл буйы тыуған яҡтарына ҡайтмайынса, үҙен оҫта иллюстратор булараҡ таныта, билдәлелек яулай. Унан инде “Любизар” тарихи клубы составында Рәсәйҙәге төрлө ҙур йыйындарға, фестивалдәргә, күргәҙ­мәләргә саҡырыу алып, тыуған яҡтарға йышыраҡ ҡайтыу мөмкинлеге сыға.

Рәссамдан “Тыуған яҡтарға ҡайтып ижад итеү теләге бармы?” тип ҡы­ҙыҡһындыҡ. “Үҙ илеңдә пәйғәмбәрҙәр булмай” тигән әйтем юҡтан бар булмаған бит, ти ул. Таланттарға Рә­сәйгә ҡарағанда сит илдәрҙә иғтибар ҙа, ихтирам да күберәк. Был турала инде “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” проекты авторы Наил Мәхмүтов та әйтә:

– Ғәйеп беҙҙә – йәмғиәттә. Матди байлыҡ, ваҡытлыса төшөнсәләр артынан ҡыуып, мәңгелек ҡиммәттәрҙе баһаламайбыҙ, күрмәйбеҙ, аңламай­быҙ, тоймайбыҙ. Шунлыҡтан үҙебеҙ­ҙең ерҙә тыуған оҫталарҙың ижад өлгөләрен халыҡҡа еткереү буйынса эштәр бик аҙ эшләнә, – ти ул.

Ошо етешһеҙлекте бөтөрөү маҡ­сатында рәссамдар ижадын берләш­терергә, улар аша Башҡортостандың һынлы сәнғәтен киңерәк даирәгә еткерергә, яңы исемдәр асырға ярҙам итә торған проектҡа нигеҙ һалына. Күберәк кешегә тәҡдим итеү маҡсатында интернетта artrb.ru сайты асыла. Унда рәссамдарҙың халыҡҡа тәҡдим иткән эштәре урынлаштырыла.

“Башҡортостандың яратҡан рәс­сам­дары” проектында Азат Ҡужиндың һүрәттәре менән дә танышырға, уның менән бик эстәлекле әңгәмәне уҡырға мөмкин.

 

Миләүшә ҠЫҘРАСОВА.

Читайте нас