

Өлгөлө тәрбиә һөҙөмтәһе
Эйе, халыҡ ижады гәүһәрҙәре, ынйылары бөгөн дә ғалимдарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ ижадында үҫтерелә, байытыла, заманына ҡарап камиллаша бара. Кешеләр йәшәйешенән башлап тәүҙә һүҙ булған. Ошо һүҙ ҡөҙрәте, уның асылы, илаһи һуты, бөйөк тылсымы халыҡ ижады тамырында, әҙәбиәте һәм мәҙәниәте маһирлығында, рухи байлығында. Был рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе беҙ иң тәүҙә балалар әҙәбиәтендә, балалар өсөн ижад иткән яҙыусылар китаптарында күрә белергә, объектив баһа бирергә бурыслыбыҙ. Быға миҫалдар бихисап.
Башҡорт әҙәбиәте тарихында балалар әҙәбиәте менән Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Фәүзиә Рәхимғолова, Фәрит Иҫәнғолов, Мостай Кәрим, Сафуан Әлибай һәм башҡалар ижадында таныша киләбеҙ. Балалар баҡсалары, мәктәптәр өсөн сәхнә әҫәрҙәре, сценарийҙар, әкиәттәр тупланмаһы тәрбиәселәрҙең, уҡытыусыларҙың алыштырғыһыҙ дәрес, тәрбиә өлгөләренә тиңләшә бара. Был өлкәлә үҙенең ғүмерле, тынғыһыҙ ижады менән балалар күңелен тәрәндән яулаған әҙибә Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллина, бәхәсһеҙ, алғы планға сыға.
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина – Ейәнсура районының Мәжит ауылы ҡыҙы. Бәләкәйҙән урындағы халыҡтың ауыҙ-тел ижадының тылсымлы әкиәт-легендаларын, моңло йырҙарын, сеңләүҙәрен,әйтештәрен йотлоғоп тыңлап үҫә, туған телде, әҙәбиәтте тәү аңынан башлап үҙ итә.
Әлбиттә, өлгөлө тәрбиә, үҙенең ихласлығы уны уҡытыусы һөнәрен һайлауға алып килә. Киләсәк быуынды туған телгә, нәфис әҙәбиәтебеҙгә бар һәләтен биреп өйрәтеп, халыҡтың данлы тарихын, уның тәрән тамырҙарын һутландырыу өсөн көрәш юлына баҫа.
Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы Күмертау ҡалаһына ҡараған Маяҡ ҡасабаһында күп йылдар балаларға белем бирә. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт кластары астырыуға, башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлмәһен милли музейға әйләндереүгә, шул уҡ мәктәптә урыҫтар өсөн дә үҙенсәлекле башҡорт фольклор ансамблен ойоштороуға күп көс һала. Ҡаланың башҡорт мәктәбендә лә уҡытыусының абруйы ҙур булды, шуға күрә лә уны Мәғариф министрлығы Мәғарифты камиллаштырыу институтына Милли мәҙәниәт кафедраһына өлкән уҡытыусы итеп эшкә күсерә.
Белеүебеҙсә, Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы, уҡытыусылыҡтан тыш, үҙе лә оҙаҡ йылдар әҙәби ижад менән шөғөлләнә. Ижад башынан алып бөгөнгәсә ул айырыуса балалар әҙәбиәте өлкәһендә иң уңышлы эшләгәндәрҙең тәүгеһе. Ошо урында Башҡортостандың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1995), шағир Сафуан Әлибайҙың: ”... Уҡытыусы-шағирә үҙенең әҫәрҙәрендә халыҡтың быуаттар буйы һаҡланып килгән ғөрөф- ғәҙәттәренә, ауыҙ-тел ижадына ҙур иғтибар бирә. Уның тырышып әкиәттәр яҙырға керешеүе лә шул ынтылыштан киләлер. Ҡыҫҡаһы, әҙәбиәтебеҙгә оло тормош тәжрибәһе үткән үҙ һүҙе, үҙ моңо булған яҙыусы килде. Амин, шулай була күрһен”, – тигән өмөтлө баһалауында ҙур хаҡлыҡ бар.
Ф. Ғөбәйҙуллина “Инсебикә” исемле башҡорт фольклор ансамбле менән район мәктәптәренә, Өфөләге гәзит-журнал редакцияларына, музей- театрҙарға экскурсия ойоштора, кескәй коллектив менән күп тапҡырҙар “Ерем, телем, илем”, “Әкиәттә ҡунаҡта” исемендәге телевизион тапшырыуҙарҙың төп геройы булып сығыш яһай. Шул осорҙағы “Кәкүк сәйе” байрамын (“Сәңгелдәк”) тапшырыуында әле булһа ла уҡыусылар яратып ҡарай.
