

Моңһоу көҙгө көндәр күңелдәргә уйсанлыҡ өҫтәй һымаҡ. Тәбиғәттең нәҡ ошо һағышлы мәлендә ижади ойошмаларҙың яңы миҙгел асыуы ла юҡҡа түгелдер. Йөрәк болоҡһоп торған мәлдә сәнғәт күңелдәргә ял, алға ынтылырға дәрт өҫтәй, тормошто сағыуыраҡ итә. Күп милләтле Башҡортостан халҡының мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, күркәм йолаларын, халҡыбыҙҙың тарихын пропагандалау маҡсатында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе йыл да яңынан-яңы программалар әҙерләй.
Тетрәндерә лә, һоҡландыра ла...
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ филармонияһы миҙгелде республикабыҙҙа танылыу яулап өлгөргән “Урал легендалары” мюзиклы менән асып ебәрҙе. Сценарий авторы – тележурналист, шағирә, драматург Сәрүәр Сурина, ҡуйыусы режиссеры – Стәрлетамаҡ филармонияһының художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Лира Фәйзуллина, композиторы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаев, ҡуйыусы балетмейстеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина, рәссамы – Лилиә Сөләймәнова, костюмдар буйынса рәссамы – Наталья Степанова. Тотош ижади коллектив менән берлектә тәрән мәғәнәле тарихи әҫәр барлыҡҡа килтергән улар. Урал тауҙарына, халҡыбыҙ тарихына бәйләп, башҡорт халыҡ эпостарына нигеҙләнеп яҙылған фәлсәфәүи әҫәр тәрән уйҙарға һала.
Автор бик ҡыйыу һәм көнүҙәк теманы күтәреп сыҡҡан. Сәхнә биҙәлеше, махсус экран ярҙамында бығаса күренмәгән яңы алымдар ҡулланыу; Һыу аҫты батшалығын, Ер аҫты батшалығы донъяһын һүрәтләгән күренештәрҙең бер-бер артлы алмашынып тороуы; ожмахтай еребеҙҙең береһенән-береһе хозур күренештәре ҙур оҫталыҡ менән һынландырылған.
Төп партияларҙы Гүзәлиә Татлыбаева (Ағиҙел), Илдар Әбдрәшитов (Турахан батыр), Стәрлетамаҡ дәүләт рус драма театры актеры Фәнил Толонғужин (Ашаҡ батыр) башҡара. Шулай уҡ сәсән ролен уйнаған Ришат Хәмитов, Гөлназ Иҙрисова (шаман ҡатын), Ғафуан Фазуллин (Иҙел батыр) һәм Альберт Килмәков сағыу сәхнә образдары тыуҙырған. Күмәк сәхнәлә филармонияның һәм бейеү театрының бөтә солистары ла ҡатнашты. Әҫәр тетрәндерҙе лә, һоҡландырҙы ла, уйландырҙы ла...
Әйткәндәй, 24 сентябрҙә “Урал легендалары” мюзиклын “Башҡортостан” концерт залында баш ҡала тамашасыһы ла ҡарай аласаҡ.
Быуаттар аша урап ҡайтҡан рух һәм азатлыҡ шаңдауы
Миҙгел асылғандан һуң Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры Өфөгә гастролдәр менән юлланды. Мәрйәм Бураҡаева хикәйәһе мотивтары буйынса Михаил Башкиров яҙған “Киҫәкбикә. Риүәйәт” драмаһын Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ҡарарға мөмкин булды. Сәхнәгә ҡуйыусы режиссеры – Ҡалмыҡ Республикаһынан саҡырылған Борис Манджиев.
Спектаклдә барған хәл-ваҡиғалар яҡынса 18-се быуатҡа барып тоташа. Әйткәндәй, әҙәби вариантта Киҫәкбикә тип алынһа, тарихи документтарға ҡарағанда, ҡаһарман ҡатындың исеме Киҫәнбикә булған. Башҡорт Википедияһында яҙылғанса, 1736 йылда Уралда башҡорт ерҙәре күпләп тартып алыныу сәбәпле, башҡорттар баш күтәрә. Тик каратель отрядтары был сығыштарҙы аяуһыҙ баҫтыра. Ырымбур, Силәбе, Ҡурған төбәктәрендә башҡорттарҙы мәжбүри суҡындырыу һәм хәлле генә кешеләргә хеҙмәтселеккә биреү башлана.
60 йәшлек Киҫәнбикә Байрасованы ла Екатеринбургка килтереп, мәжбүрләп суҡындыралар һәм, исемен Катерина тип үҙгәртеп, Кириак Кондратьевич тигән бер бәндәгә хеҙмәтсе итеп бирәләр. Көсләп сиркәүгә йөрөтөүҙәренә түҙмәй, ул тәүге йәйҙә үк ҡасып китә. Тик ҡалала уны бик тиҙ тоталар һәм сыбыҡ менән һуҡтыралар. Әммә был көслө рухлы ҡатынды туҡтатмай. Ул бер нисә тапҡыр ҡасып ҡарай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр ваҡыт тотоп, хужаһына кире ҡайтаралар. Бахырҙың тәнендә ҡамсы эҙе ҡалмаған бер генә имен урын да булмай.
1738 йылдың сентябрендә Киҫәнбикә йәнә ҡасып китә. Иҫәт йылғаһын йөҙөп сығып, ауылдан-ауылға һуғылып, тыуған ауылы Һаҡауылға ҡайтып етә. Улы менән ауылдаштарын хәүефкә дусар итмәҫ өсөн, Урал тауҙары яғына сығып китә.
Манҙар исемле башҡорт старшинаһына килеп ялланып, бер ай самаһы йәшәй. Әммә тегеһе уның суҡындырылған икәнен белеп ҡала һәм, кире китеп, властарға баш һалырға ҡуша, хатта артынан оҙатма-хат та яҙып ебәрә. Тик ирек һөйөүсән ҡатын был хатты йыртып ташлай ҙа Екатеринбургка түгел, Дыуан улысына барып, шунда бер туған ағаһында ике төн йоҡлай. Әммә Мәхмүт абыҙ Мәмәдәлин белеп ҡалып, уны ҡулға алдыра һәм власҡа тоғро кешеләр һағы аҫтында кире Екатеринбургка оҙата. Уны шунда уҡ һаҡ аҫтына алып, Тау заводы кәнсәләрендә һорау ала башлайҙар.
1649 йылда уҡ әле “Собор Уложениеһы”нда, суҡындырылғандан һуң исламға кире ҡайтҡан кешене яндырырға, тигән положение ҡабул ителгән булған. 1728 йылдың 12 сентябрендә батшабикә шул уҡ Уложениены көсөндә ҡалдыра. Ул документҡа ярашлы, кире мосолманлыҡҡа ҡайтҡан ҡатын тураһында императрицаға хәбәр итәләр, һәм ул шунда уҡ “үлем язаһы бирергә” тигән ҡарар сығара. Киҫәнбикә яндырыуға дусар ителә...
Ерҙәрен тартып алғанға, телдәрен ҡырҡҡанға, рухтарын ергә һалып тапағанға, баштарын эйҙереп маташҡанға тыныс ҡала алмаған Киҫәкбикә-әсәбеҙ рухына бағышланған был сәхнә әҫәре бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Быуаттар аша урап ҡайтҡан рух һәм азатлыҡ шаңдауы тарих төпкөлөнән беҙҙең замандарға килеп ҡағыла.
Лиана ЯМАЛЕТДИНОВА-ФӘТҠУЛЛИНА һәм Гөлдәр СОБХАНҒОЛОВА әҙерләне.