Ҡөҙрәтле һүҙ көсө
Уҡытыусы-әҙибәнең республика кимәлендә өлгөлө дәрестәре, Башҡортостан мәҙәниәте буйынса видеодәрестәре, 1993 йылда Ғафури районында Республика уҡытыусылар конференцияһы барышында, Красноусол ҡасабаһындағы өс күргәҙмә дәрестәре уҡытыусыларҙың ижади эшенә ҙур ярҙам булды. Тынғыһыҙ уҡытыусының ошо мәлдә иң тәүге ҡарлуғасы “Мәрйендәр” исемле (1993) китабы нәшер ителә, һуңынан “Гөргөлдәк” (1995), “Серле ҡумта” (2001) донъя күрә. Был әҫәрҙәр ысын мәғәнәһендә мөғәллимә-әҙибәнең йылы хис-тойғоларына мансылып балаларға мөғжизәле бүләк булды ла инде.
Шағирә Миңлегөл Хисамова әйтмешләй: “...Ул китаптарында балалар күңелендә илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолары тәрбиәләй. Тыуған илеңде, тыуған ереңде яратыу хистәре ярылып ята уның әҫәрҙәрендә. Минеңсә, иң ғәзиз, иң кәрәкле тойғолар улар. Шиғырҙары фәһемле, мәғәнәле, үҙенсәлекле, хикәйәләре, әкиәттәре мажаралы, ябай һәм халыҡсан тел менән яҙылған...”
Һәр эшен теүәл, етди башҡарыу һәләтенә эйә әҙибә Башҡортостан Яҙыусылар союзына эшкә саҡырыла. Үтә лә яуаплы вазифа биләгән Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның йәмәғәт эшмәкәрлеге, ижади ынтылышы, ҡөҙрәтле һүҙ көсөнә эйә булыуы аша союздың ике йөҙҙән ашыу ағзаһы араһында абруйын тағы ла юғарыға күтәрә. Был йылдарҙа төп эше менән ижади эшмәкәрлеген ныҡышмалы дауам итә ул.
Авторҙың “Әсәйем ҡояш икән”, “Башҡортомдан батыр юҡ икән”, “Дүртенсе мөғжизә” исемендәге китаптары балалар күңелен тағы ла нурландырҙы, тип әйтә алабыҙ, сөнки был әҫәрҙәр кәштәләрҙә оҙон-оҙаҡ саң йыйып ятманы, күҙ асып йомғансы ҡулдан ҡулға күсте, быға үҙем шаһит! Әҙибәнең балалар өсөн ижад ителгән әкиәттәр тупланмаһы уҙған быуаттың 90-сы йылдарында “Иләү” программаһының йыш ҡунағы була ине. Бөгөн Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина – дүрт тиҫтәнән ашыу әкиәт авторы. Әлбиттә, “Афарин!” тибеҙ уға!
Былтыр әҙибәнең 75 йәшенә ҡарата “Китап” нәшриәте авторҙың “Илебеҙ беҙҙең ожмахтай” – “Страна чудес” йыйынтығын донъяға сығарғайны. Был китап башҡорт һәм рус телдәрендә сығыуы менән уңышлы. Йыйынтыҡта республикабыҙға дан йырлаған, мәктәп тормошо, ғаиләлә баланың ата-әсәгә мөнәсәбәте, юмор менән һуғарылған шиғыр, хикәйәләрҙән башҡа, йомаҡтар, әкиәттәр тупланған. Теле лә халыҡсан, шиғырҙары үҙенән-үҙе ятланып тора.
Салауат Юлаев премияһы лауреаты, күренекле яҙыусы Ринат Камалдың Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина ижадына һәм “Дүртенсе мөғжизә” исемле китабына ҡарата фекерҙәре мөһим һәм ваҡытлы әйтелгән. “...Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның әҫәрҙәре тел йәһәтенән аңлайышлы, халыҡсан, еңел уҡыла. Авторҙың шиғыр, хикәйәләре балаларҙың фекерләү даирәһен киңәйтеүгә булышлыҡ итә. Бындай әҫәрҙәр баланы әхлаҡи мотивтар ҡуйырға өйрәтә. Әҙибәнең китаптарының береһе шуға ла “Дүртенсе мөғжизә” тип атала. Рус һәм башҡорт телдәрендә донъя күргән был китап – балаларға мөғжизәле бүләк!.. Ә инде “Антология”ға килгәндә, Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы... бер үҙе тиерлек тотош бер ғилми-тикшеренеү институты башҡара торған эште йырып сығыусы...” (“Кызыл таң”, 2019 йыл, 7 февраль).
Мөғжизәләр тыуҙыра
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙына арнап шундай һүҙҙәр яҙғайны: “... Эйе, балалар яҙыусыһы булыу өсөн ҙур талант кәрәк. Ә һеҙ шул талантҡа эйә шәхес. “Мәрйендәр”, “Гөр-гөр-гөрөлдәк”, “Серле ҡумта”, “Ҡурайһылыу” һәм матбуғатта әленән-әле сығып торған башҡа әҫәрҙәрегеҙ тап шул турала асыҡ һөйләй. Һеҙ балаларҙың эске донъяһын, уның бөтә нескәлектәрен белеп ижад итәһегеҙ. Шуға ла тыштан ябай күренгән, эстән тәрән фәлсәфәгә бай әҫәрҙәрегеҙҙе уҡыусылар яратып уҡый, уларҙан фәһем ала, яманды яҡшынан айырырға, изге эштәргә өйрәнә. Йәш быуын өсөн үҙенә күрә тормош дәреслектәре улар...” (Рауил Бикбаев, 2002 йыл).
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның оло ижади ҡаҙанышы, йәғни “Балалар әҙәбиәте антологияһы”ның өс томы – ике дәүләт телендә республика уҡыусыларына бүләге. Был хеҙмәттәрҙең 1-се томы – 2012 йылда, 2-сеһе – 2014 йылда, 3-сө томы 2018 йылда донъя күрҙе.
“...Ысынлап та, үҙе төҙөүсе, йыйыусы, тәржемәсе һәм башҡа бик күп эште башҡарыусы булып, балалар әҙәбиәтенә рухи һәйкәл ҡуйҙы”, – тип билдәләгән Зөһрә Ҡотлогилдинаға ни әйтәһең? Башҡорт әҙәбиәтенең иң мөһим сығанағын, һутлы тамырын, балаларҙың сикһеҙ бәхетле күңел донъяһын юллаған хеҙмәт ул.
Һәр сараға ла өлгөрә Ф. Ғөбәйҙуллина. Райондарға ла сыға. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең тарихи һәм заманса проблемаларын күтәрә, пропагандалай, мәҫәлән, Башҡортостандың тыуған көнөнә арналған “Бер ҡанатым – шиғыр, икенсеһе – моңло йыр” тигән кисәһен оноторлоҡмо ни?! Был мәлдә “Ашҡаҙар” радиоһында ла дүрт йыл буйы шағирәнең тауышы яңғырап торҙо түгелме ?
Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙының ижади эшмәкәрлеге һуҡырҙар китапханаһында ла дауам итте. Ул һуҡырҙар өсөн Брайль системаһы буйынса “Башкортостан – наш дом родной” тигән баҫма, (2009, 1-се, 2-се бүлектәр). “Я живу в Башкортостане” дәреслеген (Книга для внекл. чтения по Культуре Башкортостана в начальной школе. Уфа: Издание звук.библ. для слепых, 2009 й.) нәшер итте.
Әҙибәнең ике тиҫтәнән ашыу китабы донъя күрҙе, йөҙҙән ашыу ғилми-методик мәҡәләһе, рецензиялары республика гәзит-журналдарында баҫылған, тиҫтә-тиҫтә сценарийҙар ижад ителгән – үҙҙәре генә лә ике-өс йыйынтыҡты тәшкил итәлер.
Ваҡытында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең балалар әҙәбиәтенең барлығына ҡыуанғандай, шунда уҡ балалар өсөн әҙәбиәттең һайлығына борсолғандай үҙ фекерҙәрен еткереүе лә билдәле яҙыусыларға. Ошо күҙлектән ҡарағанда, балалар тормошон бөтә нескәлегендә, тәрәнлегендә үҙ яҙмышына, ижади булмышына бәйләгән яҙыусы, бала күңелендә мөғжизәләр тыуҙырыусы әҙибә Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина алғы сафта бара.
Ул бөгөн – күренекле балалар яҙыусыһы, ғилми-методик хеҙмәттәр, тәрән йөкмәткеле, саф әсә йөрәге аша яҙылған сценарийҙар авторы ла. Ирек Кинйәбулатовтың уға арналған шиғыры “Инә ҡош” тип атала. Ҡайһылай образлы әйтелгән шиғри юлдар! Күңел төптәренә инеп урынлаша, матур хис- тойғолар уята был бағышлау шәлкемдәре.
“...Һин генә ҡош һымаҡ ҡурсалайһың
Балаларҙы төрлө ямандан.
Ағинәйҙәр һүҙен ҡеүәтләйһең
Әлмисаҡтан килгән замандан.
Дүрт тарафта төрлө төйлөгәндәр
Тора себештәрҙе тибергә,
Һинең хыял – бала күңеленә
Иң-иң затлы орлоҡ һибергә,
Һинең маҡсат – оло изге маҡсат –
Тормош һине ҡайҙа ҡуймаһын –
Яман күҙҙән, яман һүҙҙән яҡлау
Бала уйын, бала донъяһын...
...Ҡанаттары талмаҫ һин инә ҡош,
Хаҡым барҙыр ҡошҡа тиңләргә.
Һиңә әле күп осаһы күк бар
Күңел көмбәҙҙәрен иңләргә...
Замандашыбыҙ Ф.Х. Ғөбәйҙуллина балалар күңелендә мөғжизәләр тыуҙырыуын дауам итә, ошо мөғжизәле донъя балҡышы һәр кемдең күңелен яҡтыртһын вә сафландырһын, изге доғалары аша иманына илтһен, әмин!
Рәүеф ШАҺИЕВ, филология фәндәре кандидаты.